Презентацияла Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте вәкилдәре – иҡтисад фәндәре кандидаты, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Энгель Зәйнетдинов, тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Клара Әғлиуллина, район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Айҙар Бакиров, район хакимиәтенең архив бүлеге мөдире Альбина Мәсәғүтова, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Светлана Дмитриева, яҙыусының яҡташтары – табын ырыуының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев, Иҫке Бәпес ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин, журналистика уҙаманы Эльза Саттарова һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сараны алып барыусы архив бүлеге мөдире Альбина Рафиҡ ҡыҙы архивтың шәхси фонды менән таныштырҙы.
- Архивтарҙа һаҡланған тарихи мираҫ районыбыҙҙың йылъяҙмаһын, халыҡ хәтерен кәүҙәләндерә. Беҙҙең район архивы ла архив фондтарын шәхси документтар менән тулыландырыуға ҙур иғтибар бирә. Быйылғы йылдың 1 ғинуарына район архивында күләме 125 эш булған 13 шәхси фонд иҫәпләнде. Улар араһында Солтанғәлиевтың ғаилә альбомы, халыҡ контроле директоры, Бөйөк Ватан һуғышы уҙаманы П.С.Табаковтың, мәктәп директоры, тарих уҡытыусыһы Мәрйәм Даянованың, район советының башҡарма комитеты рәйесе Й.М. Килдебәковтың һәм башҡаларҙың шәхси фондтары бар.
Уның яҡташыбыҙ Фәнил Ҡоҙаҡаевтың шәхси документтары, фотоһүрәттәре, китаптары һәм тағы күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр индерелгән шәхси фонды менән тулыланыуы бик ҡыуаныслы. Ул архивҡа барлығы 17 эш һәм 33 фотодокумент тапшырҙы.
Фәнил Шәмсетдин улына шәхси фондын тағы ла оҙаҡ йылдар яңы мәғлүмәттәр һәм ижади әҫәрҙәр менән өҫтәп тулыландырып торорға яҙһын. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади ҡомар юлдаш булһын, - тине һәм һүҙҙе район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Айҙар Филарит улына бирҙе.
- Фәнил Ҡоҙаҡаев районыбыҙҙың Маҡтаулы гражданы, күп йылдар дауамында яҡташтар ойошмаһы рәйесе булараҡ, ул яҡташтарҙы осраштырыу, дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Беҙ ҙур бейеклектәр яулаған шәхесебеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Артабан да ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмайынса, ҙур ныҡышмалылыҡ талап иткән тыуған яҡты өйрәнеү эштәрен дауам итерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйем, - тине ул.
Сара йылы, дуҫтарҙа шарттарҙа үтте. Йыйылыусылар үҙҙәренең хәтирәләре, тәьҫораттары менән уртаҡлашты, Фәнил Шәмсетдин улына ижади уңыштар теләне. Яҡташыбыҙҙың тормош һәм ижад юлы тураһында китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев – яҙыусы һәм журналист” тип аталған видеопрезентацияһы һәм китаптар күргәҙмәһе менән танышты.
- Фәнил Ҡоҙаҡаевтың шәхси фонды райондаштары өсөн ҙур ярҙам һәм ҡиммәтле материал булыр, тип ышанам.
Беҙҙе Фәнил Шәмсетдин улы менән һуғыш һәм атайҙар темаһы берләштерә. Беҙҙең атайҙарыбыҙ бер дивизия составында алышҡандар. Шуның менән бәйле эҙләнеүҙәр алып барып, дивизия хаҡында китап та сығарҙыҡ.
Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы, нимәгә тотонһа ла, аҙағына тиклем алып барып еткерә. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев эҙҙәре буйынса журналист экспедицияларының башында тороуы ла уның ойоштороу һәләтенән килә. Күптән түгел дуҫымдың “Атайсал” мәҙәни үҙәгенең “Ауаз” ансамблендә ҡатнашып, йырлап йөрөүен күреп, тағы бер тапҡыр һоҡландым, - тип һөйләне Энгель Зәйнетдинов.
- Фәнил Шәмсетдин улы тормош һәм ижад юлын үҙе яҙған шәхес. Бөгөн уның шәхси архивы менән танышып, йәшәлгән йылдарының бушҡа уҙмауын күрәбеҙ, уның башланғысынан өлгө алабыҙ.
Замандашым тыуған яҡты өйрәнеү эштәрен алып барыуҙан тыш, башҡаларға ла район һәм ауылдар тарихтарын яҙырға ярҙам итә. Ауылдың тарихы, ауылдаштарының яҙмыштары тураһында ул “Ауылым минең – Малай”, “Малайҙа тыуғандар”, «Ауылымдың исеме ябай - Малай» китаптарында яҙҙы. Шулай уҡ тыуған ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә обелиск һалыуға ла бар көсөн һалды, - тине Фәрғәт Ҡотлобаев.
Фәнил Шәмсетдин улы йомғаҡтар яһап, сараны ойошторорға ярҙам иткән район хакимиәтенә, архив бүлегенә, китапхана хеҙмәткәрҙәренә һәм килгән ҡунаҡтарға ихлас күңелдән рәхмәтен белдерҙе.
Фәнил Ҡоҙаҡаевтың архив материалдары уның ғүмер юлының ни тиклем бай тарихҡа эйә булыуы хаҡында һөйләй, һәр ҡайһыһы ҡыҙыҡлы һәм һәр ҡайһыһы тарихи әһәмиәткә эйә. Фонд материалдары, һис шикһеҙ, йәш быуынды, әҙәбиәт һөйөүселәребеҙҙе ҡыҙыҡһындырыр һәм яңы мәғлүмәттәр менән тулылана барыр, тип ышанабыҙ. Киләсәктә лә ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен, ижад итер өсөн ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө юлдаш булһын, Фәнил Шәмсетдин улы.
Гөлсәсәк Аласова.