Милли кейем – халҡым ғорурлығы
Һәүәләй ауылында йәшәүсе һәм Бишауыл-Уңғар ауылының мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Гүзәл Искәндәрова ошо көндәрҙә беҙҙе үҙенең сираттағы еңеүе менән ҡыуандырҙы.
Гүзәл Әхмәт ҡыҙы ауылыбыҙҙа уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта ул ҡул эштәре менән булырға, район һәм республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, оҫталыҡ дәрестәре бирергә лә өлгөрә.
Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары өсөн уҙғарылған “Тамға” конкурсы тураһында барығыҙ ҙа ишетеп беләһегеҙҙер. Был мәртәбәле бәйгегә республикабыҙҙың иң-иң оҫталары ғына һайлап алына. Гүзәл Әхмәт ҡыҙы ошо конкурста өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша һәм призлы урындар яулауға өлгәшә. Былтыр уҙған “Тамға” II халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында ул 2-се урынға лайыҡ булғайны, ә быйыл уҙғарылған ошо уҡ бәйгелә Гүзәл Әхмәт ҡыҙы 3-сө урынға сыҡты.
Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен юғары дәрәжәлә пропагандалыусы, Табын ырыуының балалар һәм өлкәндәр кейемен тергеҙеүгә ҙур көс һалыусы яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уның уңыштары өсөн ҡыуанабыҙ. Шулай уҡ ауылыбыҙ тормошонда әүҙем эш алып барғаны өсөн оҫта ҡуллы, уңған һәм һәләтле Гүзәл Искәндәроваға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәренең үҙенсәлектәре тураһында тағы ла күберәк белер өсөн беҙ Гүзәл Әхмәт ҡыҙын һәр саҡ оҫталыҡ дәрестәрендә көтөп ҡалабыҙ һәм уға киләсәктә тағы ла яңынан-яңы еңеүҙәр яулауын теләйбеҙ.
Фәһимә АБДРАФИҠОВА.
Бишауыл-Уңғар ауылы.