

Разия апай аш-һыуға оҫта хужабикә булараҡ, телеңде йоторлоҡ ризыҡтар бешерергә бик ярата. Бауырһаҡ, тиһеңме, бәлеш, ҡоймаҡ, күмәстәрме – барыһына ла күңел йылыһын ҡушып әҙерләй. Үҙе етештергән ҡаймаҡ-ҡоротонан да өҙөлмәй. Ҡул эштәрен дә күреп ҡалып, ҡыҙыҡһынғас, йәшерәк саҡта ҡайыу, бәйләү менән дә булыша инем. Хәҙер иһә балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә башалтайҙар, тәпешкәләр генә бәйләйем, тине.
Разия Мөхәмәтйәр ҡыҙы бала саҡтан тормош ауырлыҡтарында сынығып, ҡыйынлыҡтарҙы еңергә өйрәнеп үҫкән быуын вәкиле. Ата-әсә йылы-наҙын татымай үҫкән ҡыҙҙы яҙмыш терәк һәм таяныс булырлыҡ тормош юлдашы – Бүләкҡол Әхмәт улы менән ҡауыштыра.
Ир менән ҡатын икеһе лә тырышып колхозда хеҙмәт итә. Бүләкҡол ағай ветеринар булһа, Разия апай ниндәй эш ҡушһалар ҙа, береһен дә кире ҡаҡмай. Ҡул көсө талап иткән эштәрҙең барыһын да башҡара. Баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерә, колхозсыларға аш бешерә, фермалағы малдарға аҙыҡ ташый, тиреҫ сығара, ферманың стеналарын балсыҡ менән һылай...
- Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан ун туғыҙ йәшемдә килен булып төштөм. Мине өләсәйем үҫтерһә, ә ирем атаһы һуғышҡа киткәндә әле исем ҡушылмаған ун биш көнлөк кенә сабый булып ҡала. Унан өлкән тағы ла өсәү була. Атаһы ауыл Советында, бәлки, ҡайтып булмаҫ, шуға ла малайға Бүләк тип исем ҡушырға тигән. Уға Бүләкҡол исеме бирелә...
Шулай ике етем берләшеп, йәшәп киттек. Димләп кенә өйләнешһәк тә, бер-беребеҙҙе ихтирам иттек. Иремдең бер ауыҙ насар һүҙ ҙә әйткәне булманы. Ҡәйнәм дә изге күңелле ине. Ул өлөш таратҡанда, имсәк бала өсөн дә тип миңә икене бирҙе. Ҡыҙҙарынан мине артығыраҡ күрҙе. Ҡәйнәм менән бергә ун биш йыл торһаҡ, ирем унан һуң биш йыл ғына йәшәне. Уны яҡты донъянан ауыр сир алып киткәс, бөтөнләй ят ауылда тороп ҡалдым. Ярай, балаларым һәм ауылдаштарым яҡшы булдылар. Улар артабан йәшәү өсөн көс бирҙеләр, - тип хәтирәләргә бирелде ул.
Әйүповтарҙың ғаиләләрендә дүрт бала буй еткерә. Ҡыҙғанысҡа, атай кешегә балаларының уңыштарын күрергә насип булмай. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙәр ала, үҙ юлдарын таба. Ғәҙилә нефть техникумын тамамлап, оҙаҡ йылдар ғаиләһе менән Новосибирск ҡалаһында йәшәй, әле Стәрлетамаҡта төпләнәләр. Басир баш ҡалала тора, уның БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе тигән маҡтаулы исеме лә бар. Надир ветеринар һөнәрен алһа, төпсөгө Айгөл уҡытыусылыҡҡа уҡый. Ҡыҙғанысҡа, бала ҡайғыһы ла урап үтмәй: баш ҡала урамдарының береһендә Айгөл яуыз кеше ҡулынан һәләк була...
Нисек кенә булһа ла, йәшәү дауам итә. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып та, күңел көрлөгөн, рухи көсөн юғалмай ул. Армиянан һуң сәләмәтлеге ҡаҡшаған улы Надир менән йәшәп, мал аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Надир эштә саҡта бар донъя уның ҡулында.
Ғүмер буйы бик күп гәзит-журналдар алдырып уҡырға яратҡан Разия Әйүпова әле хаҡлы ялда ла “Даирә”, “Йәшлек” гәзиттәренә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ҙур теләк менән яҙыла.
Уҙаман төшөнкөлөккә бирелмәйенсә һәр көндө мәғәнәле һәм файҙалы үткәрергә тырыша. Сабыр ҙа, көслө лә Разия Әйүповаға яҡындарының шатлыҡтарын күреп һаулыҡта йәшәүен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.