Дилә Булгакованың зал тултырып тамашасыны йыйыуы уның ижады халыҡҡа ни тиклем яҡын булыуы тураһында иҫбатланы. Юбилярҙы ҡотларға баш ҡаланан һәм Татарстандан ижадташ дуҫтары, “Кызыл таң”, “Өмет” гәзиттәре мөхәррирҙәре, республикабыҙҙағы татар ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән “Сәхибъямал” ойошмаһы ағзалары, танылған йырсылар ҡатнашты.
Иҫ киткес талант эйәһе булған яҡташыбыҙҙың һүҙҙәренә яҙылған өс йөҙҙән ашыу йыр бар. Юбилей кисәһендә лә йылдар дауамында халыҡ күңелендә һаҡланған, концерттарҙа йыш башҡарылған “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Үпкәләмә”, “Зәңгәр күҙле ҡыҙға”, “Устарыма һал һин йөрәгемде” һәм башҡа йырҙарын йырсылар Йәмил Әбделмәнов, Илнур Вәлитов, Дилә Ғәбиҙуллина, Резеда Сабитова, Салауат Әйүпов, Фәрит Яҡшығоловтар башҡарҙы. Концертты шулай уҡ “Далан”, “Йондоҙ” бейеү ансамблдәренең сағыу бейеүҙәре биҙәне.
Әҙибәгә был көндө йөрәк түренән урғылып сыҡҡан иң йылы, иң ихлас ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Тамашасылар кисәнән барыһы ла матур тәьҫораттары алып, һаман да тыуған яғы һәм халҡы өсөн ижад иткән, эскерһеҙ, ябай һәм ярҙамсыл Дилә Булгаковаға ҡарап һоҡланып, уға тағы оҙаҡ йылдар һаулыҡта-сәләмәтлектә йәшәүен һәм ижад итеүен теләп таралыштылар.
Тулы мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында баҫыласаҡ.