Даирә
+24 °С
Ямғыр
Атайсал
24 Октябрь 2022, 11:15

Ил төкөрһә, күл була

Һуңғы арала был мәҡәлдең асылына көндән-көн нығыраҡ төшөнәбеҙ. Быға бөтә ил халҡының берҙәм һәм дәррәү рәүештә, өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, хәрби әҙерлек үтергә оҙатылған егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам ойоштороуы асыҡ миҫал булып тора.

Ил төкөрһә, күл булаИл төкөрһә, күл була
Ил төкөрһә, күл була

Районыбыҙҙың һәр ауыл биләмәһендә лә илебеҙҙә барған ваҡиғалар менән бәйле, гуманитар ярҙам йыйыу пункттары ойошторолған. Ә бына Бишауыл-Уңғар ауылы халҡы ауылдаш егеттәренә ярҙам йөҙөнән һәр кемдең хәленән килгәнсә аҡсалата ярҙам йыйған.

Был эште мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәһимә Абдрафиҡова улын һалдатҡа оҙатыусы Рәлиф Искәндәров менән башлап ебәрә. Ә ауыл магазины һатыусыһы Вәзирә Рәхмәтуллина аҡса йыя һәм иҫәп алып барып, көн һайын ауылдаштар төркөмөнә был хаҡта хәбәр ебәреп тора.

4-5 көн эсендә 47 мең 900 һум аҡса йыйыла. Ошо көндәрҙә йыйылған аҡсаны Рәлиф Искәндәров иптәш егеттәре менән Ҡазанда хәрби әҙерлек үткән улы Рәйефкә алып барып тапшырған да инде. Был матди ярҙам Бишауыл-Уңғар ауылынан Руслан һәм Фәрғәт Заһиҙуллиндар, Нурислам Рафиҡов, Тимур Фәйзуллин, Илдус Кәримов, Вадим Рәхмәтуллин, Динар Авзадов, Финзил һәм Рәйеф Искәндәровтарға бүлеп бирелгән.

Бынан тыш улар егеттәргә йылы ойоҡбаштар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һалынған посылкалар ҙа йыйып ебәргәндәр.

Егеттәр һәм уларҙың ата-әсәләре ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәттәрен белдерә һәм уларҙың изгелектәре икеләтә әйләнеп ҡайтыуын теләй. Алла бирһә, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһындар.

Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас