Даирә
+24 °С
Ямғыр
Атайсал
11 Октябрь 2022, 14:55

"Туғаныбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ"

Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында Геройҙың туғандары ла ҡатнашты.  

"Туғаныбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ""Туғаныбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ"
"Туғаныбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ"

Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында уның туғандары ла ҡатнашты. Беҙгә уларҙың береһе - Резида Шамил ҡыҙы Әхтәмованың фекерен белдек.

– Миңлеғәле Шайморатовҡа хәҙерге заманда һәйкәл асыу беҙҙең өсөн, Атайсалыбыҙ өсөн генә түгел, ә барлыҡ донъя өсөн ҙур ваҡиға.

Һуғыш тамамланыуға күп йылдар үтте һәм легендар батырыбыҙҙың исеме йырҙарҙа, шиғырҙарҙа, әҫәрҙәрҙә, һәйкәлдәрҙә кире ҡайтты... Ул быға лайыҡ, сөнки илебеҙ өсөн күп эштәр башҡарған. Үҙенең тырышлығы, ныҡышмаллығы, яуаплы булыуы һөҙөмтәһендә генерал-майор исеменә тиклем барып етә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына лайыҡлы етәкселек итә.

Бөгөн уға һәйкәлдең Өфөнөң Совет майҙанында асылыуы ғәҙел, сөнки 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы ошонда башланған. Командир Шайморатов етәкселегендәге атлылар һынатмай, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә.

Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Республика Башлығының ныҡышмаллығы һөҙөмтәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәм уның командиры Миңлеғәле Шайморатовтың хәрби юлын өйрәнеүгә юл асылды.

Геройҙың беҙҙең нәҫелдән булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Тамырҙарыбыҙ - ябай Биштәкә (Шайморатов) ауылынан.

Был һәйкәл илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн илһөйәрлек сағылышы булһын, ә киләсәк быуын үҙенең батырҙарын белһен, уларға тиңләшһен, – тине Резида Әхтәмова.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас