Шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына – 85 йыл
Ҡалғым килә һеҙҙең арала...
Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын,
Бармы икән миндә эшегеҙ?
Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,
Мин бит кеше түгел кешеһеҙ...
Бар шатлығым һеҙҙең менән бергә,
Бергә булһам – ҡайғым тарала.
Һәр саҡ сарсап осрашыуҙар көтәм,
Ҡалғым килә һеҙҙең арала...
Яҡташыбыҙ Ирек Кинйәбулатовты танылған шағир иткән, Рәми Ғариповтың «Минең Ирегем» тип танытҡан байтаҡ аҫыл шиғырҙары бар. Әммә миңә ошо “Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын” әҫәре айырыуса яҡын, сөнки унда һөйөклө шағирымдың, яҡын дуҫымдың бар ижади һәм шәхсән йөҙ-һыҙаты асыҡ сағыла. Был поэтик манифестация әллә ҡайҙан уҡ «Мин – Ирек!» тип ҡысҡырып торған кеүек. Ваҡыт тәгәрмәсе йылдамыраҡ әйләнә барған һайын, шиғыр миңә ҡәҙерлерәк була бара...
Ирек Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында тыуа, Иҫке Бәпестә урта мәктәпте тамамлай. Буласаҡ шағир-трибун, шағир-патриот дүрт йыл Ҡара диңгеҙ флотында крейсер рулевойҙары командаһының старшинаһы була. Демобилизацияланған матрос, капитан-лейтенант дәрәжәһенә етеп, диңгеҙ романтикаһына тоғро ҡала, шиғырҙарында океан шауы тынмай. Мәҫәлән:
...Мин тельняшка кейеп йәшлегемдә
Күпме даръя кистем ер буйлап.
Йөрәккенәм әллә нишләп китте
Шул йылдарҙы тағы бер уйлап.
(«Тельняшка»)
Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәте бар булмышы менән донъя именлеге, ил тыныслығы, кешеләрҙең хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәүе, иртәгә өмөт-ышаныс рухы менән һуғарылған. Әле БДУ-ның тарих һәм филология факультеты студенты дәүерендә үк, диңгеҙ сирҡанысы алған шағир, шиғриәт даръяһына сирҡанысһыҙ – ҡәләм шымартыу осорон кисермәй, үҙ тауышы менән килеп инде. Уның ижадын тикшереүселәр һәр ваҡыт бына ошо шиғырға иғтибар итә:
...Ураҡ өҫтө,
Әсәй арыш ура.
Әҙер кеүек осоп үтергә.
Төш алдынан хат ташыусы беҙгә
Әллә ниндәй хәбәр килтергән,
Урған арышмы ни, ауҙы әсәй,
Их, мин ғәмһеҙ, ниңә белмәнем,
Ә шулай ҙа әсәм ҡулдарынан
Осоп киткән хатты эҙләнем.
Таптым.
Уны иң яҡыным күреп,
Ҡулды йәйеп, ергә йығылдым...
Ҡамыллы ҡыл шул саҡ атайымдың
Яңаҡтары төҫлө тойолдо.
(«Баҫыу юлы»)
Шағирға, бихисап ҡәләмдәштәре кеүек, атай төҫөн, ярҙам-хәстәрен күреп үҫеү яҙманы, яу яланында ул батырҙарса һәләк булды. Әммә шағир Лотфый Кинйәбулатов ҡаһарманлығы менән ғорурланып йәшәне, тол әсәһен ғүмере буйы ҡәҙерләне. Шуғалыр, мәңгелек йорттары, шағир васыяты менән, йәнәшә. Фатирында (йыш күрер инем) яугир атаһына бағышлап тектергән гимнастерка һәм ҡыҙыл йондоҙло буденовканы «иң яҡыны күреп» һаҡланы. Бына ҡайҙа илһөйәрлек һәм яугир атайҙар аманатына, әсәләр намыҫы һәм бөйөклөгөнә тоғролоҡ!
Академик Ғайса Хөсәйенов: «Ниндәй генә осорҙар кисермәһен, әҙәбиәттә, сәнғәттә ниндәй генә үҙгәрештәр, киҫкен һынылыштар булмаһын, Ирек Кинйәбулатовтың поэзияһы, нигеҙҙә, тыштан тыныс тонлы, эстән үҙенсә тәбиғи моңло ижад булып ҡала. Уның поэтик үҙенсәлеге ҡәҙимге һәм хәҙерге тормошто тәбиғи ағышында традицион һүрәтләү саралары аша тәбиғи итеп тасуирлауҙа», - тип билдәләне. Йәнә бер яҡташы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов әйтеүенсә: «Ирек Кинйәбулатов лирикаһы, ысынлап та, тыуған төйәккә тамырланып үҫә һәм көс ала. Ул заман шағиры, шиғырҙары, поэмалары бөгөнгө дәүерҙең яланғас нервыһына бәйләнгән».
Ирек Кинйәбулатов заманында «Мин – башҡорт!» тип күптәрҙе һағайтһа ла, асылда, Әнғәм Хәбиров әйтмешләй, «Мин – россиян!» булып ҡалды. Республикабыҙҙа, Ватаныбыҙҙың төрлө тарафтарында дуҫ-иш араһында төрлө милләт вәкилдәре булды. Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин: «Уны Ҡазанда ла яраттылар» мәҡәләһендә былай тип яҙҙы: «Һуңғы йылдарҙа ул Ҡазанда М. Ғафури, Х. Туфан, Ғ. Туҡай юбилейҙарында ҡатнашты. Өс тапҡыр ялҡынлы телмәре менән сығыш яһаны. Ул килеү менән, тиҙ арала «Ирек Кинйәбулатов Ҡазанда!» тигән хәбәр таралыр ине. Ошондай дуҫым менән ғорурланам!», - тип яҙҙы иҫән саҡтарында. Эйе, Ирек Кинйәбулатов ижады хәҙерге башҡорт шиғриәтенең йөҙөн билдәләр күренешкә әүерелде. Был, беренсе сиратта, авторҙың шиғриәткә оло яуаплылыҡ менән ҡарауына, шиғырҙың юғары вазифаһын, илаһи көсөн, тылсым серен таныуға бәйле булды. Автор «Шиғриәт» әҫәрендә шул яуаплылыҡты тәрән тойҙо, ҡәләмдәштәрен дә шуға саҡырҙы: «Эй, шиғриәт, һинең менән йәшәп, /Торам ҡайсаҡ һинән ҡырҙараҡ. / Һинең менән күпме ҡанатланһам, /Һинең алда күпме ҡыҙарам/». Ирек Кинйәбулатовтың ошо шиғырҙа сағылған үҙ-үҙенә талапсанлығы әле лә һоҡландырмай ҡалмай: «Ихлас һүҙем ышандырмай икән,/Һин ғәйепле түгел, мин – үҙем/». Ышанабыҙ, әле оҙаҡ йылдар һәр һүҙеңә ышанасаҡбыҙ, шағир, кешеләрҙе ышаныс йәшәтеүенә үҙең дә инана инең фани донъяла.
Арҡа терәр башҡа халҡым да юҡ...
Был шиғри юлдар Ирек Кинйәбулатовтың өс строфанан торған һәм «Бер уйлаһаң - тағы ниндәй ирлек,/Кәрәк тағы ниндәй иркенлек» тигән юлдар менән башланған исемһеҙ шиғырынан алынды. Исемһеҙ, әммә, минеңсә, поэтик әҫәр тулыһы менән замандашыбыҙҙың шиғри йөҙөн, ижад кредоһын билдәләр аҫыл юлдар. Тап ошо шиғырҙа авторҙың бар ихласлығы, кешеләргә әйтер һүҙе, хатта бәхилләшеү һүҙҙәре сағыла кеүек. Ана, ни тип тамамлай ул: «Йөрәгемдә ни барлығын әйтәм /– Эсемдәге тышта – серем юҡ./Арҡа терәр башҡа халҡым да юҡ, /Барып үлер башҡа ерем юҡ./» Бар булмышы, тормош юлы, рухи донъяһы, кешеләр менән, милләтенә ҡарамай, яҡын күреп аралаша белеүе менән раҫланды шағирҙың ижад кредоһы. Халыҡ, хаҡлыҡ һәм кешеләр – шағирҙың, ысынлап та, донъяға ҡарашы, йәшәү рәүеше ине. Ул ошо өс бөйөк төшөнсәнән айырылманы, шуларһыҙ ниндәй «ирек һәм иркенлек» булыуы мөмкин?! Пушкин алда әйтелгән юлдарҙа, билдәле булыуынса, үҙ заманын «ҡаты быуат» тип нарыҡлаған. Ирек Кинйәбулатов дәүере бигүк ҡатынан булмаһа ла аяуһыҙ 38-ҙә тыуған шағирҙы ғазаплы уйҙарға һалды, заман өсөн һыҙланыуҙары уның шиғырҙарында бар дөрөҫлөгөндә яңғыраны. Иғтибарҙы авторҙың «Йөрәк ҡаны» тип аталған шиғырына йүнәлтеү ҙә етәлер. Әҫәр уҙған быуаттың 90-сы йылдар башындағы Чечен ҡан ҡойошона бәйле.
...Күпме түҙҙем яҙмайынса,
Инде түҙер саралар юҡ.
Уйлай китһәң кешеләрҙә
Ниндәй генә яралар юҡ.
Күренеүенсә, үҙ Ватаныңда, кисә генә дуҫ һәм туған халыҡтар араһында ҡан ҡойошоу шағирҙы ғазаптарға һала, башҡорт һәм башҡа туғандаш халыҡтарҙың фажиғәһе һыҙландыра уны. «Һаман ана уландарҙы /Оҙаталар үлтермескә. /Кемдер ята Грозныйҙа, /Кемдер ята Гудерместа/». Дүрт йыл буйы хәрби крейсерҙа, донъя именлеген һаҡлап, диңгеҙ кискән старшина, һуңынан капитан Ирек Кинйәбулатовтың уҙған быуатта әйткәне бөгөн дә актуаль түгелме, ә ундай һүҙҙәргә ир йөрәге лә кәрәктер. «Мәскәүҙәге ҡайһы берәүҙең /Уятырға нисек аңын: /Инде күпме эсеү мөмкин /Үҙ халҡыңдың йөрәк ҡанын?/». Иректәй, шағир әйтмәһә, кем әйтәлер бындайҙы...Әйткәндәй, Пушкин менән бәйле бер шиғырында Ирек Кинйәбулатов былай тип яҙҙы: «Аҡланыҡмы Пушкин өмөттәрен,/ Аҡланыҡмы Пушкин хыялын?/Гений ҡаршыһында гонаһ тойоп, /Заман үҙе тора оялып/».
Әҙәбиәт белгесе, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың шағир тураһындағы яҙмаларында шундай юлдар бар: «Заман тураһында шиғыр яҙыу, төптәнерәк уйлаһаң, хәтәр эш». Яҙҙы Ирек Кинйәбулатов, түҙә алманы, яҙҙы һәм нисегерәк итеп яҙҙы! Бөгөн экологик проблеманы күтәрмәгән шағир юҡтыр, ә Ирек Кинйәбулатов, шағир һәм журналист, «Бөрйән эте» әҫәрендә ошо рәүешле набат һуҡты:
Себен кеүек үтә машиналар,
Эттәр ятып ҡала, өрмәйҙәр.
Бар урманды ташып бөтөп барһын,
Эттәр, әйтерһең дә, күрмәйҙәр.
Эттәр менән эт булмаҫҡа ине,
Ниндәй уйға эттәр тарыған?
Әллә улар өрә белмәй тыуған,
Әллә улар өрөп арыған.
Бөрйән эте, нисек итеп, нисек
Өрмәҫкә һин шулай өйрәндең?
Шуны күреп янам, гүйә бәйле
Мин ҡарауыл эте Бөрйәндең.
Шиғырға Т. Килмөхәмәтов баһаһы менән сикләнәйек: «Өрмәүсе эт – өнһөҙ халыҡ – әҫәргә оҙон ғүмер биреүсе тере фекер ул». Ифрат дөрөҫ баһа. Ә шағир ҡаһарманлығы ниҙә?! Үҙен шул эт менән сағыштырып, образлы фекер аша эсендәген, йәне әрнеп, әйтеп һалды автор: «Һаҡлар өсөн бөгөн, яҡлар өсөн, / Эй, күп кәрәк әле йөрөргә. / Эттән ҡалышмаҫҡа иҫәбем бар, / Өйрәнмәһәм дә мин өрөргә /». Урмандарға төшкән быйылғы афәтте күрһә, шағир йөрәге ни эшләр ине икән?!
Йәнә килеп, Ирек Кинйәбулатов егетлеге (был һүҙҙе яратып ҡулланыр ине) ҡылдан нескә булыр милли мәсьәләлә айырыуса асыҡ сағылды. Уның «егетлеге» башҡортлоҡто милли сикләнгәнлек ҡыҫаларында түгел, ә Рәсәй патриотизмы менән һуғарылыуында күренде. Һүҙ киң билдәле, айырым шиғри йыйынтыҡҡа исем биргән «Мин - башҡорт!» шиғыры хаҡында. Уның ижадында башҡорт халҡының данлы тарихы, милләтебеҙҙең хәле проблемаһы үҙәккә ҡуйылды. Бығаса беҙҙең поэзияла бындай ҡырҡа милли ҡараш ул кимәлдә күтәрелмәне. Шуныһы ҡыуаныслы: шағир милли сикләнгәнлекте алға ҡуйып, башҡортлоҡ менән маһайманы, киреһенсә, Рәсәй халыҡтары араһындағы роле менән ғорурланды. Профессор Әнғәм Хәбиров (урыны йәннәттә булһын) әҫәрҙең Мостай Кәримдең «Россиянмын» шиғыры менән ауаздашлығын билдәләп, ошолай тип яҙып сыҡты: «Ирек Кинйәбулатовтың поэзияһы менән яҡындан танышҡанда, «Мин – башҡорт!» тигән һөйләмдең, ысынлап та, тиктомалға күкрәк һуғыу түгеллегенә ышанаһың». Эйе, башҡаларҙы түбәнһеткән әҙәм - үҙе патриотик шәхес була алмай. Ирек Кинйәбулатов Башҡортостанды ла, Рәсәйҙе лә тиң яратҡан оло шәхес ине:
Мин - күптәнге,
Киләсәкке башҡорт –
Меңәр йыллыҡ юлым артымда.
Үткәндәре барҙың – киләһе бар,
Шуны белһен йәшем, ҡартым да.
Шул уҡ ваҡытта шағир Рәсәйҙең ике быуат араһындағы яҙмышын уйлап борсолдо, көрсөк сәбәптәрен эҙләне, йәне һыҡранды: «Үҙ илеңде – илем, тиһәң, / Ирендәре уның кибә. / Үҙ телеңдә һөйләгәнде / Ул сит күрә, ситкә тибә». Бындай һүҙҙәрҙе йәнә тик ҡаһарман шағирҙар ғына яҙа алалыр. Шөкөр, һуңғы осорҙа илебеҙҙә милләттәр яҙмышына ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәреүе, туған телдәрҙе милли республикаларҙа һаҡлау һәм үҫтереү аныҡ эштәр менән нығытылыуы күҙәтелә. Быға, һис шикһеҙ, шағир ихлас ҡыуаныр ине...
(Дауамы бар).
Фәнзил САНЪЯРОВ,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты,
Салауат Юлаев ордены кавалеры.