Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
27 Февраль 2021, 15:24

"Атайсал" проекты старт ала

Радий Хәбиров: "Тормошта уңыш ҡаҙанған кешеләр тыуған еренә, бәләкәй Ватанына ярҙам күрһәтһә, ул урындарҙа тормош күпкә яҡшырасаҡ".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Атайсал” проектын башлап ебәреүгә арналған эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Республикала ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең яҡташтарына, бәләкәй Ватанына ярҙам итеү системаһы булдырыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект идеяһы тураһында Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған ауылы Ишембай районының Һайран ауылына барған саҡта әйткәйне. Һуңғараҡ журналистар менән осрашҡан сағында яҡташтарҙың тыуған яғына ярҙам итеүе буйынса йәмәғәт программаһын башларға планлаштырыуын белдергәйне.
– Беҙҙә бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙан уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр уларҙың һәр береһе өҫтәмә рәүештә тыуған еренә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто күпкә яҡшыртасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Күп эшҡыуарҙарҙың, бай кешеләрҙең былай ҙа ярҙам итеп торғанын беләм, тик беҙ был эште системалаштырырға теләйбеҙ. Ошо маҡсатта “Атайсал” проектын тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Был бер нисек тә дәүләт хәл итә торған проблемаларҙы кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Был - күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам итергә теләгән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға тырышыу ғына.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы ярҙамында проекттың рәсми сайтын булдырған. 1 мартҡа тиклем ул тест тәртибендә эшләйәсәк. Һәр теләгән кеше унда инеп, кәрәкле ауылды табып, күрһәтергә теләгән ярҙамын йәки берәй проектты тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итә ала. Был, мәҫәлән, футбол йәки балалар майҙансығын төҙөү, йәмәғәт биләмәһен, шишмәне, зыяратты төҙөкләндереү һәм башҡалар булыуы ихтимал. Йәнә финанслашыу шарттарында ғәмәлдәге республика программаларына йәки “Атайсал” проектының башҡа инициаторҙарына ҡушылырға мөмкин. Сайт краудфандинг платформаһы ла була ала: меценат үҙенең уңышлы ауылдаштарына бергәләп ҙур проектты тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итә ала.
"Был сайт ярҙамында уңышлы яҡташтарға төрлө инстанциялар буйлап йөрөргә, ниндәйҙер килешеүҙәр, комиссиялар аша үтергә кәрәк булмаясаҡ. Сайт автоматик рәүештә инициативаны был ауыл йәки ҡаланың етәкселегенә еткерәсәк, һәм улар үҙҙәре нисек итеп проектҡа ярҙам итә алыуҙарын хәл итәсәк, – тине Урал Килсенбаев. – Мәҫәлән, ҡайҙалыр ер участкаһы бүлеү йәки майҙансыҡ әҙерләү кәрәк. Хакимиәт барлыҡ тәҡдимдәр буйынса халыҡ менән һөйләшә. Ә инициатор иң күбе ун көн эсендә “Эйе, беҙ әҙер” тигән яуап һәм ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итеүҙә ярҙам итәсәк яуаплы кешенең координаталарын аласаҡ".
Сайт ярҙамында ҡайҙа һәм ниндәй проекттар тормошҡа ашҡанын күрергә, эштәр барышын тикшерергә һәм ниндәй муниципалитеттың әүҙем икәнлеген күрергә була. Ҡулланыусылар шулай уҡ ярҙам иткән меценаттарҙың (улар теләһә) фотоһын һәм ниндәй күләмдә ярҙам иткәнен күрә аласаҡ.
– Әле “Атайсал” эшләй башлаһын өсөн иң уңайлы ваҡыт, – тине Урал Килсенбаев. – Был йәйге төҙөлөш миҙгелендә мөмкин булғанса күберәк хәйриә башланғыстарын тормошҡа ашырыр өсөн кәрәк.
Радий Хәбиров проектты хупланы һәм уңыш ҡаҙанған яҡташтарыбыҙҙы, шул иҫәптән Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәрҙе лә унда ҡатнашырға саҡырҙы.
Проекттың башланыуын көтөп тә тормай тыуған яҡтарына ярҙам иткән инициативалы кешеләр бар. Уларҙың береһе – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғиндуллин. Ул тыуған ауылына юлға ҡырсынташ түшәүҙе ойошторған. Ул шулай уҡ “Атайсал” проектына ҡушылырға әҙер.
– Был - “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән тезисыбыҙҙың дауамы. Бындай ярҙам төрө башҡа төбәктәрҙекенән айырыла. Шул уҡ өмәләр, тик күпкә файҙалыраҡ формала, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов билдәләүенсә, “Атайсал” проекты республиканың үҙ ауылдарына һәм ҡалаларына ярҙам итергә теләгән бер фекерле кешеләрен берләштереү мөмкинлеге бирәсәк. Уның фекеренсә, был эшкә йәмәғәт ойошмалары ла ҡушыла аласаҡ, улар меценаттар өсөн өҫтәмә социаль әһәмиәтле башланғыстар тәҡдим итәсәк.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яғына ярҙам итергә әҙер булған күп эшҡыуарҙар төрлө сәбәптәр буйынса район башлыҡтарынан ҡаршылыҡ ала. Ә был проект сиктәрендә ярҙамды системалы нигеҙҙә күрһәтеп буласаҡ", – тине Ростислав Мырҙағолов.
"Көҙ “Атайсал” проектының “төҙөлөш” өлөшөн тормошҡа ашырыу йомғаҡтары барышында “Яҡташлыҡ көсө” тип аталған ҙур форум үткәрергә тәҡдим итәбеҙ. Унда ҡатнашыу өсөн әүҙем меценаттарҙы саҡырасаҡбыҙ – Башҡортостанда йәшәгәндәрен дә, ситтәгеләрен дә. Ярҙам өсөн рәхмәт әйтәсәкбеҙ һәм Башҡортостанды тағы ла яҡшыраҡ итеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләшәсәкбеҙ", – тине Урал Килсенбаев.
Радий Хәбиров был форумды уңыш йыйып алғандан һуң, октябрь аҙағында, үткәрергә кәрәк, тине. Уны проектҡа ярашлы хәйриә башланғыстарын уңышлы тормошҡа ашырған район йәки ҡалала үткәреү ҙә уңышлы булыр ине тигән фекерҙә.
Аҙаҡ был проект менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша ла уртаҡлашты. “Беҙ был идея хаҡында бик оҙаҡ уйланыҡ һәм, ниһайәт, тормошҡа ашыра башлайбыҙ”, – тип яҙҙы ул һәм йөкмәткеһе менән таныштырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ataysal-proekti-start-ala-695547/
Читайте нас: