Дүрт әхирәт, дүрт остаз
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы дүрт уҡытыусы – Фаилә Хәбир ҡыҙы Яҡупова, Фәнүзә Магиян ҡыҙы Хәсәнова, Зәбирә Зәйнулла ҡыҙы Ғәҙелшина һәм Ғәлиә Мәхмүт ҡыҙы Абдуллиналарҙың ошо ауылда төпләнеп, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүҙәренә һәм бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә 46 йыл ғүмер үткән. Уй-фекерҙәре һәм донъяға ҡараштары береккән был дүрт таған кеүек дуҫ, әхирәттәр бөгөнгө көндә лә барлыҡ ғаилә байрамдарын бергә үткәрә, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы һәм борсолоуҙарҙы бергә кисерә. Беҙ уларҙың дүртеһе менән дә айырым осрашып һөйләштек һәм ни өсөн нәҡ мәғариф өлкәһен һайлауҙары, эштәренең ыңғай һәм кире яҡтары, ҡаҙаныштары һәм эш һөҙөмтәләре тураһында һораштыҡ. Шулай уҡ үҙҙәрен бер нисә һүҙ менән ҡылыҡһырлауҙарын һораныҡ һәм әлеге көндә ниндәй шатлыҡтар кисереүҙәрен белештек. Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙың яуаптары бер-береһенекенә ныҡ оҡшаған ине.
Фаилә ЯҠУПОВА:
- Мөҡсин ауылында тыуып үҫкәнмен. Ауылдарҙа уҡытыусылар етешмәгәс, 1975 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтынан 50-ләп яҡшы уҡыған студентты мәктәптәргә математика уҡытырға ебәрҙеләр. Мин дә 4-се курста уҡ йүнәлтмә буйынса Иҫке Бәпес ауылына математика уҡытыусыһы булып эшкә килдем. Бала саҡтан математика, физика, биология дәрестәрен яратып уҡыным. Киләсәк тормошомдо медицина өлкәһе менән бәйләргә уйлағайным. Әммә уҡытыусыларым минең математика һәм физиканан көслө булыуымды белеп, артабан шул фән буйынса уҡырға кәңәш иттеләр. Шулай итеп яҙмышымды уҡытыусылыҡ һөнәре менән бәйләнем һәм эшемде ныҡ яраттым. Тәүге эш көнөмдө әле лә хәтерләйем. 6-7-се класс малайҙары йәш итеп тыңламаҫҡа тырыштылар һәм бер-ике ай этләнеләр, ә 9-сы кластар менән тиҙ уртаҡ тел таптыҡ.
Уҡытыусы ғына булараҡ 10 йыл эшләп өлгөрҙөм. 37 генә йәштә коллектив мине директор итеп һайлап ҡуйҙы. 19 йыл буйы директор булып эшләгән дәүерҙә, ҡыҙғанысҡа, күп дәрестәр алып барыу мөмкинлеге булманы һәм миңә бер класта ғына математика уҡытырға тура килде. Ете йылға бер генә класс сығара ала инем. Шулай ҙа математика буйынса уҡыусыларыма төплө белем бирергә тырыштым. Улар төрлө олимпиадаларҙа призлы урындарға сыҡтылар, берҙәм дәүләт имтиханында ла һынатманылар, юғары балл йыйҙылар. 20-нән ашыу уҡыусым математика буйынса имтихан тотоп, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Уҡыусыларыңдың уңыштарға өлгәшеүе, бик күп йылдар үткәс тә уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү - уҡытыусы өсөн иң ҙур бәхет шул инде. Шөкөр, миңә был бәхетте татырға яҙҙы. Шулай уҡ тырышып эшләгән барлыҡ хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен.
Хәҙер үҙемә үҙем аптырап ҡуям. Бәлки, шул тиклем көс һалып эшләргә лә кәрәк булмағанмындыр. Холҡом менән шундай эш өсөн тыуған кешемен. Тормошомдоң күп өлөшөн мәктәпкә бағышланым. Етмәһә, үҙем спорт мастерына кандидат булараҡ, эшләй башлаған йылдан алып саңғы түңәрәген алып барҙым. Аҙнаһына дүрт тапҡыр ике сәғәтлек күнекмәләр үткәрә инем. Директор булып эшләй башлағас туҡтатырға тура килде. Өс уҡыусым - Хәйҙәр Кинйәғолов, Венера Абдуллина, Анатолий Лежнев спорт мастеры булып киттеләр. Хәйҙәр саңғы буйынса тренер булып эшләй. Күптәр физкультура техникумына уҡырға инде. Саңғы ярыштарында районда беренселекте бер кемгә лә бирмәй торғайныҡ. Мәғариф алдынғыһы тигән исем алыуымды ошо барлыҡ эшләгән эшемә баһа итеп ҡабул итәм.
Директор булырға ризалашҡаныма хәҙер үкенеп тә ҡуям, сөнки үҙемдең балаларыма ваҡытым ҡалманы, иғтибарым етмәне. Тормош иптәшем Әсҡәт Ҡасим улы менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ тормошта үҙ юлын таптылар, юғары белем алдылар. Әлеге көндә барыһы ла үҙҙәренә оҡшаған эштә эшләйҙәр. Фәнилә ҡыҙым минең юлымдан китте, уҡытыусы һөнәрен һайланы. Өфөлә кадет корпусында директор урынбаҫары булып эшләй. БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды. Балаларыма етмәгән наҙ-иғтибарҙы хәҙер ейән-ейәнсәрҙәремә бирергә тырышам. Әлеге көндә үҙемдең барлыҡ уҡыусыларымдың, балаларымдың һәм алты ейән-ейәнсәремдең уңыштарына һөйөнөп йәшәйем. Һәр саҡ уң ҡулдарым, терәк-таянысым булған өс әхирәтем булыуы менән бәхетлемен.
Бер ейәнемдең махсус хәрби операцияға киткәненә дүрт ай. Имен-һау һәм тиҙерәк ҡайтыуын теләп көн дә доғаларымды уҡыйым. Иң мөһиме илебеҙҙә именлек булһын.
Зәбирә ҒӘҘЕЛШИНА:
- Иҫке Бәпес ауылында тыуып үҫтем. Мәктәптә уҡыған саҡта рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Роза Мөхәмәтҡолованы бик яраттым, унан өлгө алып, уҡытыусы булырға теләнем. Тик мәктәпте тамамлағас та, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә насип булманы, фермала ике йыл һауынсы булып эшләнем. Ул саҡтарҙа үҙебеҙгә беркетелгән ун алты һыйырҙы ҡул менән көнөнә өс тапҡыр һауа инем. Тырышып эшләнем, алдынғылар рәтендә булдым, премиялар ҙа алдым. Колхоз етәкселеге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына йүнәлтмә бүләк итте, ауыл Советына депутат итеп һайландым. Дәртләнеп, маҡталып эшләһәм дә, уҡытыусы булыу теләге көслө ине. Юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн әҙерлектәр курсы үтергә рабфакка барырға колхоз рәйесенән йүнәлтмә һорағас, ул мине ауыл хужалығы институтына зоотехниклыҡҡа ебәрергә булды. Тик мин ризалашмайынса, хыялымдағы уҡыу йортона – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте белгеслеге буйынса уҡырға киттем.
Диплом алғас, Үтәгән мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр. Унда рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Бер йылдан һуң ғаилә хәле буйынса тыуған ауылыма эшкә ҡайттым. Хеҙмәт стажым - 35 йылға яҡын. Уның 20 йылдан артығы директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары булдым. Уҡыусыларым олимпиадаларҙа гел призлы урындар алды, республика кимәленә лә сығып, номинация буйынса призлы урындарға өлгәшеүселәр булды. Ә мәктәп тормошондағы уҡыусылар менән үткәргән саралар матур иҫтәлектәр булып күңел түрендә ҡалған. Мәктәптә эшләгән осорҙа төп уҡытыу һәм тәрбиә эшенән тыш, концерттарҙа ҡатнашып, алып барыусы булдым, шиғырҙар һөйләнем, бейенем, хорҙа йырланым. Райондың башҡорт теле уҡытыусыларының методик берләшмәһе етәксеһе булараҡ һәр саҡ бәйгеләрҙә жюри ағзаһы булдым. Үҙем дә эш дәүеремдең һуңғы йылында ҡатнашып, 2-се урын һәм тамашасы һөйөүен яуланым.
Эшемде бик яраттым, уҡыусыларымда телгә һөйөү уята алдым, ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табырға тырыштым. Тик үҙемдең балаларыма иғтибар аҙыраҡ бүлеүемә һаман да күңел әрней. Кистәрен дә китаптар, дәфтәрҙәр араһында ултыраһың бит инде. Әйткәндәй, тормош иптәшем Филхәт менән өс ҡыҙ үҫтерҙек. Тик уға балаларҙың шатлыҡтарын, уңыштарын күрергә насип булманы, фажиғәле рәүештә яуыз кешеләр ҡулынан һәләк булды... Ҡыҙҙарыбыҙҙы яңғыҙым аяҡҡа баҫтырҙым, барыһы ла юғары уҡыу йорттарын тамамланылар. Зинирам БДМУ-ла белем алып, табип булһа, Фирүзә һәм Илзирә БДУ-ла уҡынылар. Барыһы ла тормош иптәштәре менән донъя көтәләр, миңә ейән-ейәнсәрҙәр бүләк иттеләр.
Аллаға шөкөр, хеҙмәтем етәкселек тарафынан да баһаланды, эшләү осоромда БР мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ булдым, төрлө йылдарҙа райондың, БР-ҙың, партия комитетының, мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләндем.
Мин холҡом менән кешегә ышаныусан, эскерһеҙ кешемен, әммә кәрәк саҡта тура һүҙле була беләм. Нисек бармын, шулай хеҙмәттәштәрем, әхирәттәрем ҡабул иттеләр. Аллаға шөкөр, үҙемде тулыһынса бағышлап, яратҡан эшемдә хеҙмәт иттем, ошо эшем буйынса иң тоғро, иң ярҙамсыл, һыналған дуҫтар таптым.
Фәнүзә ХӘСӘНОВА:
- Алайғыр ауылында тыуып үҫеп, йүнәлтмә буйынса Иҫке Бәпес ауылына эшкә килдем. Бәләкәй саҡтан балалар яраттым һәм шуға йә уҡытыусы, йә табип булырмын тип уйлай торғайным. Мәктәпте тамамлағас та, ике йыл Архангель районында уҡыттым. Шунда уҡ үҙемдең уҡытыусы булырға тейеш икәнемде аңланым. Ысын уҡытыусы булараҡ тәүге дәресте практика ваҡытында бирҙем. Шул практиканан һуң ошонда уҡ эшкә ҡалдырҙылар, сөнки уҡытыусылар етешмәй ине. Фаилә Хәбир ҡыҙы менән студент саҡтан әхирәт булдыҡ. Һәр ваҡыт бергә ҡайтып-китеп йөрөнөк. Икебеҙ ҙә буласаҡ тормош иптәштәребеҙҙе ошонда осраттыҡ.
Уҡытыусы һөнәрен һайлап яңылышмағанмындыр тип уйлайым. Мәктәпкә барһам, бөтә донъямды онотоп, яратҡан эшемә сума торғайным. Директор урынбаҫары вазифаһын да башҡарғас, көнө-төнө тиерлек мәктәптә булырға тура килде. Яратҡан эшемде һәр саҡ ихлас күңелдән башҡарҙым һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙем.
Мәктәптә эшләгәндәрҙең барыһының да ғаиләһенә, балаларына ваҡыттары әҙ ҡала, әлбиттә. Тормош иптәшем Булат Ғиниәтулла улының тыуған нигеҙендә 45 йыл татыу ғүмер итәбеҙ һәм дүрт балаға ғүмер бүләк иттек. Айгөл ҡыҙым минең һөнәрҙе һайланы. Ҡырмыҫҡалыла математика, физика һәм информатиканан уҡыта.
Гөлнур ҡыҙым менән Илдус улым да Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамланылар, тик икенсе һөнәр буйынса эшләйҙәр. Миләүшә ҡыҙыбыҙ информатика буйынса белем алып, Өфөлә мәктәптә эшләй. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙҙың һәр береһе үҙ ғаиләһе менән матур итеп донъя көтә.
Утыҙ йыл ҡайны-ҡәйнә менән бергәләшеп, иңгә-иң терәшеп йәшәнек. Алдан әйтеүемсә, мин күп ваҡытымды мәктәптә үткәрҙем, шуға күрә балаларға төплө, дөрөҫ тәрбиә биреүҙә ҡайны-ҡәйнәмдең ярҙамы ҙур булды. Әйткәндәй, ҡайным – Ғиниәтулла Абдулла улы уҡытыусы булған, башланғыс кластарҙы уҡытҡан, хеҙмәт дәрестәре алып барған.
Үҙемә килгәндә инде, кеше проблемаларына битраф була белмәйем, кәрәк саҡта һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен. Шулай уҡ туған йәнлемен, ғәҙеллекте яратам тип әйтә алам. Төп йортта йәшәгәс, йыл һайын туғандарҙы йыйып, мәрхүмдәрҙең рухына Ҡөрьән уҡытабыҙ.
Ата-әсә булараҡ балаларыбыҙ өсөн ҡыуанып йәшәйбеҙ. Ә уҡытыусы булараҡ иһә, һәр уҡыусымдың уңыштары өсөн һөйөнәм. Бар көсөмдө һалып эшләгән эшемдә ҡаҙаныштарым да байтаҡ булды. Иң ҙуры – мәғариф алдынғыһы исеме алыуҙыр, моғайын.
Әлеге көндә ун ейән-ейәнсеребеҙҙең шатлыҡтарын кисерәбеҙ. Гөлназ Ҡазан ҡалаһында сәнғәт институтында, Ильвина Өфөлә авиация техник университетында гел яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүҙәре менән ҡыуандыра. Алмаз ейәнебеҙ күп йылдар Ҡырмыҫҡалыла “Йондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Бәләкәйҙәренең дә һәр береһенең яратҡан шөғөлө бар. Улар бигерәк тә уҡытыусы булып уйнарға ярата. Бәлки, берәйһе минең һөнәрҙе һайлар, тигән өмөттәмен.
Хаҡлы ялда булһам да тик ятмайым, бәйләм бәйләргә яратам. Өҫтәмә шөғөлләнер өсөн уҡыусылар килеп тора. Шулай уҡ телефон аша бик күп таныш-туғандар менән бергәләшеп математиканан дәрес эшләргә лә тура килә. Әхирәттәребеҙ менән күмәкләшеп скандинав таяҡтары менән йөрөргә лә өлөгөрәбеҙ. Беҙ – дүрт әхирәт шатлыҡта ла, ауыр саҡта ла гел бергәбеҙ. Улар һәр ҡунаҡта, Ҡөрьән аштарында туғандар менән бер рәттә. Бигерәк тә, туй мәжлестәрендә әхирәттәрем ҙур терәк булып торҙо. Шөкөр, ғүмер буйы бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек, әле күмәкләшеп 70 йәшлек юбилейҙарыбыҙҙы ҡаршылайбыҙ. Артабан да оҙаҡ йылдар шулай бергә-бергә йәшәргә насип итһен, донъяларыбыҙ ғына тыныс булһын.
Ғәлиә АБДУЛЛИНА:
- Хәйбулла районында тыуып үҫтем. Атайым бала сағымдан уҡ: “Һине уҡытыусы итәм, ҡыҙым, - ти торғайны. Әхирәттәрем дә уйнаған саҡта: “Һин уҡытыусыға оҡшағанһың, шулай булырһың ул”, - тиҙәр ине. Быларҙың барыһы ла күңелемә үтеп инеп, уҡытыусы һөнәрен һис шикһеҙ һайлаясағыма этәргес бирҙе. Әммә мәктәпте тамамлағас та уҡырға инергә тура килмәне, фермаға һауынсы булып эшкә урынлаштым. Артабан бер йыл уҡытыусылар әҙерләү курсында уҡып, Стәрлетамаҡтағы педагогия инситуты студенты булып киттем. Унда уҡығанда әхирәтем Зәбирәгә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөнөм һәм яҙмыш ҡушыуы буйынса буласаҡ тормош иптәшем Нәүфилде осраттым, бик оҙаҡҡа һуҙмай ҡауыштыҡ та. Ир ҡайҙа, ҡатын шунда - уҡыуҙы тамамлағас, уның тыуған ауылы Иҫке Бәпескә ҡайтып төпләндек. Ул һәм ҡыҙға ғүмер бирҙек. Ҡыҙғанысҡа, тормош иптәшем 43 йәшендә генә ауыр сирҙән вафат булды. Балаларым тырышып, үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙәр алды. Айнур ауылда тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы булһа, Айгөл Өфө ҡалаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Алты ейән-ейәнсәрем дә уңыштары менән ҡыуандырып тора.
Эшемде һәм балаларҙы яраттым. Шуның өсөн хеҙмәтемә бар күңелемде һалып башҡарҙым, мәктәп тормошо, уҡыусылар менән ҡайнап йәшәнем. Башҡорт теле уҡытыусыһы булыуым, йәш быуынға туған телгә һөйөү тәрбиәләй алыуым менән ғорурланам. Хеҙмәтем баһаланып, “БР мәғариф отличнигы” исеменә лә лайыҡ булдым.
Уҡытҡан фән буйынса уҡыусыларым райондағы конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып торҙо. Улар гел тәүге урындарҙы алдылар. Әгәр ҙә алдынғылыҡты алмаһа, йәнем көйә торғайны. Уҡыусыларымдың байтағының филология буйынса һөнәр һайлауына һөйөнәм. “Орлоҡтарымдың” күбеһе тирә-яҡҡа таралған. Тик мәктәп эшенә шул тиклем бирелеп, үҙемдең балаларыма ваҡытты аҙыраҡ бүлеүем генә күңелемде өйкәп тора.
Мин холҡом буйынса тыныс, маҡсатҡа ирешә торған, эшһөйәр кешемен. Ғәҙеллекте, ярҙамсыллыҡты яратам. Өйҙә гөлдәр үҫтереү, бәйләү менән шөғөлләнәм. Мәктәп тормошонда, балалар менән ҡайнап йәшәгән кеше булараҡ, әле лә өйҙә тыныс ҡына ултыра алмайым, әүҙем тормош яҡлымын. Ағинәйҙәр етәксеһемен, клубта ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары осрашабыҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ.
Балаларымдың уңыштарына һөйөнөп, тормоштоң матурлығына һоҡланып, һәр саҡ кешеләр араһында булып, дуҫтар менән бергә аралашып йәшәүем менән бәхетлемен.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА,
Розалия НАЗАРОВА.