Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
20 Февраль 2022, 10:31

Ҡайғылы хәбәр: Барый Ноғоманов вафат булған

Кисә яҡташыбыҙ - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле яҙыусы, журналист Барый Ноғомановтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Барый Ноғомановҡа апрель айында 86 йәш тулған булыр ине. Барый Миңлеғәлим улы тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. "Даирә" гәзите мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ теләй.  

Ҡайғылы хәбәр: Барый Ноғоманов вафат булған
Ҡайғылы хәбәр: Барый Ноғоманов вафат булған

Башҡорт Википедияһынан белешмә: Ноғоманов Борис Миңлеғәлим улы, Барый Ноғоманов (8 апрель 1936 йыл) — яҙыусы һәм журналист, 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2004) һәм Фәтих Кәрим (2013) исемендәге премиялар лауреаты.
Барый Ноғомановтың балалар өсөн "Йылбабай һәм сәғәттәр", "Йылбабайҙың дүрт ҡыҙы", "Усаҡтар яна", өлкәндәр өсөн "Аҡ таңдарым", "Етегән йондоҙ", "Ерем йәме", "Минең яҙым", "Ҡыңғырауҙар" исемле китаптары донъя күрә. "Эҙең ҡалһын", "Өйөрмәле елдәр" тигән проза йыйынтыҡтары авторы.

Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 1979 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: