Даирә
+23 °С
Облачно
Атайсал
3 Ноября 2022, 06:07

Ҡарлымандар ҡорбан салды

Ҡарлыман ауылы халҡы ла өлөшләтә мобилизацияға эләккән егеттәрҙең иҫән-имен ҡайтыуын, донъялар тынысланыуын теләп, ҡорбан салды.Был эште ойоштороусылар Зөлфәр Хөсәйенов, Мөҙәрис Ҡолғонин, ауылдың имам-хатиптары Айҙар һәм Зәбир Ҡолғониндар ауыл халҡы менән кәңәшләшеп, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙырға ниәтләне.

Ҡарлымандар ҡорбан салдыҠарлымандар ҡорбан салды
Ҡарлымандар ҡорбан салды

- Беҙҙең тәҡдимде бер һүҙҙән ҡеүәтләп алып, тиҙ арала 100 меңгә яҡын аҡса йыйырға ярҙам иткән ауылдаштарға бик ҙур рәхмәт. Шулай уҡ ҡорбан салыуҙа ҡатнашҡан Айнур Ғәйнуллин, Филүс Батыршин, Света һәм Заһит Исхаҡовтарға ла Хоҙай Тәғәлә сауабын насип итһен, - ти ауылдың активисы Зөлфәр ағай Хөсәйенов.
Йыйылған аҡсаға улар ике бәрән һатып алып, ҡорбан салдыра. Ҡорбан итен мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә һәм ауылдың 80 йәштән үткән әбей-бабайҙарына таратып сыға. Хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә 5-әр мең күсергәндән һуң ҡалған аҡсаны хәрби хеҙмәткәрҙәргә йылы кейемдәр алырға тотоналар.
"Ҡорбаныбыҙ ҡабул булып, йорт-ил тынысланып, ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!"-тигән доғаларыбыҙ ҡабул булһын ине, тигән теләктә ауыл халҡы.
Гөлсәсәк Аласова.

Ҡарлымандар ҡорбан салды
Ҡарлымандар ҡорбан салды
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас