

Был ҡайғылы хәбәр тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәр сәхифәләрендә хәбәр иткән.
«Георгий Платонов Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың ғинуарынан алып ҡатнашҡан. Мәскәү, Ржев өсөн һуғышҡан, Курск һәм Днепр өсөн алышҡан. 1943 йылдың февралендә беҙҙең 112-се Башкавдивизия нигеҙендә барлыҡҡа килгән 16-сы гвардия кавалерия Чернигов Ҡыҙыл байраҡлы дивизияның 62-се гвардия кавполкы эскадроны командиры булған», — тип яҙған Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе яҙып үтеүенсә, геройҙың исеме Өфөнөң Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле колоннаһында мәңгеләштерелгән.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-17/v-bashkirii-ushel-iz-zhizni-posledniy-geroy-kavdivizii-shaymuratova-georgiy-platonov-2991923
Автор:Иван Вавилов