Зөлхизә еңгәгә хәбәр еткерҙеләр. Хәбәрҙең дә ниндәйе бит әле! «Ирең һине тиң-һенмәй, өҫтөңдән йөрөй…»
Тәне бер эҫеле, бер һыуыҡлы булды Зөлхизәнең. Күңеле төбөнә шундуҡ көнсөл-лөк орлоғо төшөп ятты. Ятты ла шытып, сәғәтләп түгел, минутлап үҫте, һарыуын ҡайнатты, иренә, таныш түгел көндәшенә нәфрәтен ҡабартты.
Зиннәтуллаһы өйҙә булһа, бер туҙынып күңелен бушатыр, ә тегеһе, ғәйеплеме-түгелме, ғәфү үтенер һәм тормоштары күнегелгән кәлейәгә төшөп дауам итер ине лә бит, өйҙә юҡ шул ире, ул - Сидоровка ауылында совхоз малын һимертеп ята.
Әлеге хәбәр ҙә шул ауылдан, Зиннәтуллаһы китеүгә ун көн тигәндә, килеп төштө.
«Аҫтыртын! - тип сәсрәне Зөлхизә. - Аҙна аҙағында мунса инергә ҡайтмағас уҡ эс тартҡайным да. Йыуаштан йыуан сыға. Битһеҙ! Ҡыҙыңа, минең күҙгә нисек кү-ренмәксеһең икән, ә? Ух, оятһыҙ! Сәстәренә сал ҡуна башлаған күптән. Олатай бу-лыр йәшендә аҙғынлыҡҡа барһынсы, кеше көлдөрөп, мирҙа юҡ-бар ғәйбәт тарат-тырып…»
Ул шулай үҙ алдына көйәләнде-янды, ярһыуына сыҙаша алмай улай-былай бәр-геләнде лә, «Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы» әйтемен иҫендә тотоп , йән тыныслығы, йыуатыу, аңлауға иҫәп тотоп күршеһе Бикәгә инде.
Ишек тотҡаһын тартып асыуға, Бикә бер өҫтәл булып көнбағыш ярып ултыр-ған еренән ҡупты, ҡоласын йәйеп, Зөлхизәгә табан туйтаңланы:
– Ә-ә-ә, Зөлхизәкәйем, бер ҙә генә күренмәйһеңсе. Әллә сирләп киттеме был, үҙем инеп сыҡмаһам килешмәҫ, тип тора инем әле. Бик тә ваҡытлы килдең. Уйылдан да өйҙә юҡ, самауырым да борхот ултыра, - тип һөйләнеп, түңкәреүле электр сәйнүгенә һыу ҡойоп тоҡандырҙы. Зөлхизәне баштан-аяҡ күҙҙән үткәргәс, ары тәтелдәне. - Ҡара, ҡайһылай тулыланып, төйөрөмләнеп киткән, ире йонсот-мағас ни. Ә мин ҡорҙай иремде еҫкәп йоҡламаһам, шыпа күҙемә йоҡо инмәй, тө-нө буйы һаташып сығам. - Үҙ һүҙҙәренән ҡәнәғәт ҡалған Бикә ҡунағын төпкө бүл-мәгә етәкләне. Ә тегеһе, күрше йәшәп тә аралашып-ҡатышмағанлыҡтан, тартыл-ды, ишек яңағына һөйәлде.
– Күрше, әллә нишләп балтам һыуға төшөп йөрөй, йорт эштәренә тотона-йым, тиһәм, уныһы ла ҡулдан һыпырылып бара. Бер үҙем бер өйҙә бәрелдем-һу-ғылдым да һиңә боролорға иттем. Зиннәт ағайың да ҡайтып урамай, йән көйөп үҙемә урын аба алмай йөрөгәндә.
– Белмәйһеңме ни, ирҙәр алдарындағы шишмәне кисеп сыҡһалар, буйҙаҡ-ҡа әйләнәләр ҙә ҡуялар. Зиннәтулла ағай ҙа бер ялбыр башлы арҡа йылытҡыс та-пҡандыр, хи-хи-хи…
– Ҡуйсы, исмаһам һин эсте бошорма.
Әсе тауышланып хихылдаған Бикә, шунда уҡ шып туҡтап, ҡунағының күҙҙәр-енә текәлде:
– Нимә, әллә кәсепкә киткән абышҡаң артынан берәй хәбәр килеп еттеме?
– Етте шу-у-у-у... - Зөлхизә күҙҙәренән атылған йәштәрен ҡул һырты менән һыпырҙы. - Бәлки һин дә ишеткәнһеңдер әле?
– Ҡолағыма салына биреп ҡалғайны шу. Йә? - Бикә күршеһен ултырғыс та-ртып ултыртты ла бызылдаҡ күҙҙәре менән тишерҙәй итеп тексәйҙе. - Түкмәй-сәс-мәй бушат эсеңдәген, еңел булып ҡала ул. Сереңде йәшереп йөрөтөү ҡаты сир ме-нән бер, һарғайта, киптерә. Ингәс үк әйткәйнем бит, бөтөнләй мөҙөрөп киткәнһең тип - Бикә күршеһенә икенсе хәбәр һөйләп тороуын онотто. - Бына мин бер генә серҙе лә һаҡлай белмәйем. Ишетеү менән башҡалар менән уртаҡлаша һалам. Шуға ла бит һап-һаумын. - Ул көҙгө бурһыҡтай килбәтһеҙ, һимеҙ кәүҙәһен һелке-теп мөлкөп алды.
– Нимәһен һөйләйһең… - Зөлхизә йәнә күҙҙәрен һөрттө. - Бөгөн көтөү ҡыу-ғанда ҡатындар өйөлөшөп тел сарлап торғандар.
Күршеһенән өҫтәмә мәғлүмәттәр ала алмағас, хужабикә дауам итте:
– Тел сарлап торғандар, тигән булаһың, әйтеп еткермәйһең, һин һөйләгән-һең, тиң дә ҡуй. Һөйләнем шул, күршекәйем, һөйләнем. Үҙ күҙҙәрем менән күр-мәһәм, һөйләмәҫ тә инем, үәт. Әйттем бит, эсемдә сер һаҡлай алмайым, тип. Тө-нө буйы уфтанып сыҡтым да көтөү ҡыуғанда әхирәттәремә сер итеп кенә һөйлә-нем. Үҙеңә барып әйтер инем дә, йөрәгең ярылыр, тип ҡурҡтым. Кеше аша хәбәр йомшарып, йыуашайып килеп етә бит ул. Эй, хоҙайым, күршекәйем, тәрән хәсрә-ткә һалды һине Зиннәт ағай, түшәктәге гөнаһҡа этәргән ирлеге ҡороғоро…
Бикә илағандай итеп, биттәрен услап быуылып алды. Ләкин йомрандыҡылай аҫ яҡҡа һалыныңҡыраған быжыр биттәрен ни тиклем генә һыҡһа ла, күҙҙәрендә йәш түгел, дым әҫәре лә күренмәне. Шулай ҙа иҙәнгә һөйрәлгән иркен халат итәг-енең эс яғын әйләндереп, ташбыҡ күҙҙәрен һөрттө, томоз танауын һемгерҙе.
Уғаса булмай сәйнүк ҡайнап сыҡты. Бикә ҡунағын өҫтәл янына ултыртып, һыу-ытҡыстағы һыйын сығарып теҙҙе лә, табынды тағы ла бер ҡабат байҡағас, ниҙер хәтерләгәндәй, сығып китеп, итәгенә төрөп нимәлер алып инде һәм, түрбашта се-прәк менән һөртөштөргәс, өҫтәлгә бер шешә буҙ шыйыҡсаны тыпылдатты.
– Үҙ ризығым, - тине ул, - магазиндағы мазутҡа болғанғаны түгел. Шәкәр мул саҡта йылтыр була торғайны, ә сөгөлдөрҙөң рәте күренмәй, төн йоҡламай кү-пме көс түкһәм дә, барлығы өс литр ғына нәмә тамды. Йә, Зөлхизә, ҡайғыбыҙҙы йыуайыҡ, һинең ҡайғы - минең ҡайғы, тигәндәй. - Бикә айыртылған һөткә тартым эсемлекте ҡырлы стакандарға ҡойғас, уларҙы сәкәштереп берәүһен Зөлхизә алды-на ҡуйҙы, икенсеһен оло ауыҙына түңкәрҙе. Йөрәге урынына, яңы ғына көмөшкә төшөп ятҡан ашҡаҙанын ыуҙы. - Һинең хәсрәтеңде ишетеп йәнем үртәлә, йөрәг-ем яна… Ызнашит, хәл былайыраҡ тора. Үткән аҙнала Сидоровкаға Настя белеше-мә йомош менән барғайным. - Бикә бешкән ике йомортҡаны әрсеп, бетәү килеш ауыҙына оҙатҡас, уларҙың юғалған урынын икмәккә май һылап, томалап ҡуйҙы.
Был ризыҡты әүәләүгә байтаҡ ҡына ваҡыт китһә лә, Зөлхизә Бикәнең аяуһыҙ мөйтәңләгән эйәгенә сабыр ғына ҡарап ултырыуында булды.
– … Шунан йомошомдо йомошлап бөткәндән һуң Нәстә менән кәбеҫтә һур-паһын һемереп, эс яҙырға урамдағы ултырғысҡа сығып ҡунаҡлағайныҡ ҡына, ни күҙем менән күрәйем… - Бикәнең тауышы әкренәйҙе, йомран күҙҙәре хәйләкәр ҡыҫыла төштө, серлеләнде. - Ни күҙем менән күрәйем, күрше өй ултырғысында Зиннәт ағай бер йәш мәрйә менән биттәрен биткә терәп сөкөрҙәшә. Ағаҡайым те-генең биленән һығып ҡосаҡлаған… - Зөлхизәнең төҫө үҙгәреүен күреп, саманан артыҡ ысҡындырғанлығын һиҙеп төҙәтә һалды. - Һәрмәүесен йәйеп ҡосаҡларға йәтәхәнләнә ине шунда. Эй һайраша былар, эй һайраша, хәбәргә әүрәп беҙҙе лә абайламайҙар.
– Хәбәрҙең дә төрлөһө була.
– Люблю, скучаю, тигәндәрен ап-асыҡ ишеттем.
– Зиннәт ағайыңдың ни һайрашырлыҡ шыпа рәте юҡ. Туң бигерәк. Йәшер-әк саҡта «яратаһыңмы?» тип һораһам, «өйләнешер алдынан әйткәйнем бит» ти ҙә ҡуя торғайны, будты, ҡабатлап әйтеүе ауыр. - Зөлхизә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына күрш-еһенә ҡаршы төштө.
– Һуң, күрше, һөйөшөүгә һүҙ кәрәкмәй ул. Ғашиҡтар нимә кәрәк икәнлеген үҙҙәре беләләр, аңлашалар. Мин әйтәм, ынтылып ҡараһам, асыҡ тәҙрәләренән мөхәббәт йырҙары ишетелә, магнитофон тоҡандырғандарҙыр күрәһең, ишек алд-ының төбөнәрәк күҙ һалһам, мунсанан төтөн сыға, әй, ысын.
– Үткән аҙнала мунсаға ҡайтмағайны шул. - Зөлхизә был юлы ризалашты.
– Һуң нишләп ҡайтһын, Нәстә әйтә: көн һайын мунса яғып, ике миндекте туҙҙырғансы сабынып мунса инәләр, ти, үәт.
– Нимә менән алдырырға белгән, уйнашсы. - Зөлхизә көндәшен тиргәне. – Зиннәттең сабынырға яратҡанын ҡайҙан белгән тиген, ә?
– Мәрйәнең алдырыр ерҙәре ул ғына түгел, күп ерҙәре ир-аттың күҙен ҡыҙ-ҙырырлыҡ; түштәре машинаның ал яғылай тышҡа былтайған, осаһы һыуы һар-ҡмаған эркет тоғолай мөлкөй, биле өйрәтелмәгән тай ише уйнаҡлай, тығыҙ тән ите лә көнгә янған, ымһындырғыс, тулы, алһыу биттәре, үбешеүгә ҡомһоҙ ирен-дәре, сихырлап ләззәткә батырыр күҙҙәре тураһында әйтеп тә тораһы түгел… Теҙенән юғары ҡыҫҡа, муҙылы күлдәге лә тәненә һылашҡан. Юрый кейгән инде…
Көмөшкә үҙенекен итте. Бикәнең биттәре ҡыҙарҙы, күҙҙәрендә шайтан осҡон-дары бейеште.
– Йә, беҙ яңғыҙ түгелбеҙ ҙә баһа. Эшкинмәгән, хыянатсы булһалар ҙа, ирҙәр-ебеҙ бар әлегә. Икәү итәйек. - Бикә стакандарға ҡойҙо ла йыр башланы:
Әйткән инең, әгәр һөйә ҡалһаң,
Минән башҡа берәй бүтәнде…
Бикәнең йырында семтем дә моң әҫәре тойомланмай, ишетер ҡолаҡҡа ятышһыҙ көйө лә, ҡаҙан дәүмәле эс ҡыуышлыҡтарын урап, тамаҡ төбөнә килеп һыҡып сы-ҡҡан зәһәре.
Була бит шундай һөймәлекһеҙ кешеләр, ҡолаҡтарыңды томалаһаң да, көсләп ишеттерәләр, тыңларға теләмәһәң дә мәжбүр итеп тыңлаталар. Үҙәккә, електәргә үтерлек ундай тауыш күңелде һүрелтә, йырҙары мөңөлтә.
Йырсының иләмһеҙ сарғаланып сәрелдәүе тәҙрә быялаларын зыңлатты, стак-андарҙағы шыйыҡсаның өҫтөнән түңәрәктәр йүгертте.
… Һөймә ләкин минән тү-ү-ү-үбәнде-е-е-е!
Вәссәләм… Йыр тамамланды, бүлмә эсе һил, тыныс булып ҡалды. Зөлхизәнең дә йырҙы тыңлаған мәлдә йәнендә яралған сәбәпһеҙ шомо бер аҙ баҫылғандай ит-те. Ҡапыл ниндәйҙер тәүәккәллек менән алдындағы стаканды ауыҙына түңкәргәй-не, зәхмәтле эсемлек баянан бирле тамағын әсетеп, йота алмай аҙапланған төйөн-дө иретте лә ҡуйҙы.
Һуң ғына ҡайтты Зөлхизә күршеһенән. Башы геүләй, сатнай, әйләнә, йәнтәс-лимгә йүгереп арығандай тыны быуыла, йөрәге дарҫлап тибә.
Ҡыҙының йоҡо бүлмәһенә үтте, утты ҡабыҙып, ирендәреп сәпелдәтеп йоҡлағ-ан балаһына байтаҡ ҡына текәлеп ултырҙы, яртылаш иҙәнгә шылып төшкән юр-ғанды ҡалҡытып, төҙәтештереп япты, һаҡ ҡына арҡаһынан тупылдатып яратты, сәстәренән һыйпаны. Үҙенең етем икәнен дә белмәй, ҡоласын ташлап иҙерәп йо-ҡлап ятҡан була бәпесе. Шул уйынан күҙҙәренә йәнә йәш эркелде
Кире залға сығып көҙгө ҡаршыһына баҫҡайны үҙен үҙе таныманы: көҙгөнән уға күҙҙәре ҡыҙарған, сәстәре ялбыр, йонсоу ҡатын ҡарай ине.
Ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай бер урында байтаҡ ҡына шулай суҡайғас, ниҙер хәтеренә төш-өп, тағы ҡыҙының бүлмәһенә инде, унан эреле-ваҡлы тартмалар алып сыҡты ла ултырғыс тартып трюмо ҡаршыһына ултырып төҙәнергә-яһанырға тотондо. Бит-енә еҫле май яҡты, мул итеп пудра һөрттө, ыҙалай-йонсой ҡаштарын эҫкәк ярҙа-мында йолҡоп тигеҙләгәс уларҙы махсус ҡәләм менән буяны, ирендәрен сағыу ит-еп ҡыҙартты, керпектәренә тушь яғып ситтәренә һөрмә тартты, күҙ ҡабаҡтарын күкле-йәшелле итеп күләгәләне. Шунан шифоньерҙан ҡыҙының тар, ҡыҫҡа ғына мини күлдәген сығарып кейгәс электр бигудийы менән сәстәрен бөҙрәләтеп туҙ-ҙырып ебәрҙе. Көҙгөгә ҡабаттан иғтибарлап баҡты һәм… ауыҙынан «Йә, Хоҙай…» тигән өн сыҡты, унан урлап тотолған кешеләй, ян-яғына алан-йолан ҡаранды. Уның биғәләшләнеп ултырыуын бер кем дә күрмәгәненә инанғас, тынысланғандай эргәһендәге ҡәнәфигә шылып ялпашты, һәм бер аҙҙан артыҡ эселгән көмөшкә зә-хмәтен еңә алмай әүем баҙары менән ысынбарлығын бутап әүелйеп китте. Күҙ ал-дына йыуаш ҡиәфәтле, баҫалҡы холоҡло Зиннәтуллаһы килде, уны тыу бейәләй ҡеүәтле мәрйә бер яҡҡа тарта, әллә ҡайҙан пәйҙә булған, ала-сола күлдәк кейеп алған Бикә икенсе яҡҡа өҫтөрәй, үҙе моңһоҙ итеп көйләй имеш: «Әйтмә һин ауыр һүҙ, Зөлхизә… Йөрәк бит былай ҙа яралы, Зөлхизә…» «Ниңә улай йырҙы боҙоп йыр-лайһың, Бикә?» тип ҡаршы төшөргә итә, аңҡауына йәбешкән теле генә әйлә-нмәй, ҡурғаштай ауыр күҙ ҡабаҡтарын яҙа алмай. Ә Бикә ҡарышҡандай өшәнде-ргес сыйылдап икенсе көйгә күсә: «Ялан да ғына ерҙә бер ҡыҙ илай, Зөлхизә… » Бына ул бер урында һикереп әйләнгән сыйып боҙолған табаҡсалай һамаҡларға тотондо: «Зөлхизә… Зөлхизә… Зөлхизә…»
– Зөлхизә, Зөлхизә, тим! Был тиклем дә йоҡлар икән кеше, тор.
Зөлхизә йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа, тәҙрә ҡорғанын тартып асты. Һыҙылып кил-гән таң яҡтыһында Бикәнең һынын шәйләне. Ишекте асып, күтәрмәгә сыҡҡайны, күршеһе лып итеп баҡса ултырғысына ултырҙы.
– Әстәғәфирулла, Зөлхизәкәйем, был һинме, әллә енме?
– Ни булды тип, үҙеңә ҡара…
– Йә Хоҙа, кисә ултырғайным шу, ҡотороп… Бикә, бисәләр белмәһен инде, оят. Килешмәгәнде…- тип, буталып һөйләнде ул. - Мин хәҙер, - тип кире инеү яғ-ына ҡайырылғайны, тегеһе беләгенән матҡыны:
– Һуңынан, Зөлхизә, һуңынан, былай ҙа һуңлап киттек. Әйҙә!
– Ҡайҙа булһын, Сидоровкаға. Ҡосаҡлашып йоҡлап ятҡан ерҙәрендә эләк-терәбеҙ Зиннәтулла менән һөйәркәһен. Кисә һүҙ ҡуйыштыҡ, хәл иттек тә баһа.
–Эйе шу, килешкәйнек шу, - тигән булды Зөлхизә бер ни хәтерләмәһә лә. - Һуң һыйырымды, Алаҡайымды кем һауа?
– Ул ни йоҡлай. Көтөү ҡуҙғалып, ҡояш тышау буйы күтәрелгәнсе уяна бел-мәй, кис колопта таң һыҙылғансы уйын ҡоралар. Ҡуй инде, беҙ ҙә йәш булдыҡ, ул тиклем үк һуңламай торғайныҡ бер ҙә. Атай мәрхүм дә ҡырыҫ, ҡаты тотто, әсәйем дә уның һүҙенән сыҡманы… - Башы зыңҡып ауыртһа ла йоҡоһо асыла төшкән Зө-лхизә ҡабалан теҙҙе.
Бикәгә боронғоға төшөү бер ҙә ҡыҙыҡ түгел ине, үҙ яйын ҡайырҙы:
– Үҙең дә будильник менән уянаһыңдыр әле моғайын?
– Эйе, унһыҙ йоҡлап ҡалыуың ихтимал, - тип ризалашты Зөлхизә.
– Улайһа бик һәйбәт. Шул сәғәтте ҡолағы төбөнә апарып ҡуй, бүлмә тулт-ырып зырылдаһа уянмай ҡайҙа барһын!
– Сәй эсеп юлланайыҡмы әллә? Өҙәрем юлға тәғәмләнеп сығыуың хәйерле. - Зөлхизәнең бер ҙә генә лә сығып киткеһе килмәгәнлеге һиҙелә.
– Уныһын да хәстәрләгәнмен. - Бикә ҡулындағы төйөнсөгөн күрһәтте.
– Улайһа жибы ғына әҙәм рәтенә керәйем дә.
– Ваҡыт юҡ, Зөлхизә, тиҙерәк. Бар, йәһәт кенә аяғыңа ҡыҙыңдың осло күтәр-мәле туфлийын эләктер. Шул тиклем дә кейенеп-яһанғас, аяғыңа ҡата кейеп кит-мәҫһең бит инде. – Аяҡтарға ҡатылған тәрән галоштарға һирпелеп алды. - Үҙең ҡыландырғасың, күнәгенә ҡапҡасы тап килһен инде.
Ауылды сыҡҡансы төрлө юлдан - береһе тумраңлап урам буйлап, икенсеһе, ке-ше күҙенән ҡасып- боҫоп, картуф баҡсалары һыртындағы берләм һуҡмаҡтан бар-ҙылар.
Оло юлға төшкәс тә, Зөлхизәнең атлауының рәте булманы, йә туфли осо ергә ҡаҙалып йонсотто, йә күтәрмәһе юл туҙанын һөрөп интектерҙе. Байтаҡ ҡына шул-ай мәшәҡәтләнгәс, кәрәге тейер бәлки тип үҙе менән алған ҡаталарын кейеп, туф-лиҙарын моҡсаға һалып тормай ҡултығы аҫтына ҡыҫтырҙы.
Бикә һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә Зөлхизәнең буй-һынына ҡарап-ҡарап ала: – Әй, барыбер, теге мәрйәнең байлыҡтары һинекенә ҡарағанда байтаҡҡа ҡайтыш. Был күлдәкте кеймәһәң, белмәҫ тә инем, билләһи. Зиннәт ағай ғүмер бу-йы һинең менән мунсала йыуынып та, ошо ниғмәттәреңә ымһынмаһын инде. Оң-ҡот! – Шапылдатып бот сапты.
– Ымһынды ти, ымһынмай ҙа… - Зөлхизә юлдашының һүҙен ҡеүәтләне. – Мунса инһә, эләүкәгә менә лә, ҡулың йомшаҡ, килешә, мынау еремә массаж яһа,
миндек менән мынаулайтып сап тип, әйләнеп-тулғанып тик ята, шунан арҡаһын ышҡыта ла сығып та һыҙа.
– Һуҡырҙыр был, Зиннәт ағай, билләһи һуҡырҙыр.
– Бер ҙә һуҡыр түгел, ә күҙле бүкән. Бына мин уның иғтибарын йәлеп итер өсөн, - өҫтөндәге сонтор күлдәгенең бот төбөнә шылған итәген тартыштырҙы, - би-суралай кейенеп, йөҙөмдө аллы-гөллө итеп буяп ултырһам да ҡиәфәтемдәге үҙгә-реште шәйләмәҫ ине ул. Үткәндә көтөүҙән ҡайтып ингән дә, бисә, күҙҙәрең әллә зәңгәрһыу инде, ә мин улар һоро тип йөрөһәм, тисе, битһеҙ, ҡартайып барған кө-нөндә… - Шулай ҙа йән баҫҡан ирен ары яманлағыһы килмәй шымтайҙы, аяҡта-ры аҫтына ҡарап, үҙ уйҙарына бирелеп бара башланы. «Ни генә тимә Зиннәтул-лаһы эшсән, егәрле. Һуң шулай булмай тағы, фермала берҙән-бер орден йөрөткән кеше ул. Ғаилә, тип йәшәй, йәнә һөйкөмлө, ипле һүҙле лә… Нисәмә йыл йәшәп тә ауыр һүҙ әйтмәне, ҡашын төйөп ҡараманы. Иғтибарһыҙ, тигән була, быйыл ҡыш һыуыҡ алдырып ауырып ятҡанында шыраулы устарын уның маңлайына баҫ-ып эргәһенән китмәне… Быларҙы нисек итеп ете яттарға һөйләмәк, ул ғаилә мөн-әсәбәте, яҡындарҙың аралашыу күрке. Үҙе генә белә, белә һәм күңеле ҡояш нуры-нда йәйелгән һары майҙай ирәмһей… Һе, әүермән, инде килеп ят бисәгә әүрәһен инде! Ышанғы килмәй! Тимәк уны яратмаған, алдаштырып ҡына йөрөгән… Ошо мәлдә теге тыу бейә мәрйәнең һары сәстәрен еҫкәп йоҡлап яталыр әле, аҙғын… Барып ҡына етәйем, күрһәтермен күрмәгәнеңде… » Шул яһил, яусыл ниәтенә аб-ынғандай юл уйпатына һөрлөгөп китте, ҡултығына ҡыҫтырған теге туфлиҙар сит-кә осто. Ҡаҙау тағалы аяҡ кейемен асыу менән эләктерҙе лә ҡулындағы моҡсаһына һалды. «Буш моҡса һелтәп китеп барғансы күстәнәс алһасы, ни тиһә лә иренең янына бара. Сейә ҡайнатмаһын хуп күрә Зиннәтулла, мейестән сыҡҡан икмәккә яңы айыртҡан ҡаймаҡ ҡушып ашарға ярата… Шуларҙы булһа ла хәстәрләһәсе, тотоп килгән ҡулы төшөп ҡалмаҫ ине, ни тиһә лә хәләле бит… Мәрйәһе һыйлаһ-ын, кәбеҫтә һурпаһын эсереп һыртына сыҡҡансы эсен күптерһен, шунда белер минең ҡәҙерҙе!..»
Улар юлға ҡуҙғалғанда күренмәгән ҡояш сығып, тәүҙә офоҡ ситен асыҡ ҡыҙыл төҫкә буяны, шунан егәрле геүләп янып киткән мейестәй баҙыҡланып зәңгәр сат-ырҙы балҡытып ҡарыш буйы күтәрелде. Йәшәү башы, тереклек ойотҡоһо бит ул ҡояш, тыуыр көн хәбәрсеһе. Тирә яҡ йәмләнеү менән ошоғаса ҡыуаҡтар араһына боҫҡан ҡоштар кемуҙарҙан иртәнге моңдарын түгергә керештеләр; уйпатлыҡтағы талдар өйкөмөндә пар һандуғас ярышып сутылданы, тау битләүендәге ҡайын ҡы-уаҡлығында аҙашҡан яңғыҙ кәкүк үҙәләнеп моңайҙы. «Кәкүк, кәкүк, беҙгә Зиннәт-улла менән парлашып нисә йыл йәшәргә ҡалды?...» Ҡош шуны ғына көткәндәй ҡойолдороп саҡырырға тотондо. «Сидоровкаға яҡын йәшәйһең шул, ҡоромағыр, Зиннәтулланы яҡлайһың…» Кәйефе киткән Зөлхизә ҡарашын юл ҡырлатып һуҙ-ылған болонға күсерҙе. Унда ла тереклек уянғаны тойомлана, яңғыҙ ҡарт ҡайын-дың төбөндә ҡалҡҡан иләү өҫтө йыбырлай, тимәк егәрле ҡымырҫҡалар үҙ шөғөл-дәренә тотонғандар, ямғырҙан һуң тығыҙланып киткән үләндәр араһына боҫҡан сиңерткәләр яҡынлауҙы тойоп туҙырап тирә-йүнгә һибеләләр. Бынау бәйләнсек һайыҫҡан Бикә яғынан төшөп алған да ҡалырға теләмәй шыҡырыҡлап эйәреүен белә. Теге эсе күмһеп, талағы ташыуына сыҙамай беләк буйы ботаҡлы таяҡты ал-
ып елгәрҙе: «Ҡалаһыңмы һин беҙҙән, юҡмы, ала бире, урман ғәйбәтсеһе?!. - Зө-лхизә яғына ҡайырылып ҡабаландырҙы. - Йоҡонан торалар инде, торалар, тиҙер-әк!..»
Ниһайәт, үҙәндә, табаҡтай йәйелеп, Сидоровка ауылы күренде. Алдан бай-паңлаған тумһыҡ Бикә арманһыҙ булып ергә сүгәләне лә үҙенән биш-алты аҙым артта һөйрәлгән юлдашына өндәште:
– Килеп еттек. Әйҙә, ултыр, хәл алайыҡ. - Зөлхизә яҡынлауға Бикә, юл төй-өнсөгөн үлән өҫтөнә йәйеп, унда сәйнәрлек ризыҡ һәм бер шешә эсемлек сығар-ып ҡуйҙы.
Быларҙы күргәс, Зөлхизә кисәге шайтан мәжлесен хәтерләп, ытырғанды:
– Быныһы бармай, эсмәйем. Ҡабыр урыным да юҡ, сарсаным. Айран һыма-ғыраҡ берәй нимә әпкимәнеңме шунда?
– Булғаны менән байрам итәйек. Көмөш төҫлө көмөшкә, - Бикә шешәне ал-ып ҡеүәтен самаларға теләгәндәй ҡулында һәлмәкләне, - баштың сатнауын бөтәш-терә, һыуһынды ҡандыра.
Бикә шешәнең бөкөһөн тешләп алып ситкә төкөрҙө, стакандарға эсемлек ҡойҙо, шунан алдындағын ауыҙына түңкәргәс, сытырайырға ла онотоп, хәбәргә күсте:
– Ошоно эсеп енләнеп барып инәһең дә шундуҡ мәрйәнең муйынына йәбе-шәһең. Сәстәрен матҡып йомарлап ал да ысҡындырма, бармаҡтарыңды ныҡ бат-ырып биттәрен сапсы, урамда күренерлеге ҡалмаһын штубы - Тәжрибәле, күпте күргән, байтаҡты башынан үткәргән көрәшсе ҡиәфәтендәге Бикә ҡул хәрәкәттәре менән дә ишаралап та күрһәтте. - Зиннәтулла аралаларға маташһа, - мул итәген йәйеп ебәреп ҡыҫҡа, йыуан аяғын сығынсы бейә сыпраңлағандай сысаңлатты, - йо-мшаҡ еренә, йәғни яҫағына тибеп, хәлен ал, ирҙәрҙең тиҙ бирешеүсән, иң һаҡлағ-ан байлыҡтары шул, бот араһында!
– Әлләсе, кешегә ҡул күтәргәнем юҡ бит әле.
– Өйрән, берәү ҙә белеп тыумай. Кеше бәхетте шулайтып яулай.
– Был сәфәргә баштан уҡ бер ҙә генә лә күңелем тартмағайны, кире борол-айыҡмы әллә, күрше? Барыбер һуңға ҡалдыҡ, ашаған мал да урынына ҡайта, ти-ҙәр бит…
– Һинең малыңдың ҡайтырлыҡ рәт-яйы күренмәй, бел уны, үләндең бил быуарҙан үҫкән еренә юлыҡҡан.
– Улайһа барып урайым инде, бер килгәс… - Зөлхизә ҡалҡынды, балтыр-ҙарын боҫормаларға теләп күлдәгенең ҡыҫҡа итәген көсләп аҫҡа тартты ла ышан-ысһыҙ аҙымдар менән тау түбәненә ҡарай ыңғайланы. Артынан Бикәнең: «Исма-һам, батырлыҡ өсөн тотманы ла, тиҫкәре… Оҙаҡлама. Ошонда көтөрмөн», - тигән тауышы ишетелде.
«Бикә дөрөҫ әйтә, бәхетте көрәшеп яуларға кәрәк. Нисек кенә булһа ла Зиннә-туллаһын яттарға бирәһе юҡ. Кәрәк икән, әллә кеменең боғаҙынан да алыр, сәстә-рен дә йолҡҡолар!» Ошо уйҙар Зөлхизәгә ҡыйыулыҡ өҫтәне, хәрәкәттәренә тәүәк-кәллек бирҙе.
Ул ҙур булмаған ауылда Зиннәтуллаһы йәшәгән өйҙө тиҙ тапты, текә баҫып шунда боролдо һәм ҡапҡа аша ихатаға күҙ ташланы.
Йорт хужабикәһе түтәлдәргә һыу һибеп йөрөй ине, эргәһендә 10-11 йәштәр самаһындағы малай ҡый үләндәрен йолҡоп маташа. Ҡатын урта йәштәрҙә, ыҡ-сым кәүҙәле, асыҡ йөҙлө генә икән. Ләкин Зөлхизә, уны күпме генә үҙ янына ҡу-йып сағыштырһа ла, бер генә артыҡ ерен дә тапманы. Хатта уға ҡарағанда буйға ла ҡайтышыраҡ, ябығыраҡ күренде ул. «Зиннәт бының ҡайһы еренә ҡыҙыҡҡан-дыр?» Уны ҡыйыулыҡҡа, саялыҡҡа этәргән һуғышсанлығы бер аҙ һүрелә төштө.
– Драстуйте. - Урыҫтар менән аралашып йәшәмәгәнлектән иҫәнләшеүе ҡойто ишетелде. – К вам мужны заходить?
Ҡатын һиҫкәнгәндәй итте, башындағы яулығын, туҙған сәстәрен төҙәтештер-гәс, ҡапҡалағы ҡатындың милләтен төҫмөрләп, саф башҡортса яуапланы:
– Һаумыһығыҙ. Үт, үтегеҙ әйҙә.
Ике ҡатын бер-береһенә ҡаршы атланы һәм, ғәҙәттәгесә, ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһы-ныуы менән һынамсыл текәштеләр.
– Ул үҙен, бәлки, Захар, тип тә таныштырғандыр, белмәйем, тик шуны өҫтә-йем, һеҙҙә фатирҙа торған ирҙең, йәғни Зиннәттең хәләл ҡатыны мин булам.
– Зөлхизә һеҙ булаһығыҙмы ни әле? - Хужабикәнең йөҙө яҡтырып китте. - Зиннәт миңә һеҙҙең турала һөйләгәйне. Барыбер таныманым. Бына һеҙ ниндәй икән! - Ул көлөп ебәрҙе.
Зөлхизә төҫ-башын иҫенә төшөрөп ҡуйҙы. «Яр биреһе һымаҡ күренәмдер ин-де, оят…» Шул уйынан ҡыҙарҙы, ләкин ваҡытында үҙен ҡулға алып өлгөрҙө:
– Эйе, беҙ ошондайыраҡ булабыҙ. Һеҙҙең магазинығыҙға килергә йыйынғас, совхоз директоры хужалыҡ мәшәҡәттәрен ҡуйып «Волга»һы менән алып килде. Ҡабалан ғына, көндә кейгән күлдәгемде кейеп сыҡҡан да киткәнмен, биҙәнеп тә өлгөрөп булманы – Ул хужабикәнең төҫө уңа башлаған күлдәгенә, мәте һылашҡан ҡатаһына, бысранған ҡулдарына һауалы ҡараш ташланы.
– Шулайҙыр инде… Таныш булайыҡ. Валя-Валентина тиҙәр мине. - Ул ҡулда-рын һондо һәм, бысранғандарын күреп, кире артына йәшерҙе. – Нишләп бында торабыҙ әле. Әйҙә, өйгә инәйек.
Ике бүлмәле өй, бәләкәй генә булһа ла, бөхтә итеп йыйыштырылған, һәр ни-мә үҙ урынында. Төпкө бүлмәлә күпереп торған мендәрҙәр өйөлгән оло карауат-ты күргәс, Зөлхизәнең күңелен, «ошонда йоҡлайҙарҙыр, күрәһең» тигән уй тырн-ап үтте, шуғалырмы теле ихтыярынан тыш:
– Зиннәт ҡайҙа? – тигән һорауҙы ысҡындырҙы.
– Эштә ул. Кисә төнгөлөккә китте. Оҙаҡламай ҡайтыр. – Валя нишләптер Зөлхизәнең көнсөл, шул уҡ ваҡытта талапсан ауаздар сағылдырған һорауына иғ-тибар итмәне. - Зөлхизә, минең башҡортса һөйләшкәнгә аптырамағыҙ, башҡорт балалары менән уйнап үҫкәс, үҙ телем һымаҡ яҡын күрәм.
Валя, шулай донъя хәлдәрен һөйләй-һөйләй, өҫтәл әҙерләне, булған һыйын теҙҙе, тик Бикә һымаҡ ҡунағының алдына шешә ултырманы. Быныһы Зөлхизәгә оҡшаны. Хужабикә хәстәрен тамамлап өҫтәл артына урынлашҡас, һүҙҙе ҡунаҡ ба-шланы.
– Валя, минең асыҡлыҡ индерә торған йомошом бар… Зиннәт ошо ауылда бер ҡатынға әүрәп киткән, тиҙәр, шул ысынмы?
– Буш һүҙҙер ул, Зөлхизә, Зиннәт көнө-төнө эштә, ҡатын-ҡыҙ менән сыуал-ырға ҡайҙан ваҡыт тапһын. Тағы, ул беҙҙә йәшәй бит, бер беленмәһә бер беленер ине…
– Теләге булған ир уға ғына ваҡыт табыр. - Зөлхизә дорфа һөйләшеүен дау-ам итте һәм ҡатын-ҡыҙ хәйләһенә күсте. - Әгәр ундай ҡатын-ҡыҙ табылһа, Валя, миңә хәбәр ит, килеп, ул ҡатын менән үҙем һөйләшермен.
– Әлләсе, оҡшамаған эш бит әле хәбәр йөрөтөү, - тигән булды Валя башҡа яуап тапмағас. - Минең ни, йорт мәшәҡәттәре менән көндәрем үтә, еңел-елпе көн итергә, юҡты бар итеп ғәйбәт һөйләргә ваҡыт ҡалмай. Ир ҡулы теймәгәс, йорт-ҡу-ра һүтелеп кенә бара. Николай тере саҡта донъябыҙ ялт итеп тора ине лә бит. - Ул күҙҙәрен һөрттө. – Хәҙер берҙән-бер йыуанысым Иван ҡалды. Һуйған да ҡаплаған атаһы инде… Николай Зиннәт менән дуҫтар ине бит.
«Бына нисек…» Зөлхизә ҡапыл уңайһыҙланып, баҙап ҡалды. Ниңә ул, иҫәрлә-неп, көмөшкәсе Бикәнең һүҙҙәренә ышанып, бында киләһе итте икән, Зиннәтең дә ҡайтырын көтмәне, кемдәрҙә фатирҙа торғанын белер ине, исмаһам. Николай ҙа уларға бик йыш килгеләп йөрөй торғайны, тик бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөргә, саҡырышып, ҡатындарын таныштырырға форсаттары сыҡманы.
Зөлхизәгә оят булып китте. Уның йөҙөндәге яһалма тәкәбберлек, һауалыҡ ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Валяның тынысланғанын көттө лә эске бер йылылыҡ менән:
– Бына таныштыҡ та, тине.
Ҡатын-ҡыҙҙың кәйефе күҙ асып йомған арала үҙгәрә шул. Әле генә бер-бере-һен һынамсылллаған таныш түгел ике ҡатын һайрашырға ла тотондо.
Ҡатындарҙың бөтмәҫ һүҙен ҡапҡа тышында ат бышҡырыуы бүлде.
Зөлхизә эләгә-йығыла тупһанан төшөп, ҡапҡаға ҡарай йүгерә-атлай йүнәлде, шунан атын етәкләп инеп килгән Зиннәтуллаһын күргәс һенағастай ҡатты ла ҡал-ды.
– Зөлхизә, был һинме? - Ҡатыны өндәшмәгәс, тегеһенең өҫ- башын күҙҙән үткәрҙе лә борсолғандай һүҙ ҡатты. - Әллә ауырып киттеңме?
Ниһайәт, Зөлхизәгә лә йән инде, ул осоп тигәндәй килеп, ирен ҡосаҡлап алды:
– Бәрәкәт, ҡарсыҡ, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр! Ун ете йыл йәшәп тә был һүҙ-ҙәрҙе ишетер көнөм бар икән.
Валентиналарҙа йәнә бер самауыр сәйҙе бушатҡас, Зөлхизә, ҡайтырға ҡабал-анды, Зиннәте өтәләнеп атын егергә кереште. Өлтөрәп, йүгереп йөрөгән ирен күр-еп ҡыуанһа ла, уны көтөп ҡалған Бикә күңеленә тынғылыҡ бирмәне. Зиннәтулла уны күрһә, бөтөнөһөн дә төшөнөр тип ҡурҡты.
Уйламағанда ҡатынының килеүе тамам аңҡы-тиңке итте Зиннәтулланы. «Һағ-ындым» тип килгән. Кейенеүенә, яһаныуына кинәйәләгәйне, һиңә оҡшар өсөн ин-де гел шулай кейенәсәкмен, тине. «Аҙна аҙағында ҡайт, мунса яғып, ике миндек ебетеп ҡуйырмын», тип серле генә йылмайҙы ла хатта.
Их, ҡатын-ҡыҙҙың серле йылмайыуҙары! Йөрәкһеҙҙе йөрәкле, телһеҙҙе сәсән, ҡыйыуһыҙҙарҙы арыҫлан итә бит. Күрсе, Зиннәтулла ағай Зөлхизәһе тирәһендә
нисек егеттәрсә өйрөлөп йөрөй. Өндәшмәһә лә, ҡатынының ирендәрен ҡыҙарты-уын, сәстәрен бөҙрәләтеүен, унан еңелсә хушбый еҫе килеүен хуп күрҙе. Кем өсөн шулай тырышҡан ҡатыны? Әлбиттә, уның өсөн! Тик күҙ тирәләрендәге күкле-йә-шелле буяҡтарҙы һәм ҡыҫҡа итәктәрҙе генә өнәп бөтөрмәне. Ә күңеле: «Зөлхизә-нең аяҡтары ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарҙыҡынан кәм түгел дә баһа», - тип, бөтөнләй киреһен тыҡыны.
Аҙна аҙағында мотлаҡ ҡайтасаҡ ул. Уның да һаҡал-мыйыҡтары ҡырылған, өҫ-башы таҙа, үтекләнгән булыр, итектәре ялтырап торор, «Шипр» һөртөргә лә онот-маҫ.
Зөлхизә ҡапҡа тышына оҙатырға сыҡҡан Валя менән йылы хушлашты ла, арб-аға менеп, Зинәтуллаһына арҡаһын терәп ҡулайлап ултырҙы. Бейә терт-терт юр-та, Зиннәтулла ҡатынына ара-тирә ҡараш ташлап ала. Рәхәт.
– Зиннәтулла… Зиннәт… Һин мине яратаһыңмы?
Ире тамағын ҡырҙы, мыйығын һыпырғылап, түшәп ултырып килгән бушлат-тың салғыйҙарын ҡатыны яғына шылдырыңҡырап, уны уңайлап ҡымтыштырған булды, шунан:
– Өйләнешкәндә әйткәйнем бит… - тине.
Эйе шул, әйткәйне шул… Ҡыҙҙар тауын, урмандарҙы яңғыратып, «яратам!» тип ҡысҡырғайны. Тимәк ярата. Зөлхизә күлдәк аша иренең йылы тәнен тойоп ирәмһерәне лә арҡаһын Зиннәтуллаға тағы ла ихласыраҡ терәне. Оҙаҡламай һө-ҙәк үрҙе лә артылырҙар, ауыл да күҙҙән юғалыр. «Бикә ултырып, юҡ бар хәбәр һө-йләп, эсте бошорор инде», - тип эсенән көйәләнде Зөлхизә.
Әммә Бикә көткән урынында юҡ ине. Ул ултырған урында үләндәр зәғифләнеп йығылған, һәм бер ситтә буш шешә аунап ята ине. «Ҡайтып, тағы ла берәй ғәйбәт таратыр әле», тигән уй үтте Зөлхизәнең башынан. Тик ул уны бошондорманы. Ус менән ҡояшты ҡаплап ҡына күләгә яһап буламы ни ул?