Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Шиғыр тыуа татлы ғазаптарҙан...

Ғалимә һәм шағирә Рәмзәнә Абуталиповаға – 70 йәш Сөм-ҡара тупраҡлы Ҡырмыҫҡалы ере борон-борондан үҙенең затлы шәхес булырҙай ул-ҡыҙҙары менән дан тотҡан. Хаҡ был һүҙҙәр. Яугир тиһәк, хәтергә шунда уҡ ике быуат элек дан яулаған Абдрахман Аҡъегет, генерал Миңлеғәле Шайморатовтар килер, хеҙмәт ба­тырҙарын уйлаһаң, Банат Батырова, Раил Камалов, Фәрит Садиҡовтарҙың тере һыны күҙ алдына баҫыр, ғалимдар тиһәң, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ғайса Хөсәйенов, Роберт Бай­ымов, Тимерғәле Килмөхәмәтовтар ҡылт итеп иҫкә төшөр, күңел ғорурлыҡ тойғолары менән тулышыр (тел һәм әҙәбиәт өлкәһендәгеләр менән сикләнәбеҙ), яҙыусы һәм шағирҙарыбыҙҙы, сәнғәт әһелдәребеҙҙе һанай китһәң, икәү түгел, дүрт ҡул бармаҡтары етмәҫе мәғлүмдер.

Шиғыр тыуа татлы ғазаптарҙан...
Шиғыр тыуа татлы ғазаптарҙан...

Ғалимә һәм шағирә Рәмзәнә Абуталиповаға – 70 йәш

Шиғыр тыуа татлы ғазаптарҙан...

Сөм-ҡара тупраҡлы Ҡырмыҫҡалы ере борон-борондан үҙенең затлы шәхес булырҙай ул-ҡыҙҙары менән дан тотҡан. Хаҡ был һүҙҙәр. Яугир тиһәк, хәтергә шунда уҡ ике быуат элек дан яулаған Абдрахман Аҡъегет, генерал Миңлеғәле Шайморатовтар килер, хеҙмәт ба­тырҙарын уйлаһаң, Банат Батырова, Раил Камалов, Фәрит Садиҡовтарҙың тере һыны күҙ алдына баҫыр, ғалимдар тиһәң, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ғайса Хөсәйенов, Роберт Бай­ымов, Тимерғәле Килмөхәмәтовтар ҡылт итеп иҫкә төшөр, күңел ғорурлыҡ тойғолары менән тулышыр (тел һәм әҙәбиәт өлкәһендәгеләр менән сикләнәбеҙ), яҙыусы һәм шағирҙарыбыҙҙы, сәнғәт әһелдәребеҙҙе һанай китһәң, икәү түгел, дүрт ҡул бармаҡтары етмәҫе мәғлүмдер.

Эйе, бәрәкәтле еребеҙ мул уңышы менән генә ҡыуандырмай, ил-дәүләтебеҙгә бына­мын тигән арҙаҡлы шәхестәр үҫтереүе менән дә ғорурла­нырға хаҡлы. Әйтелгәндәр араһында танылған педагог, филология фәндәре докторы, профессор, хисле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы ла бар. Тыуған ер һәм шәхес берҙәмлегенән башлауымдың сер-сәбәбен әйтмәй булмаҫ: Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Өфө фән һәм технологиялар уни­верситетының шәрәфле про­фессоры Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипова 1954 йылдың 30 мартында Стәрлетамаҡ ҡа­лаһында донъяға килә, ҡала ҡыҙы булып, ташҡа аяҡ баҫа. Уйҙарыма ирек бирәм: ҡала­ла үҫә ҡалһа, урман-туғайлы Иҫке Бәпескә йәйге кани­кул көндәрендә генә ҡайтып йөрөһә, моғайын, рус телле булырҙай бала башҡорт тел ғилеменә, милли әҙәбиәт­кә ниндәй кимәлдәрәк тар­тылыр ине лә, шиғриәте (әгәр уны һөйә ҡалһа) ниндәй мо­тивтар, хис-тойғолар менән һуғарылыр ине икән? Халыҡ шағирыбыҙ Әнғәм Атнаба­евтың фекере хәтергә килә: шәп шағирҙар ауылдарҙа тыуа шул... Бер үк төбәк Иҫке Бәпес, Абдулланан Ирек Кинйәбу­латов, Барый Ноғоманов һәм Рәмзәнә Абуталипова, Ҡар­лыманбаштан Фәрит Иҫәнғо­ловтар -үҙҙәре генә ни тора! Милли һәм рухи ғорурлығы­быҙ бит улар.

Алыҫ ерҙе яҡын итеп, ауылға ҡайтып киләм...

Был юлдар шағирәнең «Ауылым һуҡмағы» әҫәренән. Унда, тәүге өн-ауаздарҙан уҡ, күңелдә йылы хистәр уятыр ошондай поэтик фекер асыҡ яңғырай:

...Күбәләктәр ҡыуанғандай,

Алдарымда осоп-ҡуна.

Ниндәйҙер ҡош сут-сут

һайрай,

Йәш үләнгә боҫоп ҡына.

Шаян һуҡмаҡ урай-урай

Оҙайта юлдарымды.

Быуаттарҙың төпкөлөнә

Алып китә уйҙарымды.

Ана бит, үҙ иткән тупраҡҡа, тәбиғәткә ҡарата әйтелгән ниндәйен изге хистәр, һағыш һәм ауыл һауаһын, яҡын­дарыңды күреүҙән тыуған ҡайнар тойғолар! Танылған шағирә һәм арҙаҡлы ғалимә Рәмзәнә Абуталипова күптән түгел журналист Розалия Наза­роваға биргән интервьюһында ошолай тине: «Әсәйем яғынан олатай-өләсәйем Абдулла ауылында, ә атай яҡлап ола­тай-өләсәйем Иҫке Бәпестә йәшәгән. Атайым әрме хеҙмә­тенән ҡайтҡас, Стәрлетамаҡта эшкә урынлаша, шул ваҡыт­тарҙа Гүзәл апайым менән ике­беҙ донъяға килгәнбеҙ. Күпме­лер ваҡыт үткәс, атай-әсәйем Иҫке Бәпес ауылына күсеп ҡайтҡан. Мин ошо ауылда тәү башлап мәктәп ишеген астым һәм һигеҙенсе класҡа тиклем уҡыным. Башҡорт дәүләт уни­верситетын тамамлағас, Иҫке Бәпестә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫа­ры һәм уҡытыусы булып эш башлап ебәрҙем, шуға күрә барлыҡ документтарҙа тыуған ерем Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҙылһа ла, мин үҙемдең тыуған ерем тип Иҫке Бәпесте иҫәпләйем».

Хәтерләйһегеҙме икән, ха­лыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Бии­шеваның «Ғүмер юлым» тигән шиғырында ошондай юлдар бар: «Ғүмер юлы - ауыр, оҙай­лы юл, Зауыҡлы юл – йәшәй белгәнгә». Иҫ киткес тәрән мәғәнәгә эйә был фекер. Яҙ­мышы кешенең үҙ ҡулын­да, йәшәйештәге уңышың иһә, аныҡ маҡсаттар ҡуя белеүҙә, бар көс-һәләтеңде егеп, шуға ынтылыуҙа. Про­фессор Рәмзәнә Абуталипова менән (хатта әсәһе, туғанда­ры, нәҫел-нәсәбе менән) оҙаҡ йылдар танышмын, фекерҙәш булғанға яҡташым балҡып йәшәй белә, шуға ғүмер юлы ла үтә зауыҡлы, тип, әйтә алам. Эйе, Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы һәр йәһәттән зауыҡлы: халҡы­на күрһәткән хеҙмәте, ғилми эшмәкәрлеге булһынмы, ҡаш ҡараһы, буй зифаһы тиһеңме, телмәренең йыр һымаҡ ағылып китеүен әйтерһеңме - барыһы ла юғары зауыҡлы! Ә коллегамдың башҡорт халыҡ йырҙары, мәҫәлән, «Шәүрә», «Зөлхизә», «Сәлимәкәй»ҙе башҡарыуын тыңлаған һәр кем: «О! Ниндәй зауыҡ, ғәжәйеп нәзәкәтлек!» - тип һоҡла­ныр. Яҡташымдың ғүмер юлы, ғилмиәте, әҙәби ижады, шәхси тормошо, ысынлап та, күптәр­гә өлгө булырҙай!

Өфөләге 1-се мәктәп-ин­тернатын (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге республика гим­назияһы) тамамлаған Рәмзәнә 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының филоло­гия факультетында белем ала. Республика гәзит-журналда­рында йәш хәбәрсе булып та­нылған, төрлө конкурстарҙа еңгән ижадсы «Шоңҡар» әҙә­би берекмәһендә ҡанаттарын нығыта, шиғриәт донъяһы­на ныҡлап аяҡ баҫа. Тыуған ауылында педагогик хеҙмәт юлын башлаған талантлы уҡы­тыусы артабан 1978-1987 йыл­дарҙа Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы мәктәптәрҙә уңышлы эшләй. Педагог был уңыштың нигеҙендә ике оста­зымдың хеҙмәте бар, тип хә­терләргә ярата бөгөн. Уларҙың тәүгеһе – Иҫке Бәпес урта мәк­тәбенең тел һәм әҙәбиәт уҡы­тыусыһы Камилә Зиннәт ҡыҙы Ирмәкова булһа, икенсеһе республикабыҙҙың 1-се мәк­тәп-интернатынан арҙаҡлы педагогы Фәрзәнә Фәиз ҡыҙы Абдуллина. Улар өлгөһөндә үҙе лә тел-әҙәбиәт уҡытыусыһы булып китә, шиғриәт донъ­яһына сума. 1987 йылда Стәр­летамаҡ педагогия институты­на эшкә саҡырыла. 2000 йылда доцент ғилми дәрәжәһенә эйә була. Тиҫтә йылдан ашыу БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында профессор вазифаһын башҡа­ра. Рәсми стилдәрәк яҙылған был өҙөктән һәр кем аныҡ маҡсатлы шәхестең тыуған тупрағынан һут һәм дәрт алған ғүмер юлы ниндәйен дә за­уыҡлы булыуына инанғандыр.

Тәрән ғилми фекерле

талымһыҙ ғалимә

Үрҙә әйтелеүенсә, профес­сор Р.Ә.Абуталипованың ғил­ми эшмәкәрлеге иң әүәл педа­гогика йүнәлешендә башлана, сөнки ул 1987 йылда Стәрле­тамаҡ педагогия институтына (хәҙерге Өфө фән һәм техно­логиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) эшкә саҡырыла, тап шул йылдарҙа был уҡыу йортонда башланғыс кластарҙа уҡытыу методикаһы фәне сәскә ата, ошо өлкәнең үҙәгенә әйләнә. Йәш ғалимә Мәскәү ҡалаһындағы Милли мәғариф проблемалары ин­ститутында «Русса һөйләшкән уҡыусыларҙы башҡорт гра­мотаhына өйрәтеү» темаhы­на кандидатлыҡ диссертаци­яһын юғары кимәлдә яҡлауға ирешә, тыуған ҡалаһында ең һыҙғанып эшләй. Бөгөн педа­гог-ғалимәнең 300-ләп ғилми мәҡәләһе төрлө баҫмаларҙа донъя күргән. Иң әүәл, әлбит­тә, улар башланғыс кластарҙа уҡытыу методикаһына, бала­ларҙың йәшенә бәйле психоло­гик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, уларҙы уҡытыу процесында нисек итеп ҡуллана белеү мәсьәләләренә арналды. Ғил­миәте үҫә һәм тәрәнәйә барҙы, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә тыуған фәнни һығымталары айырым китап-дәреслектәр, методик ҡулланмалар, рус­са-башҡортса һүҙлектәр бу­лып ташҡа баҫылды. Бөгөн ошондай хеҙмәттәрҙең дөйөм һаны егерменән ашыу тип әй­теү генә еңел, улар һинең көн­дәлек тормошоң, йәшәү рәүе­ше, алһыҙ-ялһыҙ үткән байтаҡ йылдар һөҙөмтәһе. Профессор Р.Ә Абуталипованың барлыҡ фәнни хеҙмәттәре менән та­нышып барған телсе-әҙәбиәт­се булараҡ шуны әйтә алам: ғилми мәҡәлә булһын, мето­дик күрһәтмә, йәки рецензия булһын, ул хеҙмәттәрҙә ғил­ми тәрәнлек, тикшеренеүҙең объекты, предметы аныҡ бил­дәләнеү, эҙләнеүҙәр ысулы, тейешле һығымталарға килеү, ғилми мөхитте ҡыҙыҡһынды­ра алыу кеүек мөһим фәнни күренештәр хас. Ә уның шул мәҡәләләр, фәнни фекер-тәҡ­димдәре менән ҙур аудитория­ларҙа сығыш яһауын күрһәгеҙ – үҙе башҡорт ғилмиәтенең бер ҡаҙанышы булырҙай күре­неш ул. Кемдән өйрәнгәнме – остаздарынан. Кандидатлыҡ диссертацияһын ул Мәскәүҙә­ге танылған ғалимә Земфи­ра Ғизетдин ҡыҙы Сәхипова етәкселегендә, ә докторлыҡты академик Марат Вәлиулла улы Зәйнуллинда, БДУ дис­сертациялар яҡлау советында, уңышлы яҡланы. Совет улты­рышында шәхсән ҡатнашы­уым, сығыш яһауым, һуңынан диссертация монография бу­лып донъя күргәс, рецензия яҙыу, «Башҡортостан» гәзи­тендә донъяға күрһәтеүем, моғайын, ҡанатлы һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ бирәлер, тим. Ә хәҙер ғалимәнең төп моно­графияһы - «Башҡорт телендә аспектуаллектең функцио­наль-семантик категорияһы» хеҙмәтенә ҡарата, һүҙҙе артыҡ оҙаҡҡа һуҙмай, бер нисә кә­лимә.

Беренсе сиратта, шуныһы мөһим: һәр милли тел ике планда йәшәй - йәмғиәттә, халыҡтың көндәлек тормо­шонда фекерләү, аралашыу, информация тапшырыу, уны һаҡлау һәм башҡа күп төр­лө саралар булараҡ, шул уҡ ваҡытта, ул һүҙлектәрҙә, ху­дожестволы әҙәбиәт телендә һаҡлана. Академик М.В.Зәй­нуллин туған телдәрҙең ике тиҫтәнән ашыу функцияһы барлығын билдәләне, уларҙы өйрәнеү буйынса үҙ ғилми мәктәбен булдырҙы, байтаҡ хеҙмәттәр яҡлауға сығарылды. Һөҙөмтәлә тел ғилемендә яңы йүнәлеш – антропоцентризм, йәғни телде кешенең көндәлек эшмәкәрлегендә, донъяны та­нып белеүҙә актив ҡулланылыу планында өйрәнеү ихтыяжы тыуҙы. Ә бит XIX–XX быуат­тарҙа тел ғилеме фәҡәт телде телдең үҙе өсөн өйрәнеү аспек­тында йәшәне – һөҙөмтәлә барлыҡ милли телдәрҙең грам­матикалары төҙөлдө. Ул осорҙа шулар мөһим ине. Бөгөн донъя кимәлендә телдең функцио­наль-семантик категорияларын өйрәнеү алғы планға сыҡты. Минеңсә, ошондай фәнни мәсьәләләрҙең иң ҡат­марлыһы - аспектуаллек ка­тегорияһы. Бындай теманы тап Р.Ә.Абуталиповаға биреп, остазы яңлышманы. Аспекто­логия (лат. - aspektus) – төр, йәғни ҡылымдарҙың грамма­тик категорияларының бил­дәләре. Автор төрки телдәрҙә ҡылым формаларының грам­матик үҙенсәлеге һинд-европа телдәренән шаҡтай айырылы­уын таный. Уның фекеренсә, башҡорт телендә аспектуаллек күп төрлө саралар ярҙамында формалаша, мәҫәлән, син­таксик-аналитик, морфема­тик-синтетик һ.б.: «ҡарашты­рыңҡырап тор – поглядывай»; «килгеләп йөрө – приходи иногда»; «ҡурай ғыжылдатып маташҡан була – пытается играть на курае».

 

«Ел һаман беҙҙең ҡайындың бо­таҡтарын тарт+ҡыла+й» (М.Кәрим) «Ике имән янында һеләүһен үләндәрҙе еҫ + кә + штер + еп тора» (Р. Низамов).

Күренеүенсә, башҡорт телендә ҡылым формалары бай, синтетик һәм аналитик формаларҙың күплеге теле­беҙҙең боронғолоғон, милли үҙенсә­леген асыҡ күрһәтә. Ғалимәнең ошо йүнәлештәге хеҙмәттәре Мәскәү, Санкт-Петербург, Воронеж, Кемеро­во, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа уҙған ғилми конференцияларҙа ҡыҙыҡһы­ныу уятты. БДУ-ла, остазының 80 йәшлек юбилейына арналған ғилми ултырышта, Рәмзәнә Абуталипова былай тине: «Хөрмәтле уҡытыусым юлын һайлап, мин ғүмеремде башҡорт теле фәненә бағышланым, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булараҡ, бө­гөн дә М.В.Зәйнуллиндың педагогик тәжрибәһенә таянам». Әҙибәнең ул саҡтағы шиғри ҡотлауы ҡолаҡта әле лә яңғырап тора:

Шәкерттәре өсөн – бөйөк остаз,

Фән иленә юлдар асыусы.

Уның мәктәбендә үҫеп сыҡты

Күпме тел белгесе, яҙыусы!

Талымһыҙ ғалимә бөгөн ике фәнни йүнәлештә әүҙем эшләй: педагогияла туған телдәрҙе уҡытыу методикаһы, заманса дәрес проблемалары менән «Башҡортостан уҡытыусыһы» журна­лында даими сығыш яһай, ошо баҫма­ның редколлегия ағзаһы булыуы күпте һөйләй. Ул Педагогия һәм ижтимағи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 2014-2022 йылдарҙа Рәсәй ғилми фонды эксперты, 2013-2022 йылдарҙа Рәсәй фундаменталь фәндәр фонды эксперты булараҡ күп һанлы эштәр башҡара. Ғалимәбеҙ 2012 йылда Рәсәй гуманитар фәндәр фонды гран­тына уҙғарылған конкурста еңеп, шу­ның иҫәбенә монография яҙҙы.

Ғалимә, шағирә һәм

изге әсә лә...

Уҙған быуаттың 60-сы йылдар уртаһында «Башҡортостан пионе­ры» гәзитендә районыбыҙҙың Иҫке Бәпес урта мәктәбе уҡыусылары Гүзәл һәм Рәмзәнә Абуталипова исемле ҡыҙҙарҙың мәктәп хәбәрҙәре, шиғырҙары баҫылып сыҡһа, уҡытыусылары­быҙҙың шуларҙы уҡып ишеттереүен, һеҙ ҙә яҙып ҡарағыҙ, тигәндәрен әле лә хәтергә төшөрөп алам. Ә ҡыҙҙар яҙышты, һәм нисек итеберәк яҙышты! Конкурстарҙа еңделәр, диңгеҙҙәргә сәфәр ҡылдылар. Ун йәшендә шиғыр баҫтырған Рәмзәнә Абуталипова һуңғараҡ күренекле шағирә булып үҫеп китте, шиғриәттең иң ҡатмарлы өлкәһенә – балалар әҙәбиәтенә тар­тылды. Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың бер тос фекере бар: «Башҡорт әҙәбиә­тендә лә, татар әҙәбиәтендә лә бала­лар өсөн яҙғандар күп, ләкин балалар яҙыусылары бик аҙ. Улар бармаҡ менән һанарлыҡ». Минең үҙемә халыҡ шағи­ры Гөлфиә Юнысованы, бынан биш йыл әүәл, балалар әҙәбиәте классигы тип атау насип булды. Бөгөн, бармаҡ менән һанай башлаһам, Рәмзәнә Абу­талипова исеменә туҡталам, сөнки ул балалар өсөн ана күпме китаптар ав­торы: «Әнисә, йәшең нисә?», «Асыу­ланма, Сыбарҡай», «Яҙ һөйөнсөһө», «Сиңерткә йәшенмәк уйнай», «Мин үҫәм!», «Бесәй быйма эсендә». Ә бит уларҙа күпме шиғыр-күстәнәс кескәй­ҙәребеҙгә. Республика матбуғатын­да шағирә ижады хаҡында өс тиҫтәгә яҡын әҙәби тәнҡит, рецензиялар донъя күреүе үтә ҡыуаныслы. Мәҫәлән, Ирек Кинйәбулатов Рәмзәнәләге таланттың инеш башын өләсәһе Рабиға инәйҙән, ти. Ул Ғафури районы Баҡраҡ ауылы мәҙрәсәһенән Фазлетдин-хәлфә ҡыҙы булған. Уҡымышлы хәлфә Мәжит Ға­фуригә фарсы теленән дәрес биргән тарихи шәхес. Рабиға инәйҙең ҡыҙы Рәшиҙә апайҙың халыҡ йырҙарын башҡарыуын үҙемә лә ишетеүҙәр на­сип булды. Ә балалар шағирәһе булып китеүе сәбәптәрен шағирә үҙе былай тип аңлата: «Атайым Әсхәт Әхмәтгәрәй улы шул тиклем шиғри күңелле, алсаҡ, изгелекле кеше булды һәм мөкиббән китеп әҙәбиәтте яратты. Рәми Ғарипов ижадына өҫтөнлөк бирҙе. Һуңынан, дәреслектәр яҙғанда балалар өсөн те­матик һүҙҙәр ҡулланылған дүрт юллыҡ шиғырҙар бик кәрәк булды һәм уларҙы күп саҡ үҙем ижад иттем. Улар уҡытыу методикаһында бик кәрәкле».

Балалар әҙәбиәте, һис шикһеҙ, ав­торҙан кескәйҙәрҙең, башланғыс класс уҡыусыларының йәш психологияһын, телмәрен, образлы фекерләү үҙенсәле­ген белеүҙе талап итә. Рәмзәнә Әбүта­липова ижадында был һәләт күҙгә тәү ҡарауҙан уҡ бәрелеп ята: шиғырҙарға теүәл ритмика, өндәр ауаздашлығы хас, тиҙ хәтерҙә ҡалыу, көслө хис-тойғо һәм баланың аңын, фекерләүен, телмәрен, эске донъяһын байытыуға йүнәлтелгән тәрбиә өлгөһө, педагогик маҡсат.

Әлбиттә, һүҙ оҫтаһы тик сабый­ҙар өсөн генә ижад итмәй, уның өл­кән аудиторияға тәғәйен бынамын тигән гражданлыҡ һәм философик мотивтар менән һуғарылған бай ижа­ды бар. Мәҫәлән, «Ғүмер миҙгелдәре» шиғыры йәшәйешкә, кеше ғүмеренең миҙгелдәренә, ғүмер мәғәнәһенә ар­налған фәлсәфәүи йөкмәткеле уңыш­лы әҫәр. Унда «йәшен-ҡолон», «йә­шен-толпар» кеүек метафоралар ана шул ғүмер миҙгелдәрен уңышлы һын­ландыра, нишләйһең, ул миҙгелдәрҙең «рәхимһеҙ көҙө», йәғни фекер-образ фанилыҡтың мәңге түгеллеген хәтергә төшөрә, уйландыра. Философик лири­каның асылы шул. «Ваҡыт» категори­яһын әҙибәнең «Ғүмер йомғағы» әҫәре лә шаҡтай уңышлы сағылдыра. Ауыл өйөндәге ғәҙәти орсоҡ, бер ҡараһаң, әҙәм балаһының ғүмер йомғағын тағата икән: йылдар үткән һайын «саҡ әйләнә ауыр орсоҡ, /шулай инде ваҡыт-йо­маҡ». Рәшит Назаров әйткәнсә, һәр кем арҡаһына үҙ йөгөн йөкмәп килә, бәғзе берәүҙең ҡул һелтәп барыуы ла ихтимал. Тулы һәм һәлмәк орсоҡ фай­ҙалы үткән ғүмергә ишара...

Ике тармаҡ, ике аймаҡ

Тоташтырған ныҡлы төйөн –

Минең улым – ырыуыбыҙ,

Нәҫелебеҙ ҡото бөгөн.

Әйтелгәндәр менән бергә, Рәмзәнә Абуталипова изге әсә лә ул. Беренсе интернаттың бер класында ике йыл бергә уҡыған, береһе БДУ-ла, икенсеһе медицина институтында һөнәр алған йәштәр, яратышып донъя ҡора, татыу ғаиләлә алдағы юлдарҙа һынланды­рылған рухлы улдары Рөстәмгә ғүмер бүләк итә. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы һәм Рауил Ибраһим улы Белорет һәм Стәр­летамаҡ ҡалаларында бәхетле йәшәй, Рөстәмде кеше итә. Ул хәҙер үҙе бына­мын тигән ил-телһөйәр шәхес, ҡурай­сы, шағир, химия белгесе һәм уңышлы эшҡыуар. Рауил Ибраһим улы, арҙаҡлы табип, подполковник, ҡаты сырхап киткәс, изге әсәнең өҙгөләнеүҙәрен, юғалтыу ғазаптарын кисереүен күреп, үҙемә лә һыҙланырға тура килгеләне. Эй, был рәхимһеҙ «ваҡыт-йомаҡ»!.. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла әлдә күңел йылытыр шиғыр бар! Тик ул ғына өмөт сатҡыларын балҡытып ебәрә. Орсоғоң һәлмәк, әммә ырамлы әйләнһен, Әҙибә! Изге әсә күңеленә тик яҡты уй­ҙар килһен, алдағы ғүмерҙә яҙылаһы шиғырҙарың, татлы ғазаптарға һалып, байтаҡ йылдар тыуа торһон!

Фәнзил САНЪЯРОВ,

әҙәби тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты, БР Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты,

Салауат Юлаев ордены кавалеры.

 

Ғүмер - йомғаҡ

Йөн сиратам...

Буш орсоғом

Өйөрөлмәй ыҙалата.

Ҙур йомғағым ғүмер ебен

Самалап ҡына тағата...

Ваҡыт үтә...

Йомғаҡ кәмей,

Эш тә китә күпкә ырап.

Бейеп торған орсоғома

Мин уйланып торам

ҡарап...

Ырғый-ырғый

Өйөрөлә...

Инде күп ҡалманы йомғаҡ,

Саҡ әйләнә ауыр орсоҡ,

Шулай инде

ваҡыт - йомаҡ...

Олоғая барған һайын

Көндәр ҙә тиҙерәк үтә..

Бейей орсоҡ...

Әйтерһең дә

Ғүмер йомғағын ул һүтә.

Тыуған ауылым

Бигерәк матур

Ауылым минең.

Күңелле үтә

Унда һәр көнөм.

Болонда үҫә

Ер еләктәре,

Йылға буйында

Ҙур тирәктәре.

Урманға инһәң,

Сығаһы килмәй:

Төрлө ҡоштарың

Төрлөсә көйләй.

Йөҙә балыҡтар

Саф һыуҙарыңда.

Мул уңыш үҫә

Киң ҡырҙарыңда.

Ауылым минең,

Һәр бер мөйөшөң

Тыуған илемдең

Мөһим өлөшө!

Еңеүҙе яҡынайтабыҙ

Хәрби операцияла

Атайым ҙур командир.

Ул бит ҡурҡыу

белмәҫ батыр

Һәм бил бирмәҫ баһадир.

Мин атайға хаттар яҙам,

Һеңлем һүрәт төшөрә.

“Посылкаға

һалырбыҙ!” – тип

Әсәй сәк-сәк бешерә.

Ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй

Йылы ғына дебеттән.

Олатайым матур фонарь

Алып ҡайтты кибеттән.

Апайым майшәмдәр яһай,

Япма тегә өләсәй.

Шифалары тейер, тип

Әҙерләй үләндән сәй.

Еңеүҙе яҡынайтыуға

Һәр кем һала өлөшөн!

Бөтәбеҙ ҙә тырышабыҙ,

Атайҙар ҙур еңеү менән

Тиҙерәк ҡайтһын өсөн.

Атайымдың һүҙен тотам

Атай СВО-ға китте.

Ил именлеген яҡлай.

Беҙҙең тыныслығыбыҙҙы

Дошмандарҙан ул һаҡлай.

Оҙатҡанда атай миңә

Ҙур ышаныс күрһәтте,

Ҡыҫып ҡосаҡлап һөйҙө лә,

Ошондай һүҙҙәр әйтте:

- Әсәйеңә бул ярҙамсы,

Ауыр сағында – терәк.

Һеңлеләреңде ташлама,

Уларға һин бик кәрәк.

Изге аманатым, улым,

Онота күрмә бер ҙә,

Мин ҡайтҡансы

булаһың бит

Берҙән-бер ир-ат өйҙә!

Атайымдың һүҙен тотам,

Йортта мин хужа хәҙер,

Игеҙәктәрҙе көн буйы

Ҡарап торорға әҙер!

Урамда ҡарҙы көрәйем,

Алып бәләкәй көрәк.

Аҡбайға ла ваҡытында

Ашарға бирер кәрәк.

Ир-ат булғас, иламайым

Ҡыйын булһа ла ҡай саҡ.

Атайым бит оҙаҡламай

Еңеү менән ҡайтасаҡ!

Күтәреп аласаҡ мине,

Унан күктәргә сөйөр:

- Һай минең улым,

бөркөтөм,

Таянысым һин, тиер.

Бик тырышам, мин дә үҫкәс,

Батыр һалдат булырмын.

Кәрәк булһа, атай кеүек

Ил һағына торормон!

Ауылда

Йәй еттеме, әсәй мине

Илтеп ҡуя ауылға.

«Саф һауа һулар улым,

– ти, –

Һөт-ҡаймаҡ унда –

йылға».

Өләсәйем, әйтерһең дә,

Тик мине тора көтөп,

Алдыма теҙә билмәнен,

Тауығын, ҡоймаҡ, һөтөн.

Тиҫтерҙәрем шау-гөр килеп

Көн буйы тышта уйнай,

Ә мин гел өҫтәл артында –

Өләсәй шулай «һыйлай».

Сыҙамаҫ та инем әгәр,

Күрмәгәндә өләсәй,

Ашарға ярҙамлашмаһа

Аҡтырнаҡ менән бесәй.

Яҙ килде

Ҡыш бабай ҡасты

Ҡара урманға,

Көләс йөҙлө яҙ

Уны ҡыуғанға.

Тамсылар тама,

Йылғалар аға,

Ҡоштар шатланып

Ҡанатын ҡаға.

Өйҙә ултырып

Түҙерлек түгел,

Тышҡа талпынып

Тик тора күңел.

Яҙ килде

Матур май айы

Көлә донъяға,

Ҡоштар ҡайттылар

Тыуған ояға.

Бөтә ағастың

Йәшел күлдәге,

Ҡалҡты урамда

Бәпкә үләне.

Сәсеүҙәр бара

Иркен ҡырҙарҙа.

Ҡояш бик йомарт

Йылы нурҙарға.

Әйт, сыйырсығым!

Гөрләүек юлда

Күңелле йырлай.

Унда караптар

Ағыҙа Юлай.

Шул саҡ сыйырсыҡ

Тотондо йырға.

Малай йылмайып,

Һүҙ ҡушты уға:

– Ҡайҙарҙан килдең,

Әйт, сыйырсығым,

Арыманыңмы,

Кескәй ҡошсоғом?

Ҡошсоҡ шатланып

Ошо һорауға,

Осоп-талпынып

Әйтте Юлайға:

– Мин булдым сикһеҙ

Йыраҡ илдәрҙә,

Ҡар яумай торған

Йылы ерҙәрҙә.

Унда бик тәмле

Емештәр бешә,

Мәңге йәм-йәшел

Ағастар үҫә.

Тик тыуған ерем –

Урал йәмлерәк.

Ағиҙелкәйҙең

Һыуы тәмлерәк.

Шуға тағы ла

Ҡайттым талпынып,

Үҙ илкәйемде

Сикһеҙ һағынып!

Автор:
Читайте нас: