Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
8 Декабрь 2020, 16:40

Шайморатовҡа ниндәй һәйкәл ҡуйылыр?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә республиканың милли геройы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл яһау буйынса иң яҡшы проектҡа асыҡ конкурстың барышы тураһында һөйләне. Мәғлүм булыуынса, һәйкәл Өфөлә ҡуйыла.

Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйырға ниәтләгәс, беҙгә төрлө ижади оҫтаханаларҙа ҡабалан эшләнгән бер нисә вариантты тәҡдим иткәйнеләр. Ашығыс ҡарар ҡабул итмәҫ өсөн, ысын мәғәнәһендә мөһабәт һәйкәлгә конкурс иғлан иттек, – тип яҙа төбәк етәксеһе. – Конкурсҡа 19 эскиз һәм өс үлсәмле модель тәҡдим ителде. Әйҙә, ошо варианттарҙы бергәләп ҡарайыҡ – улар араһында беҙ ҡуясаҡ һәйкәл барҙыр, бәлки. Еңеүсене билдәләгәндә конкурс комиссияһы һәр фекерҙе иҫәпкә аласаҡ. Реконструкциянан һуң Совет майҙаны беҙҙең “Ҡыҙыл майҙан”ға әүерелергә тейеш".
Конкурс эштәрен 14 – 16 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем Өфөләге “Торатау” конгресс-холында күрергә мөмкин. Уларҙы фотоға төшөрөү тыйыла (был авторлыҡ хоҡуғы менән бәйле). Конгресс-холға килгәндәр өсөн махсус бланктар әҙерләнгән. Уларҙа баһаламалар ҡалдырырға була. Сараға алдан яҙылыу өсөн телефон: 8 (927) 327-77-24 (иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 5-кә тиклем).
Мәғлүм булыуынса, махсус конкурс комиссияһына сараны ойоштороусылар, республика дәүләт власы органдары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инә.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
  • Читайте нас: