Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Даны батыр артынан йөрөй

2020 йыл ҡырмыҫҡалылар өсөн ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең яҡташыбыҙ, танылған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Миңлеғәли Шайморатовҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән Шайморатов генерал Ордены булдырылды. 30 мартта күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды – 77 йыл үткәндән һуң ысын герой үҙ йондоҙона лайыҡ булды, Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.

2021 йыл уның исеме менән бәйле яҡшы яңылыҡ менән башланды. Район үҙәк китапханаһының баш китапханасыһы Айгөл Килмөхәмәтова ебәргән заявка “Рәсәйҙең топ-1000 мәҙәни туристик брендтары ” конкурсында һайлау туры үтте. Конкурс РФ Йәмәғәтселек палатаһы, Рус география йәмғиәте, Стратегик инициативалар агентлығы, ҡунаҡсыллыҡ индустириһы йәмәғәтселек берлеге, Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй туризмы, Ауыл хужалығы министрлығы, тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен ҡурсалау Бөтә Рәсәй йәмғиәте ярҙамында үтә.
Ҡырмыҫҡалы брендын “Живоенаследие.рф” порталының интерактив картаһын файҙаланыусыларҙың барыһы ла күрә ала. Шулай уҡ сайтта генерал-майор М. Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ғәскәрҙәренә бағышланған мәҙәни һәм тарихи урындар, документаль һәм нәфис баҫмалар, сәнғәт әҫәрҙәре тураһында мәғлүмәт белергә мөмкин. Тикшереүселәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, журналистар, тарихсылар, сәйәхәт ҡылыусылар һәм туристар танылған командирҙың тыуған яғына килеп, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге күргәҙмә залында булыу, Рәсәй Федерацияһы Геройының мәғрур һәйкәлен күреү мөмкинлегенә эйә.
Хәҙер тағы ла күберәк кешеләр легендар-майор Миңлеғәли Шайморатовты үҙҙәре өсөн асасаҡ, уның һәм уникаль 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәрының хәрби батырлыҡтары тураһында беләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://livingheritage.ru/rand/respublika-bashkortostan/minigali-mingazovich-shaimuratov
Алһыу Насирова.
Читайте нас: