Даирә
+24 °С
Ямғыр
Атайсал
3 Ноябрь 2022, 16:01

Малай коляскала ултырған күршеһен ҡотҡарған

Бөгөн Мәскәүҙә герой балаларҙы тәбрикләнеләр. Башҡортостандан батыр Арыҫланға ла миҙал тапшырҙылар.  

Малай коляскала ултырған күршеһен ҡотҡарғанМалай коляскала ултырған күршеһен ҡотҡарған
Малай коляскала ултырған күршеһен ҡотҡарған

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан "Герой балалар" Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-патриотик проекты сиктәрендә Федерация Советында IX экстремаль хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Быйыл Федерация Советының "Батырлыҡ күрһәткән өсөн" махсус миҙалдары Рәсәй Федерацияһының 54 субъектынан балаларға тапшырылды. Башҡортостандан 14 йәшлек Арыҫлан Шафиҡовты бүләкләнеләр. Был сарала Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Федерацияһы граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министрҙың беренсе урынбаҫары Александр Чуприян, Рәсәй Геройы Владимир Легошин һәм Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко йәш геройҙарға мөрәжәғәт итеп, герой балаларҙы тәбрикләү тантанаһының Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан үтеүен билдәләне. "Был байрам беҙгә Ватан өсөн ауыр ваҡыттарҙа Тыуған илгә һөйөүҙең, уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡтың, дөйөм берҙәмлегебеҙҙең һәм рух көсөбөҙҙөң ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында иҫкә төшөрә. Бөгөн был сифаттар һис ҡасан булмағанса мөһим", - тине ул.

Валентина Матвиенко йәш геройҙарҙың ата-әсәләренә, өләсәй-олатайҙарына, уҡытыусыларына, остаздарына, шулай уҡ сараны ойоштороусыларға һәм инициаторҙарға, төбәк етәкселәренә, сенаторҙарға ошо әһәмиәтле бөтә Рәсәй проектына даими иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Афарин, Арыҫлан!

Фото: sovfed.picvar.io/links/kmE54PkhCCezeMmp87yimP

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас