Даирә
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Матбуғат уҙаманы ла, тыуған яҡты өйрәнеүсе лә

Ошо көндәрҙә ҡулыма яңы ғына “мейестән” сыҡҡан бер китап килеп эләкте. Уның авторҙарының береһе – оҙаҡ йылдар район гәзите редакцияһының эшен гөрләтеүсе журналистика уҙаманы, бөгөн инде танылған тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм бихисап китаптар авторы Рәмилә Сәйфуллина.

Матбуғат уҙаманы ла, тыуған яҡты өйрәнеүсе ләМатбуғат уҙаманы ла, тыуған яҡты өйрәнеүсе лә
Матбуғат уҙаманы ла, тыуған яҡты өйрәнеүсе лә

13 ғинуар - Рәсәй матбуғаты көнө

Матбуғат уҙаманы ла, тыуған яҡты өйрәнеүсе лә

Ошо көндәрҙә ҡулыма яңы ғына “мейестән” сыҡҡан бер китап килеп эләкте. Уның авторҙарының береһе – оҙаҡ йылдар район гәзите редакцияһының эшен гөрләтеүсе журналистика уҙаманы, бөгөн инде танылған тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм бихисап китаптар авторы Рәмилә Сәйфуллина.

“Ваҡыт үрелешендә” (“В переплёте времени”) тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү альманахында Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарының тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индереүселәрҙең барыһына ла биографик белешмә бирелгән һәм уларҙың тикшеренеү эштәренә ҡыҫҡаса күҙәтеү яһалған. Шулай уҡ китаптың икенсе авторы – 45 йылдан ашыу ғүмерен үҙәкләштергән китапханалар системаһы эшенә арнаған Надежда Гогитидзе бында китапхана хеҙмәткәрҙәренең төрлө заманса технологиялар ҡулланып, тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге эше тураһында бәйән итә. Китаптағы барлыҡ мәғлүмәттәр архив документтарынан, тарихи хәтирәләрҙән, гәзит баҫмаларынан һәм тораҡ пункттар тарихының биттәрен тергеҙеүсе башҡа сығанаҡтарҙан тупланған.

- Рәмилә Сәйфуллина – РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре. Уның ижади хеҙмәтенең бер йүнәлеше булып тыуған яҡты өйрәнеү тора. 2011- 2017 йылдарҙа журналист был йүнәлештә “След на земле. Из блокнота журналиста”, “Карта района. Кармаскалинская земля”, “Кармаскалы. Страницы из прошлого и настоящего” китаптарын баҫтырып сығарҙы. Районыбыҙҙың тораҡ пункттары, тарихи шәхестәр һәм данлыҡлы яҡташтар тураһындағы был китаптар журналистың артабанғы эшенә, аныҡ осраҡта, Ҡырмыҫҡалы районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре тураһындағы хеҙмәтенә үҙенсәлекле стимул булды. Һис шикһеҙ, үҙ иткән журналист һөнәре Рәмилә Әнүәр ҡыҙына ошондай мөмкинлек бүләк итте лә инде. Уның барлыҡ һөнәри тормошо – ваҡиғалар, факттар, кешеләр һәм йәмғиәткә биргән мәғлүмәт өсөн журналистың яуаплылығы ярҙам итте, - тигән баһа бирә халыҡ мәғарифы ветераны Әлфиә Усманова китаптың авторына.

- Тыуған яҡты өйрәнеү менән ҡыҙыҡһыныу төрлө быуын һәм төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә. Бөтә ғүмерен район гәзитен сығарыуға арнаған журналист Рәмилә Сәйфуллина күп йылдар буйы тыуған районының тарихы һәм мәҙәниәте, ошо бәрәкәтле ерҙән сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында материалдарҙы берәмләп йыйған. Тыуған яҡты өйрәнеүсе генә түгел, үҙенең бәләкәй Ватанының ысын патриоты булараҡ, ул тыуған төйәгенең тарихын өйрәнеү һәм һаҡлау менән ҡыҙыҡһыныусы башҡа ижади шәхестәрҙе лә үҙ янына туплай, - тип яҙа мәғариф ветераны һәм журналист Клара Ғәйфуллина китапҡа ҡарата биргән баһаламаһында.

Яңы ғына донъя күргән йыйынтыҡта авторҙар тураһында ла ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән. Бөгөн, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең, матбуғат баҫмалары нәшер итеүселәрҙең һөнәри байрамы – Рәсәй матбуғаты көнө алдынан талантлы ҡәләм оҫтаһы Рәмилә Сәйфуллина тураһында күберәк яҙып үтке килә.

Йәмле Ҡырмыҫҡалы ерендә тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә С.М. Чугункин исемен йөрөткән Ҡырмыҫҡалы мәктәбен уңышлы тамамлаған һәм бала саҡтан тел, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған йәш ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Киске бүлектә уҡыған сағында ла, “Филолог. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” белгеслеге буйынса ҡулына диплом алғас та ул Өфөнөң төрлө учреждениеларында һәм ойошмаларында тәжрибә туплай.

1980 йылда Рәмилә Әнүәр ҡыҙы тыуған ауылы Ҡырмыҫҡалыға ҡайтырға ҡарар итә. Район гәзите редакцияһында эшләгән дәүерҙә ул һөнәри яҡтан тағы ла нығыраҡ үҫешә һәм бар белемен ошо һөнәргә арнай.

Күп йылдар буйы, хаттар бүлегендә мөдирлек иткәндә, яуаплы секретарь һәм редактор урынбаҫары булып эшләгәндә, шул уҡ ваҡытта ике тиҫтә йыл беренсел журналист ойошмаһын етәкләгәндә, Рәмилә Әнүәр ҡыҙы үҙенсәлекле талант эйәләрен асыу өсөн күп көс һала. Уның тырышлығы менән беҙҙең райондан бик күп авторҙар быуыны үҫеп сыға.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан алып, Рәмилә Сәйфуллина бына күп йылдар инде тыуған төйәгебеҙҙе ҡыҙыҡһынып өйрәнә һәм байтаҡ ҡыҙыҡлы материалдар йыйыуға өлгәшә. Барлыҡ мәғлүмәтте бер ергә туплап сығарған китаптары быға асыҡ дәлил булып тора.

Юғарыла Әлфиә Усманова һанап киткән китаптарҙан тыш, Рәмилә Әнүәр ҡыҙының тағы бер ҙур эше тураһында әйтмәү яҙыҡ булыр.

Редакция коллегияһы ағзаһы булараҡ ул 2022 йылда сыҡҡан “Герои и творцы Великой Победы” китабын нәшер итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ матбуғат уҙаманы районыбыҙҙа 2023 йылда асылған тарихитыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырыуға тос өлөш индерә.

Алда әйтеп кителгән юғары исемдәргә өҫтәп, бер туҡтауһыҙ тыуған төйәгенә хеҙмәт иткәне өсөн Рәмилә Сәйфуллина “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, һөнәри эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының һәм тыуған яҡты өйрәнеү эше өсөн район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнә.

Матбуғат уҙаманы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе яҡташыбыҙ киләсәктә беҙҙе тағы ла оҙаҡ йылдар ошондай бай мәғлүмәтле, тос хеҙмәт емештәре менән ҡыуандырыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

 

Хөрмәтле «Даирә», «Кармаскалинская новь», «Үзән» хеҙмәткәрҙәрен, журналистика һәм полиграфия ветерандарын Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ихлас ҡотлайым.

Беҙҙең матбуғат туғыҙ тиҫтәнән ашыу ваҡыт дауамында район һәм күп милләтле халыҡ тормошонда ҙур роль уйнай. Район журналистары социаль, мәҙәни, иҡтисади проблемаларҙы әүҙем яҡтырта, гражданлыҡ йәмғиәтен формалаштырыуға һәм йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.

Баҫмалар киләсәктә лә йолаларға тоғро ҡалып, райондың ижтимағи-сәйәси процесында әүҙем ҡатнашыр һәм күп йыллыҡ үткән быуын тәжрибәһен тағы ла арттырыр, тип ышанам.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләйем.

Әлфир САБИРОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас