+24 °С
Ямғыр


Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмәлә күңелһеҙ хәбәр еткерҙе: уны тубығына операция көтә икән. Радий Фәрит улы хоккей уйнағанда йәрәхәт алған. Хәҙер Республика көнөн билдәләгәс, уға дауаханаға ятырға кәрәк.
Йәрәхәт алыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәүен дауам итә. Ә беҙ уның тиҙерәк һауығыуын теләп ҡалабыҙ!
Фото vk.com/radiyhabirov