-3 °С
Ҡар
Уҡыуҙы тамамлағас, уның төркөмөнә эшкә килдем. Фәдис ул мәлдә икенсе ҡатыны Римма апай менән ғүмер итә ине. Бергә гастролгә йөрөйбөҙ. Рөстәм менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша башлағас, үҙемдән 14 йәшкә оло Фәдис менән асылып һөйләшә инем. Сөнки ул — яҡшы әңгәмәләш. Яҙмышҡа шулай яҙған, ахыры, бергә булдыҡ. Аллаһы тәғәлә беҙгә уртаҡ бала бирергә ашыҡманы. Ҡыҙым Гөлназ да: "Әсәй, бала тапмай", — тине. Был осорҙа Фәдистең Гөлназға ҡарата мөнәсәбәтен күҙәттем. Кейәүгә сыҡтым тип, бала тураһында онотманым. Гөлназ балиғ булғас, Фәдис менән ҡауышыуыбыҙға 12 йыл тулғас ҡына, улыбыҙ Кәрим тыуҙы.
Сығанаҡ: Шоңҡар журналы