Даирә
+23 °С
Ясно
Атайсал
14 Декабря 2021, 09:55

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә премия күләме 25 мең һумғаса арттырыла

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә премия күләмен 25 мең һумға тиклем арттырыла. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Башлығының республика наградаһы тураһындағы указына төҙәтмәләр әҙерләне.

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә премия күләме 25 мең һумғаса арттырылаБашҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә премия күләме 25 мең һумғаса арттырыла
Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә премия күләме 25 мең һумғаса арттырыла

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә. Башҡортостанда йәмғеһе һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булған.

Награда менән бергә аҡсалата премия тапшырыла, элек ул һалым ҡайтармаһы менән 17 241 һум ине. 2022 йылдың 1 ғинуарынан иһә ҡатын-ҡыҙҙарға 25 мең һум түләнә башлай.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас