Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
7 Сентябрь 2020, 12:20

Элвин Грей һунарға сыҡҡан

Йырсы ял итеүҙең яңы ысулын уйлап тапҡан. Әммә ул бөтәһенә лә оҡшамаған.

Башҡортостан һәм Татарстандың эстрада йондоҙо Элвин Грей үҙенең "Инстаграм" селтәрендә көҙгө-ҡышҡы һунар миҙгеле асылыуы менән ҡотлап яҙыу ҡалдырған.
"Туҡтауһыҙ уңыш артынан ҡыуғанда, ял итеү тураһында ла онотоп ебәрмәгеҙ. Ваҡытында тәнәфестәр яһай белергә лә кәрәк. Мин дә дуҫтарым менән тәбиғәткә сығырға булдым. Был минең өсөн тәүге һунар тәжрибәһе буласаҡ", - тип яҙған ул үҙенең сәхифәһендә.
Йырсының дуҫтары, табыныусылары уның был аҙымын ауыр ҡабул иткән һәм төрлө комментарийҙар ҡалдырған.
"Зинһар өсөн хайуандарҙы үлтермәгеҙ!", "Ялығыҙ ваҡытында бер генә йәнлек-хайуан да осрамаһа ярай ине", тип яҙыусылар ҙа юҡ түгел.
Эстрада өлкәһендә сағыу балҡыған йырсы һунарҙа мәргәнме, юҡмы, уныһын ваҡыт күрһәтер. Һәр хәлдә был хаҡта Элвин Грей үҙенең сәхифәһендә ҡыҙыҡлы яҙыу ҡалдырыр, тип ышанайыҡ.
Фото: Элвин Грейҙың сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Elvin-Grey-unar-a-si-an-442445/
Читайте нас: