Өфө сәхнәһен гөрләтте
Эйе, күптән түгел хөрмәтле яҡташыбыҙ, талантлы вә күренекле шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллина үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан Өфө ҡалаһында һәм Иҫке Бәпес ауылында шаулап-гөрләп ижад кисәләре уҙҙы. Беҙ – “Даирә” гәзите редакцияһы коллективы Өфөлә үткән байрамға шаһит булып, шиғыр менән йыр шул тиклем йәмле һәм йәнле итеп үрелеп барған тамашанан бай тәьҫораттар алып, ғорурлыҡ тойғолары кисерҙек.
Республикабыҙҙың билдәле артистары башҡарыуындағы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының һүҙҙәренә яҙылған моңло ла, һағышлы ла, дәртле лә, мәғәнәле лә йырҙар күңел түрҙәренә үтеп инде. Тәрән фекерле, төплө мәғәнәле, күңелгә ятышлы һәм һәр кемгә аңлайышлы булған ижад емештәре менән халыҡ күңелен яулаған шағирәне ҡотлау өсөн тыуып үҫкән Баймаҡ районынан һәм килен булып төшкән Ҡырмыҫҡалы еренән яҡташтары, туғандары, ижадташ дуҫтары килгәйне.
Иң тәүгеләрҙән һүҙ алған БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов изге һүҙҙәренә ҡушып, ижади эшмәкәрлеге, башҡорт телен, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн Фирүзә Дәүләтша ҡыҙына БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Ниндәй генә матур һүҙҙәр, теләктәр әйтелмәне был көндө! Уларҙың барыһын һеҙгә лә еткерге килә, әлбиттә, әммә уның өсөн гәзит биттәре аҙ. Бына береһе генә:
- Һеҙ беҙҙең йәшәйешебеҙгә үҙегеҙҙең халыҡсан, һутлы, бай телле ижадығыҙ менән яҡты даръя һымаҡ килеп индегеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең шатлыҡ-һөйөнөстәребеҙҙе лә, ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙе лә, уйлы-хисле мәлдәребеҙҙе лә һеҙҙең шиғырҙарығыҙ менән бергә кисерәбеҙ. Һеҙ йәшәйештәге бер күренешкә лә битараф түгелһегеҙ, донъяға берсә һөйөп, берсә һоҡланып, берсә ғәжәпләнеп бағаһығыҙ. Үҙегеҙҙең шиғырҙарығыҙ менән беҙҙең күңел юшҡындарын йыуаһығыҙ, йәнебеҙҙе имләйһегеҙ, йөрәктәребеҙҙе моң, һөйөү, изгелек менән тултыраһығыҙ. Шулай уҡ һеҙ икһеҙ-сикһеҙ интернет киңлектәрендә башҡорт контентын тотоп торған шәхестәрҙең береһе. Үҙегеҙҙең ижадығыҙ менән башҡорт теленә, уны һаҡлауға, үҫтереүгә тос өлөш индерәһегеҙ, Башҡортостаныбыҙҙы, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы данлайһығыҙ, - тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, билдәле тележурналист Рәмзиә Кәримова.
Бай эстәлекле йыр-моң һәм шиғриәт байрамында Фирүзә апайҙы зал тулы тамашасы гөлләмәләргә күмде. Был инде уның ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яулауын тағы бер ҡабат иҫбатланы. Ижад кисәһе “Кешеләргә һоҡланам” тип атала ине. Фирүзә апай, һеҙ кешеләргә һоҡланһағыҙ, беҙ һеҙгә ихлас һоҡланабыҙ һәм һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Яҡты йондоҙ булып балҡый бәрәкәтле Табын ерендә
Иҫке Бәпес ауылы клубында үткән “Йөрәгемдә – бар донъяға һөйөү...” тип аталған ижад кисәһе лә Өфөнөкөнән кәм булманы. Мәҙәниәт усағына килеп инеү менән шағирәнең күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәренән, бихисап китаптарынан торған күргәҙмә донъяһына сумаһың.
Байрамға баш ҡаланан бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне. Улар иң тәүҙә яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловты хәтергә алып, уның бюсына сәскәләр һалды. Фирүзә Абдуллина һүҙҙәренә Азамат Ғәйфуллин яҙған “Иҫке Бәпес ауылы гимны” менән башланып киткән тамаша ҡунаҡтарҙың сығышы һәм яҡташ шағирәбеҙ һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән үрелеп барҙы.
Сарала ҡатнашыусы билдәле шәхестәр – журналистика уҙаманы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың почётлы гражданы Фәнил Ҡоҙаҡаев, билдәле журналист, яҙыусы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостадың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ниязбай Сәлимов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Йәмил Әбделмәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, “Йәшлек” гәзите һәм “Шоңҡар” журналы журналисы, шағирә Гөлнур Ҡыуатова, шағирә, үҙешмәкәр композитор, йырсы, рәссам Флера Шәрипова, Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Искужина, талантлы, йәш йырсы Илнур Миһманов, районыбыҙҙың “Илһам” ижади берекмәһе ағзалары, район үҙәк китапханаһы коллективы, коллегалары һәм туғандары - Абдуллиндар Фирүзә апайҙың талантлы шағирә генә түгел, шулай уҡ ысын дуҫ, изге күңелле һәм туған йәнле кеше булыуы хаҡында бәйән иттеләр һәм йөрәк түрҙәренән сыҡҡан иң изге теләктәрен еткерҙеләр.
Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин Фирүзә Дәүләтша ҡыҙына ижади уңыштар теләп, ауыл биләмәһе исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Хоҙай Тәғәлә Фирүзә Абдуллинаға илһамды йәлләмәй биргән, шиғриәткә һуң ғына килһә лә, үҙенең ижады менән халыҡ күңелен яуланы, уның тамырҙары Буранбай сәсәнгә барып тоташа, Өфөнөң иң ҙур концерт залына шығырым тулы тамашасы йыйып, күптәрҙең танауына сиртте, ижады халыҡсан, халыҡ һөйөүен һатып алып булмай тигән һәм башҡа бик күп йылы һүҙҙәр, бағышлауҙар яңғыраны был кисте. Уның изге күңелле, ябай, алсаҡ кеше, оҫта ойоштороусы булыуына ла баҫым яһалды.
- Шағирә, уҡытыусы, ауыл ҡатын-ҡыҙы булараҡ һин барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға бөтә яҡтан өлгө. Шулай уҡ һин уңғанлыҡтың, ҡунаҡсыллыҡтың өлгөһө. Һиңә һоҡланмайынса мөмкин түгел. Һинең менән ултырып бер һөйләшеү үҙе бер тормош мәктәбе кеүек, һинең һәр бер әйткән һүҙең тормошта дауа, ярҙам булып тора, - тип билдәләһә Гөлнур Ҡыуатова, “Даирә” гәзитенең баш мөхәррире Гөлсәсәк Аласова:
- Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булһа, уның халыҡсан, йырлап торған шиғырҙары гәзитебеҙҙең биҙәге булып тора. Кешелекле, ябай, эскерһеҙ булыуығыҙ менән һәр кемде үҙегеҙгә тартып тораһығыҙ. Һеҙ килеп инһәгеҙ, беҙҙең редакция балҡып китә, яғымлы тауышығыҙ күңелдәргә үтеп инә. Беҙ һеҙҙе гелән көтөп алабыҙ, һеҙҙең матур кәңәштәрегеҙ, ижади емештәрегеҙ беҙгә һәр саҡ кәрәк, - тигән һүҙҙәренә ҡушып, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен үҫтергән өлөшө, гәзит менән даими хеҙмәттәшлеге өсөн редакция исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Әйткәндәй, маҡтау һүҙҙәре Фирүзә Абдуллинаға ғына яуманы был көндө, шулай уҡ уның тормош иптәше Фидаил ағайға ла етерлек булды. Бигерәк тә, уларҙың ауылдашы, хеҙмәттәше Зәбирә Ғәҙелшинаның:
- Баймаҡ районында тыуып үҫһә лә, Фирүзә хәҙер 43 йыл инде беҙҙеке. Килен булып төшкән ер тыуған ерҙән дә яҡыныраҡ, тиҙәр. Беҙҙең Ҡырмыҫҡалы, Иҫке Бәпес еренән, халҡынан илһам алып, кеше күңеленә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә ул. Фидаил уны күккә күтәреп, ҡәҙерләп, һөйөп, яратып йөрөгәнгә лә Фирүзәбеҙ ошондай дәрәжәгә етә алды. Ир-егеттәр шулай һәйбәт булмаһа, ҡатын-ҡыҙ шундай йәш, илһамлы булып ҡала алмай, - тигән һүҙҙәрен тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.
Йәмле ижад кисәһен шулай уҡ Бишауыл-Уңғар ауылынан Динә Мөлкаманованың, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының бүлек мөдире Роза Хөснуллинаның, ауыл клубының “Бөрлөгән” фольклор төркөмөнөң, мәҙәни ойоштороусы Илдар Хәсәновтың моңло йырҙары, бейеүсе Рөстәм Сәйғәфәровтың күңелле бейеүҙәре, сараны алып барыусы һәм Өфөләге концерттың режиссеры Дилә Мөхәмәтйәрова уҡыған шиғырҙар биҙәне. Ә яғымлы тауыш эйәһе Фирүзә Абдуллина үҙе уҡыған шиғырҙар иһә һәр ваҡыттағыса күңелдәргә май булып яғылды. Концерттан һуң ҡунаҡсыл яҡташыбыҙ барыһын да өйөнә ифтарға саҡырҙы. Ижад кисәләрендә әйтелгән барлыҡ изге теләктәр ҡабул булһын, үҙегеҙгә күҙҙәр генә теймәһен, Фирүзә апай!
Шуны ла әйтке килә, ижад кисәләрендә әйтелгән һәр сығыш яһаусының бағышлауы ҡанатлы һүҙҙәргә торошло ине. Бөгөнгө мәҡәләмә лә исемде Ғәлимә Тимерғазинаның һәм Әлиә Рәхимованың шиғыр юлдарынан алдым.
Илшат ТАЖЕТДИНОВ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары:
- Был кисә ысынлап та шиғри һүҙ һәм моңло йыр байрамы булды. “Кешеләргә һоҡланам” тип аталыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының һүҙҙәре кешегә ышаныуҙан, уның күңел сафлығына ихлас һоҡланыуҙан тыуа. Уның шиғырҙары ябай һүҙҙәр аша тәрән мәғәнә аса, йөрәккә үтеп инә. Шуға күрә лә был шиғырҙар китап биттәрендә генә ҡалмай – улар йыр булып яңғырай, күңелдәрҙә йәшәй. Кисәлә лә шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған күп йырҙар яңғыраны. Был һүҙҙәрҙә башҡорт рухы, тыуған ерҙең йылыһы, ҡатын-ҡыҙ йөрәгенең нескәлеге һәм көсө сағыла.
Фирүзә АБДУЛЛИНА, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә:
- Өс ай дауамында борсолоп, ҡурҡып көткән юбилей концертым бер тында үтте лә китте. Ҡурҡҡан эш хәйерле була тигәндәре дөрөҫ - Аллаһҡа шөкөр, бик матур булды! Йырҙарымды башҡарған йырсыларымдың һәр береһенә рәхмәтлемен! Аҙағына тиклем ҡалып, сәскәләр бүләк итеүҙәре минең өсөн тулыһынса сюрприз булды. Ярты зал сәхнәгә күтәрелә башлағас, тулҡынланыуым сигенә етте - һеҙ мине сәскәләргә, бүләктәргә күмдегеҙ, дуҫтарым! Был - минең ижадыма бик юғары баһа. Шул тиклем күктәргә күтәргән, зал тултырып килгән дуҫтарыма сикһеҙ рәхмәтлемен!
Әлбиттә, был сараның бөтә матди һәм мораль ауырлыҡтарын күтәрешкән, өс ай буйына Өфө юлында алып йөрөгән Фидаилемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Был сараның уңышының яртыһы - уныҡы! Ул миңә бүләк тә эшләне: яңы сыҡҡан проза китабымдың спонсоры булыуы ғына етмәне, балаларыбыҙ менән берлектә миңә һаулығымды нығытыу өсөн шифаханаға юллама бүләк итте. Рәхмәт һеҙгә, минең ҡәҙерлеләрем!
Район һәм ауыл биләмәһе етәкселегенә, йәмле ижад кисәһе ойошторған ауылдаштарыма – Иҫке Бәпес ауылы халҡына һәм миңә бағышлаған маҡтау һүҙҙәре, юғары баһаларығыҙ өсөн һәммәгеҙгә лә мең рәхмәт!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.