+24 °С
Ямғыр


Һуң булмаҫ элек кәбеҫтә тоҙлап ҡалайыҡ.
Уның өсөн иң тәүҙә аҡ төҫтәге, тығыҙ, һуң өлгөрә торған кәбеҫтә (1 кг.), бер-ике кишер алып ваҡлап турарға, 1 аш ҡашығы тоҙ һибеп, еңелсә болғатырға.
Һуңынан таҙа быяла банкаға кәбеҫтәне тығыҙлап тултырырға, өҫтөнә ауыр әйбер баҫтырып 2 көн бүлмә температураһында тоторға кәрәк буласаҡ. Ваҡыты-ваҡыты менән ағас ҡалаҡ менән тишкеләп газдарын сығарып алырға онотмағыҙ.
Әҙер булған кәбеҫтәне һалҡын урында һаҡлайбыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!