Даирә
+24 °С
Ямғыр
Атайсал
25 Октябрь 2022, 15:49

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры төбәктәге юғары уңыш сәбәбен әйтеп үтте

Башҡортостан хөкүмәтенең вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов «Рәсәй» медиаүҙәгендәге матбуғат конференцияһында быйылғы юғары юңыш сәбәптәре менән уртаҡлашты.

«Бының серенә агротехниканы тотоноу ваҡытын, сәсеү графигын ҡәтғи үтәү кеүек алымдарҙы үтәү инә. Үҙемлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыу дөрөҫ алып барылды, 20 проценттан ашыу элиталы орлоҡ сәселде. Көн торошо ла ҡулайлы булды. Быларҙың барыһы ла игендең 60 проценты юғары сифатлы булыуына килтерҙе», — тип һөйләне Илшат Фазрахманов.

Министр белдереүенсә, быйылғы уңыш 1986 йылғы рекордты уҙған. Шул уҡ йәһәттә ағымдағы йыл йомғаҡтары менән 2021 йылдың юғалтыуҙары ҡапланасаҡ.

Бынан алда БР Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә уңышты 6 млн тоннаға еткерергә бурыс ҡуйған ине.  


https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-25/ministr-selskogo-hozyaystva-bashkirii-nazval-prichiny-vysokoy-urozhaynosti-v-respublike-3002833

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас