Даирә
+6 °С
Облачно
Атайсал
11 Ноября 2021, 09:56

Алда ҡыш. Барыһы ла уға әҙерме?

Ҡышҡа инер алдынан йылытыу приборҙарын, мейестәрҙе, электр сымдарының төҙөклөгөн тикшереү маҡсатында район хакимиәте ҡаршыһындағы опека һәм попечителлек бүлеге, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, янғын хеҙмәте һәм “Ғаилә” үҙәге вәкилдәре Ҡырмыҫҡалы һәм Олокүл ауылдарында йәшәүсе имен булмаған һәм социаль яҡтан хәүефле тип иҫәпләнгән ғаиләләр буйлап профилактик рейд ойошторҙо.

Алда ҡыш. Барыһы ла уға әҙерме?Алда ҡыш. Барыһы ла уға әҙерме?
Алда ҡыш. Барыһы ла уға әҙерме?

“Ғаилә” район-ара үҙәгендә бөгөнгө көндә 55 ғаилә күҙәтеү аҫтына алынған, уларҙа 150-нән ашыу бала тәрбиәләнә. Улар менән даими эш алып барыла. Ләкин һөҙөмтәләр әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел. Өс йортта балалар үҙҙәре генә өйҙә булып сыҡты. Балалар әсәйҙәрен магазинға сыҡты, тинеләр. Дөйөм ятаҡтағы береһенән-береһе бәләкәй биш бала йәшәүсе бәләкәй генә бүлмәләге бысраҡлыҡты күреп, күпте күргән инспекторҙар ҙа шаҡ ҡатты. Йәш ярымлыҡ балаһын өлкәндәренә ҡалдырып, магазинға киткән әсә кешенең балалары ошондай шарттарҙа йәшәргә һәм мәктәптә уҡырға мәжбүр?! Беҙ йыйыштырабыҙ ҙа ул, тип торған 7-8 йәштәрҙәге ҡыҙ бала ла, бер ғәйепһеҙ ҡалған балалары ла йәл.
Ике әсәне ишек алдарында тәмәке тартып торған саҡтарында тап иттек. Уларҙың дауаланғандан бирле эсмәйбеҙ, барыһы ла тәртиптә тиеүҙәренә бик ышанғы килә лә бит. Ләкин, балаларына ошондай миҫал күрһәткән әсәйҙәрҙән күпте көтөп буламы һуң?
Ошо көндәрҙә етенсегә сабый көткән хужабикә лә өйҙә булмай сыҡты. Малайҙарын урам буйында уйнап йөрөгәндә, ҡалған балаларын өйҙә тап иттек.
- Әсәйебеҙ бөгөн-иртәгә дауаханаға китергә тора, - тине ҡыҙҙар. Иң мөһиме өй таҙа һәм йылы ине.
Был ғаиләләрҙең күбеһе эскелектәре өсөн иҫәпкә ҡуйылған, ҡайһы берәүҙәренә әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡурҡынысы ла янай.
- Был рейдтар тәү сиратта профилактик маҡсатта үткәрелә. Оҙаҡ ваҡыт эсмәйенсә тороп, эсә башлаған ғаиләләр асыҡлана, шуға күрә уларҙы тикшереп торорға тура килә. Күршеләре хәбәр итеү буйынса, участковыйҙар әйтеүе буйынса ла, комиссия төҙөп бындай ғаиләләргә сығабыҙ.
Араларында эсеүҙәрен ташлап тура юлға баҫыусылар ҙа бар. Ә бәғзе берәүҙәргә аңлатыу эштәре, киҫәтеүҙәр генә етмәй. Уларға ҡарата протокол төҙөлә, эш судҡа тиклем дә барып етә, - тине полицияның бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторы Альбина Ғәлиуллина.
- Беҙ оҙайлы ял көндәрендә йөрөргә тырышабыҙ, сөнки нәҡ ял ваҡыттарында хоҡуҡ боҙоуҙар артыуы күҙәтелә. Йыш ҡына янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән эшләйбеҙ, торлаҡты, балалар ниндәй шарттарҙа йәшәүен, ата-әсәләрҙең ниндәй торошта икәнен тикшерәбеҙ. Әле йылытыу сезоны менән бәйле, йылылыҡ приборҙарын, мейестәрҙе, сымдарҙы, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы ҡараныҡ. Улар төҙөк булмаған осраҡта, иҫкәрмәләр бирәбеҙ, - тип ҡушылды ғаилә менән эшләү буйынса белгес Зилә Ҡудашева.
Тикшереү барышында күп йорттарҙа мейестәрҙе төҙәтеү, иҫке сымдарҙы алмаштырыу талап ителә.
- Быйыл ғына йыл башынан беҙҙең районда 144 янғын теркәлде, уларҙа 2 кеше һәләк булды. Күп осраҡта янғын тәмәке төпсөгөнән, иҫкергән электр сымдарынан сыға, - тип билдәләне янғын хәүефһеҙлеге начальнигы Илдус Хәмитов.
Рейд һөҙөмтәһендә күп өй хужаларының янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүе асыҡланды. Әммә ошондай рейдтар һис шикһеҙ ыңғай үҙгәрештәр бирер, тип ышана инспекторҙар.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас