Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Икеһенә бер һөнәр

Уҡытыусылар ғаиләһен яратҡан эшенә булған тоғролоҡ, балаларға ҡарата һөйөү, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм башҡа бик күп кешеләр менән яҡшы мөғәл­ләмәлә булыу берләштерә. Шундай абруйлы ғаиләләрҙең береһе – Иҫке Бәпес ауылында гөрләтеп донъя көткән, тормош һуҡмағынан ышаныслы атлаған, эше һәм ғаиләһе менән хөрмәт ҡаҙанған Фирүзә һәм Фидаил Абдуллиндар тураһында һүҙ барыр бөгөнгө яҙмамда.

Икеһенә бер һөнәр
Икеһенә бер һөнәр

Башҡортостандың ике яғында тыуһалар ҙа, уларҙы яҙмыш үҙе ҡауыштырған һәм улар икеһе лә ғүмерҙәрен уҡы­тыусы һөнәренә бағышлаған.

Фидаил Фәрәхетдин улы Стәрле­тамаҡ педагогия институтының физи­ка-математика факультетын тамамлай һәм 38 йыл буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡа­лып, бөгөнгө көндә лә мәктәптә уҡыу­сыларға төплө белем бирә. Тыныс һәм сабыр холоҡло, иғтибарлы һәм ты­рыш булмышы менән абруй ҡаҙанған уҡытыусыны уҡыусылары ла, хеҙмәт­тәштәре лә ихтирам итә.

-Бала саҡтан физика һәм матема­тика дәрестәрен яраттым. Тәүге йыл­дарҙа был дәрестәрҙән ҡасандыр атай­ымды уҡытҡан оло уҡытыусы Әнүәр Ғүмәр улы Кинйәбулатов төплө белем бирҙе һәм был фәндәргә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һуңынан уның эшен йәш уҡытыусы Фаилә Хәбир ҡыҙы Яҡупова лайыҡлы дауам итте. Шуға күрә киләсәк һөнәрҙе һайлаған саҡта, оҙаҡ уйлап торманым, тура Стәрлетамаҡ педагогия институтына юлландым. Нәҡ ошо һөнәрҙе үҙ иткә­немә үкенмәйем, эшемде ныҡ яратам. Һәр кеше өсөн йәшәүҙең төп мәғәнәһе – яратҡан эшең һәм татыу ғаиләң бу­лыуҙалыр, тип уйлайым. Хоҙайға мең рәхмәтлемен, мин был яҡтан уңдым – яратҡан ғаиләм, ҡыуанып барыр эшем, йүгереп ҡайтырлыҡ йортом бар. Шунан да ҙур бәхет юҡтыр.

Эшләй башлаған саҡтарҙа физи­каны ла, математиканы ла уҡыттым. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ғәҙәттә, ауыл мәк­тәптәрендә ҡайһы саҡ уҡытыусылар етешмәй китә. Шуның өсөн бер аҙ хи­мия, физкультура һәм башҡа фәндәрҙе лә уҡытыу тәжрибәһен тупларға тура килде. Әлеге көндә физика, математи­ка һәм информатиканан белем бирәм, -ти тәбиғәте менән баҫалҡы, үҙе ту­раһында бик күп һөйләргә яратмаған Фидаил Фәрәхетдин улы.

Баймаҡ районының йәмле тә­биғәт ҡосағында урынлашҡан Шүл­кә ауылында атаһының мауыҡтырғыс әкиәттәрен һәм тарихтарын тыңлап үҫкән, ижади мөхиттә тәрбиәлән­гән Фирүзә Абдуллинаның ижадына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Мин дә шундайҙар рәтенән. Ҡасандыр Фирүзә апайҙың үҙе менән яҡындан танышырмын, хатта, уның йортонда булырмын тип күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Бына шундай бәхетте татырға яҙҙы бит миңә.

Шиғри күңелле, йор һүҙле Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы 35 йыл буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Бына инде 40 йыл Фирүзә һәм Фидаил Абдуллиндар иңгә-иң терәшеп, татыу донъя көтә.

-Ул өсөнсө курста, мин бишенселә уҡый инек. 1983 йылды ҡаршылаған Яңы йыл кисендә таныштыҡ һәм шу­нан алып, шөкөр, бергәбеҙ. Диплом алғас, йүнәлтмә буйынса мине ситкә ебәреп ҡуймаһындар тигән уй менән шул уҡ йылды өйләнештек. Фидаилға яҡыныраҡ булыу өсөн декрет ялына сыҡҡансы Стәрлетамаҡ районындағы Айыусы мәктәбендә эшләнем, -тип таныштыра ғаиләләренең барлыҡҡа килгән осоро менән Фирүзә апай.

Абдуллиндар ғаиләһенә шат­лыҡтарҙы ғына түгел, ҡыҙғанысҡа, ауыр ҡайғыларҙы ла бергә-бергә кисе­рергә тура килә.

Тәүге улдары донъяға килеп, ике ай йәшәгәс, тыуған саҡта алған йәрәхәт­тәрҙең эҙемтәләренән әсә ҡулында мәрхүм була. Был минуттарҙа әсә йөрә­ге кисергән хәсрәтте бер һүҙ менән дә аңлатып булмайҙыр. Ошондай ауыр мәлдәрҙә ғаилә Иҫке Бәпес ауылы­на күсеп ҡайта һәм Фирүзә Дәүләт­ша ҡыҙы урындағы мәктәпкә эшкә урынлаша. Әммә ҡайғы-хәсрәт бының менән генә бөтмәй әле – икенсе улда­ры донъяға ауаз һалып та өлгөрмәй­енсә гүр эйәһе була. Фирүзә апайҙың үҙен үлем тырнағынан саҡ ҡотҡарып алып ҡалалар.

Фидаил Фәрәхетдин улы уҡыуын тамамлағас, мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе буйынса Абдуллиндар Ейәнсура районына юллана. Бик күп һынауҙар аша үтергә өлгөргән ғаилә биш йылдан һуң ике йәшлек ҡыҙҙа­ры менән Иҫке Бәпескә кире ҡай­тып, йорт һалып, ошонда төпләнәләр. Әлеге көндә улар ике ҡыҙға һөйөклө атай-әсәй, ике кейәүгә өлгөлө ҡай­ны-ҡәйнә, өс ейәндәренең яратҡан олатай-өләсәйҙәре булыу бәхетен ки­серәләр.

Абдуллиндарҙың оло ҡыҙҙары Гөл­шат әсәһенең һөнәрен һайлап, Өфө педагогия университетының фило­логия факультетын тамамлаған. Ул ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, Руслан һәм Рушан улдарын тәрбиәләү менән мәшғүл. Бәләкәй ҡыҙҙары Гөл­нар атаһы кеүек математика фәнен үҙ итә һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад факульте­тында юғары белем алып, декрет ялына киткәнсе Өфөлә банкта эшләй. Әлеге көндә ғаиләһендә Арыҫлан исемле ул үҫтерәләр.

Әйткәндәй, Абдуллиндарҙың иха­таһына килеп инеү менән, был йортта ябай уҡытыусылар ғына түгел, ә шулай уҡ уңған хужа һәм хужабикә йәшә­гәне шунда уҡ күҙгә ташлана, сөнки бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек, зауыҡлыҡ хөкөм һөрә. Бында бар нәмә Абдул­линдарҙың икеһенең дә уңған ҡуллы булыуы хаҡында күпте һөйләй.

Иңгә-иң терәшеп, барлыҡ ҡай­ғы-шатлыҡтарҙы бергә кисергән ике уҡытыусы барлыҡ уңыштары, ошон­дай бәхетле тормоштары өсөн Бөйөк Ватан һуғышының һәм унан һуңғы осорҙоң ауыр эҙемтәләрен үҙ иңдәрен­дә татыған һәм шул уҡ ваҡытта ишле ғаилә ҡорған, бар эшкә лә барымлы булған ата-әсәләренә рәхмәтле. Тик иң изге, иң йылы һүҙҙәр менән генә хәтергә ала улар яҡындарын.

-Бер ғаиләлә ике уҡытыусы булыуы нисек ул? -тип һораным хушлашҡан саҡта.

-Икебеҙҙҙең дә уҡытыусы булы­уыбыҙ менән бәхетлебеҙҙер, моғай­ын, сөнки был хеҙмәттең барлыҡ нескәлектәрен беләбеҙ, бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан аңлап торабыҙ. Уҡытыу эшен гелән алғы планға ҡуйҙыҡ. Һәр саҡ бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, шундай татыу коллективта эшләүебеҙ менән дә бәхетлебеҙ, -тип яуап бирҙе Абдуллиндар бер тауыштан.

Бик күп һынауҙар үтеп тә, кешеләр­гә ҡарата изгелекле, матур күңелле бу­лып ҡалған уҡытыусылар ғаиләһенә киләсәктә тик ҡыуаныстар ғына юл­даш булһын!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: