Даирә
+13 °С
Ясно
Атайсал
6 Марта 2022, 15:33

Ҡатын-ҡыҙ - суд приставы

Ҡатындарҙың ҡулынан килмәгән эш юҡтыр ул. Мәҫәлән, Гөлшат Ишҡарина ҡатын-ҡыҙҙар өсөн еңел булмаған һө нәрҙе һайлаған. Ул егерме йылға яҡын инде Ҡырмыҫҡалы суд прис тав тарының федераль хеҙмәтендә эшләй.

Ҡатын-ҡыҙ - суд приставыҠатын-ҡыҙ - суд приставы
Ҡатын-ҡыҙ - суд приставы

Шайморатов мәктәбен тамамлаған ҡыҙ Өфө сау ҙа-иҡтисад колледжының юридик факультетын та мамлағандан һуң суд прис тавтарының федераль хеҙмәтенә инспектор булып урынлаша. Ҡыҙҙың яуаплылығын һәм башҡарыусанлығын күреп, 2012 йылда өлкән белгес итеп күсерәләр. Гөлшат Рәсим ҡыҙы белемен камиллаштырыу маҡсатында 2018 йылда ситтән то роп Мәскәү иҡтисад инс титутының юридик факультетын тамамлай.
- Хеҙмәтебеҙ дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек талап итә. Эш хаҡы бу йынса бурыстар ҡайтарғанда, алименттар түләт тер гәндә, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә, кешене рәнйетмәҫкә тырышабыҙ. Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, беҙ тәү сиратта кешелек сифаттарыбыҙҙы һаҡларға бурыслыбыҙ.
Эшемде бик яратам, шуға уның ауырлығы һиҙелмәй. Тормош иптәшем Әмир Йәмил улы менән бер коллективта эшләгәнгә күрә, бер-беребеҙҙең эшен аңлайбыҙ, - ти Гөлшат Рәсим ҡыҙы.
Гөлшат эшендә генә түгел, өйөндә лә уңған хужабикә. Ирен һәм ҡыҙы Индираны үҙе бешергән тәмле ризыҡтар менән һыйларға ярата.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас