Даирә
+1 °С
Облачно

Эшенә яуаплы ҡарай

Ләйлә Баймөхәмәтова - Шәрипҡол ауылы почтальонкаһы. Кешеләр менән уртаҡ тел тапҡан ҡатынды һәр бер өйҙәтиерлек көтөп алалар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшенә яуаплы ҡарайЭшенә яуаплы ҡарай
Эшенә яуаплы ҡарай

 Шулай уҡ Ләйлә Абдулхаҡ ҡыҙы Ивановка һәм Октябрь ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерә.

- Ауылдаштарым күңелдәренә оҡшаған баҫмаларға яҙыла. Улар араһынан иң күбе «Даирә» гәзитен ал­дыра.

Баҫмаларҙы ваҡытында алып барып еткерергә тырышам. Шулай уҡ комму­наль хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе түләгән­дән һуң өйҙәренә алып барып бирәм, - ти ул.

Яҙылыу кампанияһы осоронда эше­нең уңышлы барыуы, планды үтәүе, халыҡтың күпләп гәзит-журналдар ал­дырыуы ла почтальондың әүҙемлегенә, эшенә яуаплы ҡарауына бәйле. Ул һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡара­маҫтан, ваҡытлы матбуғатты ваҡытын­да еткерергә бурыслы икәнен яҡшы аңлай.

Уңған ҡатын шәхси тормошонда ла тырышып донъя көтә, уны ялт иттереп тота. Тормош иптәше менән ҡош-ҡорт аҫрайҙар, мал-тыуар тоталар. Һый­ыр һауып, ағынан ҡаймағын, майын, эремсеген, ҡоротон әҙерләй. Ит, һөт продукцияһының артҡанын һаталар ҙа.

Ләйлә Абдулхаҡ ҡыҙы аш-һыуға ла оҫта. Яҡындарын үҙе һалған икмәк, ҡа­мыр ризыҡтары менән һыйларға ярата. Әйткәндәй, Баймөхәмәтовтар ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр, ҡыҙҙа­ры - ғаиләле.

Киләсәктә лә Ләйлә Баймөхәмәто­ваға эшендә һәм ғаиләһендә уңыштар теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы

Автор:
Читайте нас