Был юлы ла Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортонда уҙған тантаналы сара йылы осрашыуға әүерелде. Билдәле яҙыусыны ғүмер байрамы менән ҡотларға ижадташ дуҫтары, ауылдаштары, туғандары, әҙәбиәт һөйөүселәр килгәйне. Кисәне Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Низамова менән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рим Исхаҡов бик матур итеп алып барҙылар.
Сәхнә түрендә әле һаман етеҙ хәрәкәтле, йор һүҙле, шаян телле тантана сәбәпсеһе Барый Ноғоманов һәм уның хәләл ефете Нурия ханым ҡотлауҙар ҡабул итте.
Тәүге ҡотлау һүҙен юбилярға Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин әйтте.
- Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе Фәрит Иҫәнғолов, Ирек Кинйәбулатов, Барый Ноғоманов кеүек билдәле кешеләре менән данлыҡлы. Бөгөн Барый Миңлеғәлим улының олуғ юбилейын тыуған ерендә билдәләү – барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға. Һеҙгә киләсәктә лә көнүҙәк ваҡиғаларҙы сағылдырған әҫәрҙәрегеҙ менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырып тороуығыҙҙы теләйбеҙ, - тигән изге теләктәр еткерҙе Азамат Муса улы.
Район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм район халҡы исеменән муниципаль район Советы һәм хакимиәтеның Рәхмәт хатын тапшырҙы. Унда: “Ғәзиз тыуған ерегеҙҙең бишегендә тирбәлеп, уңдырышлы тупрағыбыҙҙан көс-дәрт алып, сихри тәбиғәтебеҙҙең серен тыңлап, халҡыбыҙҙың моңло көйҙәрен көйләп үҫкәнгәлер ҙә, һеҙҙең ижадығыҙ шундай мөлдөрәмә тулы, көйлө, күңелгә ятышлы, илем, телем тәбиғәтем тип янып-көйгән тос фекерле, һәр тарафҡа үҙ ҡарашы булған, тура һүҙле, етди, ҡыйыу яҙыусы һеҙ. Тормош баҫҡыстарынан һеҙ үҙ тырышлығығыҙ, хәләл көсөгөҙ, айыҡ аҡылығыҙ менән күтәрелдегеҙ һәм юғары уңыштарға ирештегеҙ. Һеҙгә мул емешле хеҙмәтегеҙ өсөн бөтә яҡлап рәхмәт белдерәбеҙ”, тип яҙылған юлдар бар ине. Шулай уҡ үҙе лә шиғри күңелле Фәрғәт Фәрит улы яҡташына арнап яҙған шиғырын да уҡып ишеттерҙе.
Шағир, Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары, йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист Нурлан Ғәниев Барый Миңлеғәлим улын Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев һәм Башҡортостан Яҙыусылар идараһы исеменән ихлас ҡотланы һәм изге теләктәрен еткерҙе.
- Әгәр шағирҙың кем икәнен белгең килһә, уның тыуған ауылына бар, яҡташтары менән һөйләш, аралаш, тип әйтәләр. Иҫке Бәпес халҡының ихласлығы йөҙгә бәрелеп тора, яҙыусыны яҡташтарының ихтирам итеүе һәм яратыуы шунан күренә лә инде, - тине Нурлан Рәшит улы.
Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев юбилярҙы Журналистар союзы исеменән ҡотланы, һәм элек-электән был төбәктән бөйөк яҙыусыларыбыҙ сығыуын, шул иҫәптән, Барый Ноғомановтың да һутлы, тәрән йөкмәткеле ижады райондың һәм республиканың ғорурлығы булыуын билдәләне. Яҙыусыға шулай уҡ яҡташтар ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашыуы, һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тороуы, фәһемле кәңәштәр биреүе өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Ғалим-филолог, журналист, филология фәндәре кандидаты, доцент, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Фәнзил Саньяров, яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатоваларҙың сығыштарында юбилярға иң йылы ҡотлау һүҙҙәре һәм изге теләктәре яңғыраны.
«Барый ағай күп йылдар радиола эшләгән журналист. Ул әҙерләгән тапшырыуҙар радионың алтын фондын тәшкил итә», - тине Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы. Стәрлетамаҡ яҙыусылар союзы ағзаһы Флүр Ғәлимов та ҡәләмдәштәренең сәләмен еткерҙе, ижади уңыштар теләне.
Иҫке Бәпес мәктәбен 1956 йылда тамамлаған класташтары исеменән Ғәлинур Камалов ҡотланы.
-Арабыҙҙа күп һөнәр эйәләре бар,төрлө өлкәлә эшләнек. Хәҙер инде күптән хаҡлы ялдабыҙ. Тик яҙыусылар ғына ял итеүҙе белмәй - әле бер, әле икенсе әҫәрҙәре сығып ҡына тора. Барыйҙың да яңы ижад емештәрен күреп шатланабыҙ. Әҫәрҙәре - халыҡсан, теле – һутлы, шуға ла яҙғандары уҡымлы,- тине ул. Класташтар исеменән бүләк итеп Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәриәт хеҙмәткәре Миңниса Камалова башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.