Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
2 Август 2022, 10:06

Ябай ауыл малайының ҙур бейеклектәр яулауы

Кеше ерҙә эҙ ҡалдырып йәшәргә тейеш. Атай-әсәйең, ауылдаштарың, илең һоҡланырлыҡ, онотолмаҫ эҙ ҡалдырыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк һуң? Был һорауға яуапты үҙ тырышлығы, аҡылы, ныҡышмалылығы менән ҙур бейеклектәргә күтәрелеүгә ирешкән “РФ-ның атҡаҙанған газ һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәре ”, Газ сәнәғәтенең Маҡтаулы гражданы, Рәсәй Федерацияһының иң алдынғы йыл инженеры, “Рәсәй Федерацияһының газ сәнәғәте отличнигы”, “Н.К. Байбаков исемендәге премия лауреаты”, 15-тән ашыу патенттар яҡлаған (шул иҫәптән, сәнәғәткә индерелгәндәре лә бар) техник фәндәр кандидаты кеүек юғары исемдәргә ирешкән Ҡарлыман ауылының ир-уҙаманы Рәүеф Юнысов тураһындағы мәҡәләлә табырға мөмкин.

Ябай ауыл малайының ҙур бейеклектәр яулауы
Ябай ауыл малайының ҙур бейеклектәр яулауы
  • Ялан аяҡлы бала саҡ
    Рәүеф Ҡарлыман ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Атаһы Рәйес колхозда тракторсы булып эшләһә, әсәһе Фәниә киң баҫыу яландарында сөгөлдөр утай. Атай-әсәһе колхоз эшенән бушамаған барса ауыл балалары кеүек өй эштәрен алып барыу, туғандарын ҡарау Рәүеф елкәһенә төшә. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙе тиҙ генә йырып сығып, үҙенең тиҫтерҙәре Әлфәт, Ринат, Рәлиф, Сафа, Зәки, Ингел менән Аҡкүл, Бики, Ҡәнәфиә күлдәренә һыу инергә, балыҡ тоторға йөрөргә, урамда туп тибергә, көтөү ҡайтҡас, мал көтөргә сығырға ла өлгөрә ул. Шул саҡтарҙан уҡ ул малайҙар араһында шуҡлығы, зирәклеге менән айырылып тора.
    1961 йылда Ҡарлыман 8 йыллыҡ мәктәбенең 1-се класына уҡырға барыусы балаларҙың һаны 30-ға етә. Ул осорҙа икенсе йылға төшөп ҡалғандар ҙа, өлкәнерәк йәштәгеләр ҙә бер класҡа бара. Кескәй генә, уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән малай-ҡыҙҙарҙы белем донъяһына тәүге уҡытыусылары Мәрхәбә Сәликәева етәкләп алып инә.
    Үткер зиһенле балаға уҡыу еңел бирелә, шулай ҙа яратҡан дәрестәре математика һәм химия була. Дәрестәргә гел генә әҙерләнеп йөрөмәһә лә, Рәүеф уҡытыусыларҙың һорауҙарына һәр саҡ дөрөҫ яуаптар бирә.
    Теүәл фәндәргә һөйөү уятҡан математика уҡытыусыһы Нәфисә ? Йомадил ҡыҙы һәм химиянан төплө белем биргән Фәрит Ҡотлобаевҡа ныҡ рәхмәтле ул. Бер ваҡиға айырыуса ныҡ хәтерендә ҡала малайҙың: артыҡ шуҡлығы һәм отҡорлоғо арҡаһында башҡаларға ҡамасаулап барыһынан да элек яуап биреп ултырғанға күрә, уҡытыусы уны мейес эргәһендәге айырым рәттәге иң алғы партаға барыһына ла ҡаратып ултыртып ҡуя.
    Хыялы тормошҡа аша
    8-се класты 14 бала ғына тамамлай, сөнки кемдәрҙер икенсе йылға уҡырға ҡала, кемдер 4 класс тамамлай ҙа эшләй башлай, ә күмәк балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән класташ дуҫтары Зәки менән Сафа 6-сы кластан һуң Ишембай мәктәп-интернатына уҡырға алына. Ул ваҡытта башҡа балаларға бындай бәхет эләкмәй. 8-се кластан һуң дуҫтары Әлфәт менән Ринат Бәләбәй ҡалаһына киномеханиклыҡҡа уҡырға китһә, Рәүеф Салауат ҡалаһындағы индустриаль техникумға барып ҡарарға була. Быға тиклем бер нисә тапҡыр Салауат ҡалаһында йәшәүсе Фидат ағаларына ҡунаҡҡа барғанда, нефть комбинатына һоҡланып, их, шунда эшләһәң ине, тип хыялланырға яратҡан малай теләген бойомға ашырырға була.
    - Ауылда бесән ваҡыты, техникумға имтихандар тапшырырға киттем. Математиканан “5”-кә тапшырһам да, рус теленән диктантты “2”-гә яҙҙым. Тәҙрә асыҡ, машиналар шаулап үтеп китә, урын иң артта ҡалғанлыҡтан уҡытыусының һөйләгәне бик ишетелмәй, - ти иҫкә ала ул.
    Ғәрсел егет ағайҙарының эштән ҡайтҡанын да көтмәйенсә, документтарын алып, өҫтәлгә записка ҡалдырып ҡайтып китә. Ә ауылда уны ата-әсәһе, әлдә уҡырға инмәгәнһең әле, бесән эшләшерһең, тип шатланып ҡаршы ала.
    Шул уҡ йылды радиотехника училищеһына барырға теләге булһа ла, ата-әсәһе ебәрергә риза булмай. Иҫке Бәпескә тиҫкәре яҡ тип уҡырға бармаһалар, Ҡырмыҫҡалыға 9-сы класҡа ауыл балаларын алмағанлыҡтан, күптәр уҡыуҙарын Һәүәләй мәктәбендә дауам итә. Бында бер класҡа ҡырҡ бала йыйыла. 31 август еткәс, Рәүеф тә Һәүәләйгә уҡырға китә. Ауылдан 9 ҡыҙ араһында бер үҙе булғанға күрә, октябрь айында училище тамамлап ҡайтҡан дуҫы Ринатты ла үҙе менән Һәүәләйгә барырға өгөтләй. Улар төрлө ауылдарҙан йөрөп уҡыусы балалар менән мәктәп-интернатында ятып уҡыйҙар. Аҙна һайын ҡайтып йөрөгән балаларҙы бригадир Хажи Хөсәйенов ағай машина табып оҙатып ебәрә. Сөнки уның ҡыҙы Наилә
  •  
    лә
      улар менән бергә уҡыған була. Йыш ҡына уларҙы Һәүәләйгә Әхмәт Ғайсаров ағай колхоз машинаһында алып барып ҡуя. Ул булмағанда трактор арбаһына ла ултырып йөрөйҙәр.
    Теүәл фәндәрҙе Рәүеф үҙе яҡшы белһә, рус теленән уға Бишауыл-Уңғарҙан Рая исемле ҡыҙ ярҙам итә. Иң мөһиме, рус теленән үҙенең насар белгәнен аңлап, ул күберәк уҡырға ынтыла. 10 класты тамамлағандан һуң класташтары Рая БДУ-ға рус теле буйынса, Түбәнге Төкөндән Миңниса Стәрлетамаҡҡа математика фәненән уҡырға инә. Ә Рәүеф 10-сы класта уҡып йөрөгәндә үк киләсәген алдан күҙаллап, физика, химия һәм математика фәндәре буйынса ситтән тороп уҡыу бүлегендә уҡып, таныҡлыҡ ала. Йәй көнө ауыл балаларына тәғәйенләнгән бер айлыҡ махсус әҙерлек курстарында уҡығандан һуң документтарын Өфө нефть институтына тапшыра.
    - Беҙ иҫке программа менән уҡыныҡ, ә унда имтиханды яңы программа менән бирергә кәрәк булғанға күрә, ауырыраҡ булды. Ләкин, бәхеткә күрә, миңә әҙерлек курстарын үтеүем ярҙам итте. Шулай, нефть институтының химия нефть газ эшкәртеү факультеты студенты булып киттем, - тип иҫкә ала Рәүеф Рәйес улы. ?????????
    Хеҙмәт баҫҡыстары буйлап
    Ҡулына диплом алғанда инде Рәүеф ғаиләле булып өлгөргән була. Ялға ҡайтып йөрөгән сағында ауылға Салауат ҡалаһынан фельдшер булып эшкә килгән Зәлифә исемле ҡыҙ менән таныша.
    Уларҙың тәүге күрешеүҙәре лә ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға. Зәлифә егеттәр эргәһендә баҫып торған Рәүефте күреү менән ҡосаҡлап ала, сөнки уны үҙенә оҡшап торған класташы Сафа менән бутай. Баҡтиһәң, улар Сафа менән Ишембай интернатында бергә уҡығандар икән. Хәҙер был хәлде көлөп иҫкә алалар.
    Йәш белгесте Дүртөйлөгә эшкә ебәрәләр. Йәштәр ҡуртымға фатир алып йәшәй башлай. Йыл ярым унда технолог булып эшләгәндән һуң хужалары фатирҙы бушатыуҙарын һорағас, улар Салауат ҡалаһына Зәлифәнең әсәһенә бирелгән бер бүлмәле фатирға күсенә. Рәүеф комбинатҡа ябай эшсе булып эшкә урынлаша. Йәш ирҙең тырышлығын, булдыҡлылығын күргән етәкселәр ярты йылдан уны установка начальнигы итеп тәғәйенләй. Был ваҡытта уға 25 йәш тә тулмаған була.
    - Гигант ҡоролмалар менән эшләргә тура килде. Авариялар йыш була торғайны. Ҡайҙы бер осраҡтарҙа, тәжрибәһеҙлегемдән һәм көсһөҙлөгөмдән хатта ишек артына ҡасып илаған саҡтар ҙа булды. Ләкин минең остаздарым бик тәжрибәле ине, әле булһа миңә күп нескәлектәрҙе өйрәткәндәре өсөн уларға рәхмәтлемен, - тип иҫкә ала әңгәмәсем.
    Ләкин Рәүефте һәр ваҡыт бер хыялы оҙатып йөрөй - Себергә эшкә китеү. 1979 йылда шундай мөмкинлек килеп сыҡҡас, ул уны ҡулынан ысҡындырмай - уларҙың быуынына тура килгән заманса һәм донъя кимәлендәге иң ҙур “Газпром добыча Уренгой” йәмғиәтенә эшкә урынлаша. 45 йыл ваҡыт үткәндән һуң да алдынғылыҡты бирмәгән иҫ китмәле гигант төҙөлөштә эшләүенә әле һаман да ғорурлана. Бында эшләгән дәүерҙә Рәүеф Рәйес улы үҙенең бөтә белемен, потенциалын, тәжрибәһен эшкә егеп предприятиеның баш инженерына тиклем барып етә. Үҙе кеүек йәштәре утыҙға ла етмәгән ир-егеттәр менән ең һыҙғанып, “йөҙөп” эшләй улар. Үҙгәртеп ҡороу йылдарындағы ауырлыҡтарҙы ла шунда кисерергә тура килә.
    - Юлдар булмау сәбәпле, аҙыҡ-түлекте килтереп еткерә алмайҙар. Беҙ булған ризыҡты тартып-һуҙып еткерергә тырыша инек. Барыбер ҙә балаларҙың бәләкәй саҡтары, үҙебеҙ кеүек йәш ғаиләләр менән дуҫлашып күңелле йәшәүҙәр һағынырлыҡ мәлдәр булып иҫтә ҡалған, - тип һүҙгә ҡушыла уның тормош иптәше Зәлифә Миҙхәт ҡыҙы.
    Рәүеф Рәйес улы үҙгәртеп ҡороуҙар осоро башланан осорҙа, Мәскәүҙең “НОВАТЭК” компанияһына газ һәм конденсат табыу һәм эшкәртеү департаменты директоры булып эшкә саҡырыла. Әлбиттә, ул бындай мөмкинлектән баш тартмай. Бында ул газ эшкәртеүҙә заманса технологияларҙы файҙаланыу менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша, шул турала кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ҙур вазифала эшләгәнгә күрә, ул һайланма тикшереүгә, Рәсәй Фәндәр Академияһы президиумына тәҡдим ителә һәм уны уңышлы яҡлауға өлгәшә. Ғөмүмән, кешенең үҙ фекере, үҙ һүҙе булырға тейеш, ел ҡайҙа иҫһә, шунда боролоп йөрөгән кешеләрҙе аңламайым, ти Рәүеф ағай. Шуны ла яҙып үтергә кәрәк, вазифалы эштәрҙә эшләһә лә, уны күпме генә өгөтләһәләр ҙә партияға инмәй. Шул сәбәпле, өс-дүрт тапҡыр орденға тәҡдим ителһә лә, Мәскәү
  •  
    уны үткәрмәй, ләкин Рәүеф Юнысов быға һис тә үкенмәй.
    Хаҡлы ялға
      сыҡҡандан һуң ул тыуған ауылына яҡын ғына тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Березовка ауылында коттедж төҙөп инә. Бында ҡайтып ҡала шау-шыуынан, көндәлек бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән бер аҙ булһа ла ял итә, ауылдаштары, класташтары, дуҫтары менән осрашып хәтирәләр солғанышына сума.
    Ғаиләһе – ышаныслы тылы
    Йәшләй генә оҡшатып өйләнгән кәләшенән уңа Рәүеф ағай. Зәлифә Миҙхәт ҡыҙы тоғро һәм уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй булып сыға. Үҙе Салауат медицина училищеһын тамамлап, фельдшер-акушер һөнәренә эйә булған ҡыҙ яҙмыш ҡайҙа ташлаһа ла, Гиппократ антына тоғро ҡалып, кешеләргә файҙа килтергән эшен ташламай. Байтаҡ йылдар Яңы Уренгойҙағы поликлиникала терапевтың шәфҡәт туташы булып эшләгән йылдарында ла бик иғтибарлы, белемле хеҙмәткәр була. Үҙенең тынғыһыҙ эшенән арынып, балаларын тәрбиәләүгә, йорт эштәрен алып барыуға бар көсөн һала.
    Юҡҡа ғына Рәүеф Рәйес улы, хеҙмәттәремдең яртыһы Зәлифәнеке, тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Ул һәр саҡ ышаныслы тыл, донъя тотҡаһы булды. Ул булғанға ла мин шундай үрҙәр яулауға ирештем, тимәйҙер.
    Эйе, бөгөнгө көндә Юнысовтарҙың иң ҙур ғорурлығы – балалары. Улдары Руслан кесе йәштән бик һәләтле булып үҫә. Теүәл фәндәр буйынса Төмән өлкәһенең барлыҡ олимпиадаларында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай, гимназияны алтын миҙалға тамамлай. Спортта ла ҡаҙаныштарға өлгәшә – армрестлинг буйынса Рәсәй беренселеге буйынса спорт мастеры исемен яулай. Артабан М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын, һуңынан Н.М.Эмануэль исемендәге физика институтының аспирантураһын тамамлай. Физика-математика фәндәре кандидаты була. РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында финанс буйынса икенсе юғары белем ала. Әлеге ваҡытта Руслан Юнысов Мәскәүҙә квант үҙәге етәксеһе, квант компьютерҙарын эшкәртеү буйынса проект етәксеһе, Газпромдың вице-президенты вазифаларын башҡара. Яңы йүнәлеш буйынса грант отоп, проектын бойомға ашырыу менән мәшғүл. Ә ҡыҙҙары Лилиәнең Мәскәү ҡалаһында үҙенең турагентлығы бар. Балаларының икеһе лә үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Руслан 4 бала, Лилиә 1 бала тәрбиәләй. Ейән-ейәнсәрҙәре лә әленән-әле уңыштары менән һөйөндөрөп тора.
    Күңел ҡушыуы буйынса
    Нисек кенә йәшәһәң дә ғүмер үтә. Ул – һәр кемдең үҙ ҡулында. Ә Рәүеф Рәйес улы иһә үҙ ғүмеренең һәр минутын, һәр миҙгелен файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә күнеккән. Уның яратҡан шөғөлдәре – умартасылыҡ һәм балыҡсылыҡ. Рәүеф ағай ҡорттарын үрсетеүгә бик етди ҡарай. Бының өсөн Германиянан йыл һайын көслө тоҡомло инә бал ҡорто һатып ала. Бөгөнгө көндә умарталарҙы 50 башҡа еткергән. Улар менән төрлө тәжрибәләр ҙә үткәрә, хатта инә бал ҡорттарының һырттарына һан да һуға икән. Ихатаһында бал ҡорттары менән дауалай торған урын – “Апи-йорт” та эшләп ҡуйған. Был бәләкәй генә ағас йортта урынлашҡан умарталар өҫтөндә һауа һулап, 15 минут ҡына ятҡан кеүек булһаң, 1,5 сәғәт йоҡлап сығаһың һәм был организмға ҙур дауалау эффекты бирә, нервыларҙы тынысландыра, иммунитетты күтәрә.
    - Умартасылыҡты йылдар буйына өйрәнергә мөмкин. Ауыл кешеһе бал ҡорттары менән тәжрибәләр яһарға яратмай. Ә мин агрессив булмаған, саҡмаған бал ҡорттарын алдым. Башҡалар бал ҡорттарын айыртыу менән мәж килгәндә, мин тыныс ҡына ауыҙ йырып балыҡҡа сығып китәм (йылмая).
    Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа бал ҡорттарын тотоу өсөн Березовка тирәһендә мөмкинлек бөттө. Ерҙәрҙе һөрөп, баҫыу яһап бөттөләр, бесәнлектәрҙе лә сәскә атҡансы тиҙ генә сабалар. Ә йүкә ағасы 2-3 йылға бер тапҡыр ғына сәскә ата. Өҫтәүенә, баҫыуҙарҙы ағыулау сәбәпле, байтаҡ ҡына умарталарым һәләк булды. Шуға күрә, быйыл умарталарҙы Архангел районына күсерергә ҡарар иттем, - тип уртаҡлашты Рәүеф Рәйес улы.
    Рәүеф ағайға бал ҡорттары менән шөғөлләнеү ҡарт олатаһы Зарифтан күскән. Ул ауылдың бай кешеләренең береһе булған. Үҙенең имениеһында аттар, күпләп мал тотҡан. Ләкин, уны кулак тип танып, кесе улы менән Себергә һөргөнгә оҙаталар. Һөргөндән әйләнеп ҡайтҡандан һуң ауыл халҡы унан Зариф аттарың ҡайҙа, тип әйтер булған. Шуға ғәрләнеп, Березовкаға килеп көндәр буйына ятҡан. Бәлки, шуғалыр ҙа олатайым йөрөгән һуҡмаҡтар мине
    үҙенә тартҡандыр, ти ул.
    Рәүеф Рәйес улы үҙҙәренең шәжәрәләре менән дә ҡыҙыҡһына. Беҙҙең тоҡом Сәғит тигән кешенең улдары Юныс һәм Исхаҡтан барлыҡҡа килгән. Юныстан - Юнысовтар, Исхаҡтан Исхаҡов фамилиялары килеп сыҡҡан. 1812 йылғы һуғышта ауылыбыҙҙан өс кеше - Ҡолғонин, Абакачев менән бергә Юнысов фамилиялы кеше лә ҡатнашҡан, ти ул.
    Ҡарлыман ауылында байтаҡ йылдар элек үткәрелгән шәжәрә байрамына ла юҡҡа ғына ашҡынып ҡайтмаған ауылдашыбыҙ. Ә маҡсаты тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ғаилә шәжәрәләрендәге ата-бабаларҙың кем булыуҙарын асыҡлап, туған-тыумасалар менән күрешеү булған.
    Тыуған яҡ көсө
    Тыуған тупраҡ, тыуған ауыл, атай йорто һәр кемдең күңелендә. Рәүеф Рәйес улын да тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тарта. Мәскәү яҡтарының урманы ла, ағастары ла, һауаһы ла беҙҙекенсә түгел, ә үҙебеҙҙең тәбиғәт барыбер ҙә иҫ киткес танһыҡ һәм ҡәҙерле, ти ул.
    Шуға ла Рәүеф Юнысов бер ҡасан да тыуған яғын онотмай. Тыуған ауылының урамдарына ҡом-таш түшәтә, ауыл зыяратын тулыһынса төҙөкләндерә, Березовка ауылының йорттарына газ үткәрттерә, юлдарына асфальт түшәттерә. Эйе, яҡшы кешеләрҙең ҡылған эштәре, изгелектәре халыҡ хәтерендә һаҡланасаҡ.
    ”Ҡабаттан тыуһағыҙ ошо уҡ ғүмер юлын үтер инегеҙме”, тигән һорауға, “Эйе, һис шикһеҙ. Мин һәр ваҡыт үҙем теләгән шөғөл менән булышып, ҡәнәғәтлек тойғоһо алып йәшәнем. Әле лә шулай, мин үҙемде бар яҡлап та бәхетле тоям”, - тип яуап бирҙе Рәүеф Рәйес улы.
    Гөлсәсәк Аласова.
    Автор фотоһы.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: