Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Сентябрь 2022, 14:07

Балаларҙы ҡыуандырып

Алдан яҙыуыбыҙса, августың һуңғы көндәренә тиклем “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика шәфҡәтлелек акцияһы дауам итә. Уны ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора, координаторы – «Ғаилә» республика ресурс үҙәге. Беҙҙең районда ла акцияға сауҙа компаниялары, эшҡыуарҙар, хеҙмәт коллективтары, дин әһелдәре һәм барса халыҡ әүҙем ҡушылды. Улар тырышлығы менән йыл һайын республикала 10 меңгә яҡын ғаилә ярҙам ала.

Балаларҙы ҡыуандырып
Балаларҙы ҡыуандырып

Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районы буйынса Рәсәй эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлегендә 44 имен булмаған ғаилә иҫәптә тора. Быйылғы уҡыу йылы алдынан бүлек хеҙмәткәрҙәре аҡса йыйып, ауыр тормош хәлендә ҡалған күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 20-нән ашыу балаға канцелярия тауарҙары, кейем-һалым алып бирҙе.
- Әгәр ҙә ошо бәләкәй генә ярҙамыбыҙ кескәй балаларҙы ҡыуандыра икән, беҙ бик шатбыҙ. Барлыҡ уҡыусыларҙың да тырышып уҡыуҙарын, атай-әсәйҙәрен тыңлап тороуҙарын теләйбеҙ, - ти полицияның участка уполномоченныйҙары б-леге бәлиғ булмағандар эштәре буйынса начальник урынбаҫары, полиция майоры Фәнүзә Мөхәмәтҡолова.
Акцияла ҡатнашып, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм күмәк балалы ғаиләләргә аҙ булһа ла ярҙам иткән бар райондаштарға ла ҙур рәхмәт. Уларҙың изгелектәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: