Еңеп тә ҡайттылар
Таң ата ла кис була, таң ата ла кис була... Шулай итеп күбебеҙҙең ваҡыты аҡҡан һыуҙай уҙа бирә.
Ә бына беҙҙең “Кудесник АХ” ойошмаһы ағзалары Гүзәл апай Искәндәрова менән Айгөл Сәйфуллина ваҡыттарын бер ҙә генә бушҡа үткәрмәйҙәр.
Ошо көндәрҙә улар Баймаҡ һынлы Баймаҡҡа барып «Башҡорт аты» республика башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә ҡатнашып ҡайттылар. Ҡатнашып ҡына түгел әле, еңеү ҙә яуланылар! Сергытыш күргәҙмәһендә Гүзәл апай икенсе дәрәжә диплом һәм сертификат яулаған!
Үҙҙәрен, районыбыҙҙың оҫталарын, бик яҡшы яҡтан ғына танытҡандары өсөн уларға афарин тиергә генә ҡала. Алтын ҡуллы яҡташтарыма артабан да уңыштар ғына йылмайһын!
Әхәт НУРУШЕВ.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.