Даирә
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл ҡото булып йәшәйҙәр

Малай ауылы йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Күп һыулы күлдәре, иркен туғайҙары, ҡуйы ғына урмандары бында йәшәүсе кешеләрҙең күңелдәрен дәртләндереп, рухи донъяһын байыта, ижадҡа, эштәргә этәрә. Ошо көндәрҙә бында юлым төштө. Килгәндә үк хозурлыҡ үҙенә әйҙәне. Юлдан алыҫ бул­маған Ҡаракүлдә балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлай, баҫыуҙа техника, яланда малдарҙың үлән уртлап йөрөгәндәре күренде.

Ауыл ҡото булып йәшәйҙәр
Ауыл ҡото булып йәшәйҙәр

Ауыл ҡото булып йәшәйҙәр

Малай ауылы йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Күп һыулы күлдәре, иркен туғайҙары, ҡуйы ғына урмандары бында йәшәүсе кешеләрҙең күңелдәрен дәртләндереп, рухи донъяһын байыта, ижадҡа, эштәргә этәрә. Ошо көндәрҙә бында юлым төштө. Килгәндә үк хозурлыҡ үҙенә әйҙәне. Юлдан алыҫ бул­маған Ҡаракүлдә балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлай, баҫыуҙа техника, яланда малдарҙың үлән уртлап йөрөгәндәре күренде.

Бында атай-әсәй нигеҙен һаҡлап, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, кәсептәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәт­тәрен һаҡлап йәшәйҙәр. Улар араһында заманса зауыҡ менән төҙөлгән йорттарында бынамын итеп донъя көтөп, балалар үҫтереп йәшәгән Ҡоҙаҡаевтар ғаиләһе лә бар. Үҙ-ара хөрмәткә һәм татыу­лыҡҡа солғап алынған ғаилә менән танышабыҙ. Иркен йорттарында йылылыҡ, нур бөркөлөп тора.

Ғаилә башлығы Ғамир Әмир улы Себергә вахта ысу­лы менән йөрөп эшләй. Ул “Башгеофизика” йәмғиәтендә быраулау ҡоролмалары машинисы булып миҙгелдең ярты йылында хеҙмәт итә, ә ҡалған яртыһында – яҙҙан көҙгә тиклем – ауылдарында умартасылыҡ менән шөғөл­ләнә. Ә Нәркәс Радик ҡыҙы – урындағы мәктәптә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.

Ир хәстәрлеклеге, ғаилә­гә терәк булыуы менән өлгө булып торһа, мәғрүр тауҙарға, ҡуйы урмандарға бай Ейән­сура районынан килен булып төшкән ҡатын - йорттарына йәм һәм йән биреүсе, иренең терәге.

Ҡоҙаҡаевтар ике бала тәр­биәләй. Исемдәре лә бит уларҙың ниндәй: Алтынай һәм Ирхан! Алтынай 6-сы класта уҡый, ә Ирханға - өс йәш. Өй­ҙөң түрендә ғаилә башлығы­ның әсәһе Сажиҙә апай ейәнен һөйөп ултыра ине. Бында бала­лар өләсәй һөйөүенә сорналып үҫә. Ошо күренеш үҙе бәхет бит! Алтынай һүрәт төшөрөр­гә әүәҫ, биология, география, рус теле һәм әҙәбиәте фән­дәрен ярата. Ҡыҙ ҡустыһын ҡараша, уға ярҙам итә, таяныс була белә. Был ғаиләнең бар ағзаһы ла бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, татыулыҡта йәшәй. Бар яҡшы сифаттар, ғаиләләге мөнәсәбәттәр, әл­биттә, балаларға күсә.

Ғаилә буш ваҡыттар табып, балаларын баш ҡалаға уйын аттракциондарына алып бара, концерттарға йөрөйҙәр, ошон­дай урындарҙан улар рухи бай­лыҡ алып ҡайта. Киң күңелле, яғымлы, яҡты йөҙлө Ҡоҙаҡа­евтарҙың туғандары өсөн дә һәр саҡ ишектәре асыҡ. Улар был төп йортҡа ҡайтып йөрөй­ҙәр.

- Ныҡлы ғаиләне бер-бе­реңә ышаныс булғанда ғына ҡороп була. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Иң мөһи­ме, бер-береңә насар һүҙҙәр әйтмәҫкә, сабырлыҡ һаҡларға кәрәк. Сөнки шатлыҡтарҙы ла, ауыр саҡтарҙы ла бергә ки­сереп, парлы йәшәүҙәргә ни етә?! Тормош йөгөн бергәләп тартыу ҙа еңелерәк”, - тине йорт хужабикәһе.

Нәркәс Радик ҡыҙы ке­скенәнән уҡытыусы булы­рға хыяллана. Башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләгән әсәһе, артабан мәк­тәп йылдарында класс етәк­сеһе, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәлифә Имелба­ева быға этәргес була. Мәктәп­те тамамлағас ул Туймазы пе­дагогия училищеһына уҡырға бара. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Кәримова төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырып, ҡыҙыҡлы дәре­стәр үткәреп, уҡытыу методи­каһынан ныҡлы белем бирә. Уны тамамлау менән БДУ-ның филология факультеты­ның көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ 1-се курста уҡ Өфөнөң Киров районының мәғариф бүлегенә төштән һуң эшләү өсөн секретарь булып урынлаша. Бында ике йыл эшләй. Ҡулына юғары бе­лем тураһында диплом алғас, Мәғарифты үҫтереү институ­тында методист булып эшләй башлай. Шулай ҙа уҡытыу­сылыҡ эше уны үҙенә әйҙәй. Артабан мәктәп уҡытыусыһы булып хеҙмәтен дауам итә. Ул үҙе уҡытҡан уҡытыусыларын әле лә йылы иҫтәлектәр менән телгә ала. Мәҫәлән, БДУ-нан Зәки Әлибаев, Мәғарифты үҫ­тереү институтынан Зәкиә Ғә­битова остаздары була.

Иң ҙур рәхмәте, әлбит­тә, Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында йәшәүсе әсәһе Сажиҙә һәм атаһы Радик Янбаевтарға. «Мине ҡәҙерләп үҫтереп, уҡыу йорттарында уҡытып, аяҡҡа баҫтырғандары өсөн рәхмәт­лемен», - ти ул.

Яҙмыш ҡайһы бер парҙарҙы урау-урау юлдар аша танышты­ра. Нәркәс менән Ғамир ҙа шулай була. Улар танышҡас, бер-береһен оҡшата. Егет ма­тур күңелле, сибәр ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ була. Нәр­кәскә егеттең иғтибарлылығы, асыҡ күңеле, эшһөйәрлеге оҡшай. Ҡәйнәһе менән бергә йәшәйәсәген белеп килә изге күңелле Нәркәс. Хәҙер инде байтаҡ йылдар бер-береһен яҡын кешеләр итеп йәшәйҙәр.

- Әниҙе үҙемдең өләсәйем кеүек ҡабул иттем, сөнки улар икеһе лә бер йәш тирәһен­дә. Ул минең кәңәшсем дә, ярҙамсым да. Балаларҙы тәрбиәләшә. Ул ҡарашмаһа Ирханға бер йәш тә ике ай булғанда уҡ эшкә сыға алыр инемме ни?! Әни аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта, унан күп нимәгә өйрәндем.

Бында килен булып төшкәс, ауыл, уның кешеләре, тәбиғә­те оҡшаны. Тыуған яғымды, тауҙарымды һағынһам да, был яҡ үҙенсә күркәмлеге менән айырылып, үҙенә тартып тора. Был ауылда йәшәй башлағас, ике айҙан һуң мәктәпкә эшкә саҡырғандары, артабан һәр саҡ ихласлыҡтары, ярҙам ҡу­лын һуҙырға әҙер торғанда­ры өсөн мәктәп етәксеһенә, коллективҡа ҙур рәхмәт. Өйҙә татыулыҡ, аңлашыусанлыҡ, бөтөнлөк булғас, тыныс күңел менән эшкә барғы килеп тора, - ти Нәркәс Радик ҡыҙы.

Ҡоҙаҡаевтар икеһе лә абруйлы, ишле ғаиләлә үҫеп, эшһөйәрлек, ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек бар яҡшы сифаттарҙы унда алалар. Эйе, ғаиләлә ышаныс һәм тыныс мөхит булғанда бар нимәгә лә ирешеп була. Был ғаилә менән танышҡандан һуң быға тағы бер тапҡыр инандым.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: