

Унда мәктәп уҡыусылары, йәмәғәтселек эшмәкәрҙәре, командирҙың туғандары һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Сара Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Йыйылыусылар алдында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Илфат Хәмитов сығыш яһап, геройыбыҙҙың ысын батырлыҡ һәм ныҡлылыҡ өлгөһө булыуын һәм әлеге көндә лә яугирҙәребеҙҙе батырлыҡтарға рухландырыусы булып ҡалыуын билдәләне. Шайморатовтың яҙмышы һәм тарихы, Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы ысын легендаға әүерелде. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уның хаҡында хәтерҙе мәңге һаҡлаясаҡбыҙ. Барығыҙҙы ла бөгөнгө көн уңайынан ҡотлайым, тыныс күк йөҙө, сәләмәтлек, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем, тине ул.
Артабан һүҙ Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы комиссариаттары начальнигы Рөстәм Вәлитовҡа бирелде.
- Генерал Миңлеғәли Шайморатов фашизмға ҡаршы көрәшеп, 1943 йылда хәҙерге Луганск, элекке Ворошиловград өлкәһендә һәләк булып ҡалды. Һәм нимә күрәбеҙ, 80 йыл элек яҡташыбыҙ көрәшкән фашизм яңынан баш ҡалҡытты һәм беҙҙең егеттәребеҙгә Доставалов, Шайморатов исемендәге батальондарҙа дошманға ҡаршы батырҙарса алышырға тура килә. Уҡыусыларҙы тарихты тәрәндән өйрәнергә, иҫтәлекле даталарҙы онотмаҫҡа, батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға саҡырам. Тарих фәне тыуған илде кемдән һаҡларға, ә хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәресе быны нисек эшләргә өйрәтәсәк, - тине Рөстәм Урал улы.
Сараға Миңлеғәли Шайморатовтың бүләсәре Алина Мартьянова ла ғаиләһе менән килгәйне.
- Барығыҙға ла хәйерле көн. Беҙ бөгөн М. Шайморатовтың тыуыуына 126 тулыуын билдәләргә йыйылдыҡ. Ысынлап та, беҙ тарихты мәктәптәрҙә өйрәнеүҙән тыш, мәктәп уҡыусыларын һәм кескәй балаларҙы барлыҡ сараларға ла йөрөтөргә тейешбеҙ. Бала саҡта һәр нимә хәтергә уйылып ҡала.
Беҙ үҙебеҙҙең кескәй улдарыбыҙҙы патриотик сараларға йөрөтөргә тырышабыҙ, улар әлегә бының ни тиклем әһәмиәтлелеген аңлап бөтмәһәләр ҙә, М. Шайморатов хаҡында беләләр һәм уның менән ғорурланалар, - тине Алина Тәлғәт ҡыҙы.
Шайморатов ауылының уҙамандар Советы рәйесе Әфҡәт Ниғмәтуллиндың ялҡынлы телмәре һәм Айнур Абакачевтың “Шайморатов генерал” йырын башҡарыуы ла тантанаға илһөйәрлек һәм байрам рухы өҫтәне.
Артабан сара урындағы мәҙәниәт йортонда дауам итте. Урындағы ирекмәндәр ойошторған тематик күргәҙмә барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы. Унда Миңлеғәле Шайморатовтың ғүмер юлы һәм хәрби тарихы тураһында мәғлүмәттәр һәм документтар менән танышырға мөмкин ине.
Экспозицияның бер өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам саралары һәм һәм кемдең дөйөм эшкә өлөш индерә алыуына бағышланғайны.
Шайморатов ауыл ауыл биләмәһе башлығы Илвир Моратшин республика етәксеһе Радий Фарит улы Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе: «Шуны билдәләп үтергә кәрәк, күп йылдар дауамында беҙ батырҙың исемен бөйөләштереү маҡсатында тырыштыҡ. Һәм был мөмкин булды — 2020 йылда Миңлеғәли Шаймуратовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Беҙ бының менән һоҡланабыҙ һәм ғорурланабыҙ».
Шулай уҡ был көндө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән йылы шарттарҙа осрашыу үтте. Район хакимиәте һәм төрлө хеҙмәттәр белгестәре уларҙың һәр һорауына ентекле яуаптар бирҙе.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам саралары тураһында һөйләшеү көн ҡаҙағында булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына комплекслы ярҙам итеүгә айырым иғтибар бирелде. Власть вәкилдәре йыйылыусыларға ғәмәлдәге социаль ярҙам саралары тураһында ентекле аңлатты. Улар араһында ҡала һәм ҡала яны йәмәғәтселек транспортында бушлай йөрөү, шулай уҡ илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөклө шарттар тураһында бәйән ителде.
Осрашыу урындағы ижади коллективтар әҙерләгән концерт программаһы һәм яугирҙәргә гуманитар посылкалар ебәреү менән тамамланды.
Бындай саралар быуындар бәйләнешен һәм тарихи хәтерҙе генә бәйләп ҡалмай, ә йәмғиәттең берҙәмлеген нығыта, патриотизмды үҫтерә һәм Ватан алдындағы тоғролоҡто күрһәтә.
Гөлсәсәк Аласова.