Даирә
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Мәғрифәтсебеҙ хажға барған

Изге Рамаҙан айы менән! Ошо айҙа изге эштәр башҡарып, изге уй-ниәттәр менән йәшәргә насип булһын барыбыҙға ла, Алла бирһә.Һеҙгә Ғайса Хөсәйеновтың "Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев" тарихи-биографик китабынан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың хажға барыуы тураһындағы мәғлүмәтте тәҡдим итәм.

Мәғрифәтсебеҙ хажға барғанМәғрифәтсебеҙ хажға барған
Мәғрифәтсебеҙ хажға барған

"...Беҙҙән йәшлек үтте, әхирәтте ҡайғыртыр ваҡыт етте. Йомғаҡларға ваҡыт буғай", - ти бер хатында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.
Яңы быуат башында Өмөтбаевтың аллы-артлы өс китабы нәшер ителә: " Бакчасарай шишмәсе вә ғәйре бәйетләр"(1990), "Татарча ҡысҡа нәхү"(1901), "История Оренбургского магометянского духовного собрания "(1903).
Был баҫмалар пенсиялағы авторҙың материал хәлен шаҡтай ғына еңеләйтә төшкән ахырыһы: 1903 йылды Өмөтбаев бик алыҫ һәм ҙур сығым һораған хаж сәфәренә йыйына.
("Китаптарымды баҫып сығарыуҙан тапҡан аҡсама хажға барҙым", - ти үҙе был хаҡта). Уйында мотлаҡ хаж ҡылыу, хажи булыу ниәте ныҡ урынлашҡан булдымы икән, Мөхәммәт пәйғәмбәр йәше етеп килгәндә ҡарт һәм ауырыу көйө быға тәүәккәллек итә ул. Кем белә, һаулығы етмәһә, хаж юлында шәһит китеренә лә разый булғындыр.
Өмөтбаевтарҙың бер нисәһе күптән хажи. Ағаһы Фәхретдин, унан ҡустыһы Сөләймән хажға барып ҡайтты. Улы Баязит та Мәккә-Мәҙинәлә булды. Мөхәммәтсәлим генә һаман хажи түгел, бәлки, намыҫы ла килеп киткәндер. Үҙе әйтмешләй, ғалимдар улар вәҡар ҙа булалар.

Нисек тәүәккәлләгәндер, сәфәрҙә күпме айҙар йөрөп, юл ғазаптарын нисек үткәргәндер, 1903 йылды хаж китеп, шул йылында кире имен-аман әйләнеп ҡайта үҙ йорт-иленә. Юлда күргән-белгәндәрен ҡайтҡас, "Хажнәмә" китабында бик ентекләп яҙа. Уны китап итеп баҫып сығарырға әҙерләй. Ҡулъяҙмаһын Ҡазан нәшерҙәренә тапшыра. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул баҫылыу ғына түгел, ҡулъяҙмаһы типографияламы, ҡайҙалыр юғалып ҡала.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев әүәл-әүәлдән сәйәхәт китаптары, хажнәмәләр менән ҡыҙыҡһына килгән. "Ислам индерелгәндән алып башҡорттар, муллалар Мәккәгә йөрөй башлағандар, әйләнеп ҡайтҡас, сәйәхәт һәм дини йолалар хаҡында һөйләгәндәр, - тип яҙа ул "Башҡорттар" тигән мәҡәләһендә.
Мәккәгә Төркөстан, Бохара, Хиуа һәм Персия аша йөрөгәндәр. Тимәк, бөтә Азияны үтергә кәрәк булған. Етмәһә, ундан берәү генә ҡоллоҡҡа эләкмәйенсә йәки фарсылар (Ҡыҙыл баштар) тарафынан үлтерелмәйенсә, өйөнә әйләнеп ҡайта алған. Ә Константинополь аша йөрөргә аҡса күп кәрәк булған. Ул ваҡыттарҙа, сәфәрҙең ауырлығы арҡаһында, Мәккәгә сәйәхәт итеү, хәлле кешеләрҙең бурысы булһа ла, бай башҡорттарҙың да башына ла килмәгән”.
Юлиә Аслаева.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейының ғилми хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас