Атайсал
14 Декабря 2021, 04:59

Башҡорт теле көнө уңайынан балаларҙан ижади күстәнәс

Халыҡта “Иң татлы тел-туған тел, әсәм һөйләп торған тел”, тигән мәҡәл бар. Эйе, башҡорт теле- татлы ла, яғымлы ла, матур ҙа, көслө лә. Мөкәй ауылы мәктәбендә Фәниә Ишкарина етәкселегендә "Тыуған яҡты өйрәнеү" түңәрәге эшләп килә. “Мең-мең йылдар аша, һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын , йыр-моңон , ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән телебеҙҙе минең уҡыусыларым бик яратып өйрәнә ”,-ти Фәниә Ҡасим ҡыҙы Мөкәй ауылы мәктәбенең 6-сы класында белем алған уңған, тырыш уҡыусылары хаҡында.

Башҡорт теле көнө уңайынан балаларҙан ижади күстәнәсБашҡорт теле көнө уңайынан балаларҙан ижади күстәнәс
Башҡорт теле көнө уңайынан балаларҙан ижади күстәнәс

Шыршы.
Атай шыршы алып ҡайтты,
Күмәкләп биҙәп ҡуйҙыҡ.
Шыршы еҫтәре таралды,
Байрам кәйефен тойҙоҡ.

Ҡыш бабай ҙа килеп керер
Күстәнәстәрен йөкләп.
Яңы йылды ҡаршыларбыҙ
Йыр йырлап, шиғыр һөйләп.
Нәркәс Мырҙаҡаева.

Барыҫ йылы.
Барыҫ йылы яҡынлаша
Тыуған еремә.
Изге теләктәр теләйем
Барса кешегә.

Ап-аҡ ҡарҙар менән бергә
Бәхет-шатлыҡтар яуһын!
Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, тиҙәр,
Һәр кем өлөшөн алһын!

Яңы йылды шатлыҡ менән
Ҡаршы алырға яҙһын!
Һаулыҡ булып, бәхет булып
Ябалаҡ ҡарҙар яуһын!
Иван Чурбаев


Ҡыш бабай.
Аҡ юрған түшәп
Урман-ҡырҙарға,
Ҡыш бабай килде
Беҙҙең яҡтарға.

Ағастарға аҡ тунын
Кейҙереп ҡуйҙы.
Йылғаларға шыма боҙҙар
Туңдырып ҡуйҙы.

Ҡыш бабай уңған
Бер ҙә тик тормай.
Ҡарҙар борҡота,
Йә буран уйнай.

Тиҙҙән Яңы йыл
Килеп тә етер.
Ҡыш бабай беҙгә
Бүләктәр бирер.
Аяз Рәхмәтуллин.

Йомарт бабай.
Ҡыш бабай килде беҙгә
Ап-аҡ бүреген кейеп.
Өҫтәндәге мамыҡ туны
Тора бит ергә тейеп.

Ағастарҙы бәҫкә төрөп
Йылғаларҙы туңдырған.
Тәҙрәләргә матур итеп
Ҡар бөртөгө төшөргән.

Шат йылмайып һәммәбеҙгә
Күстәнәстәр тарата.
Шуға йомарт Ҡыш бабайҙы
Балалар бик ярата.
Нәзифә Фәрхетдинова.

Ҡылымһыҙ ғына ҡыш
Һалҡын ҡыш, әсе ел,
Ябалаҡ ҡарҙар.
Ҡыҫҡа көн, оҙон төн,
Тәҙрәлә боҙҙар.

Ялтыр боҙ, бейек тау,
Саңғылар, саналар.
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу,
Яңы йыл, балалар.

Шат йөҙҙәр, шат йырҙар,
Күстәнәс, бүләктәр.
Ә һеҙгә, дуҫтарым,
Иң изге теләктәр!
Илина Сыңғыҙова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас