Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
30 Ноябрь 2023, 10:14

Батыр яугиргә миҙал тапшырылды

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, хәрби бурысын үтәүсе, Һәүәләй ауылынан мобилизацияланған “Гранит” позывнойлы яу­гир күрһәткән батырлығы, фиҙаҡәрлеге һәм ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. “Гранит”ҡа юғары дәүләт наградаһы махсус хәрби операция биләмәһендә тапшырыла.

Батыр яугиргә миҙал тапшырылды
Батыр яугиргә миҙал тапшырылды

 Батыр яугиргә миҙал тапшырылды

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, хәрби бурысын үтәүсе, Һәүәләй ауылынан мобилизацияланған “Гранит” позывнойлы яу­гир күрһәткән батырлығы, фиҙаҡәрлеге һәм ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. “Гранит”ҡа юғары дәүләт наградаһы махсус хәрби операция биләмәһендә тапшырыла.

Запастағы офицер махсус хәрби опе­рация зонаһына өлөшләтә мобилизация сиктәрендә алына. Ул - батальон коман­диры, артиллерист.

Егет Башҡорт дәүләт университеты­ның юридик факультетын тамамлаған. Юғары уҡыу йортонда хәрби кафедра­ла уҡый. Ҡулына диплом алғандан һуң, өлкән лейтенант званиеһында армия са­фына алына. Хәрби хеҙмәтте Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында артиллерист булып үтәй. Армиянан ҡайтҡас, Алкин­да яңынан хәрби әҙерлек курстары үтеп, капитан званиеһын ала.

Мобилизацияланғансы Өфө ҡа­лаһындағы Күп функциялы үҙәктә (МФЦ) юрист булып эшләй. Өйләнгән, ҡатыны менән ике балаға ғүмер бир­гәндәр. Быйыл ҡыҙҙары 1-сегә уҡы­рға төшһә, улдары балалар баҡсаһына йөрөй.

Уҙған йылдың көҙөндә ҡулына по­вестка алғас, илде һаҡлауға әҙер булыуы тураһында әйтә батыр йөрәкле ир. “Мин бармаһам, кем бара? Тыуған илемде, һеҙҙе, яҡындарым, мин яҡларға тейеш­мен. Был ир кешенең мөҡәддәс буры­сы”, - ти ул. Шулай нацистарға, уларҙың хәрби көстәренә ҡаршы көрәшергә хәр­би операция зонаһына юлланып, хәр­биҙәр сафына баҫа. Хәҙер йылдан артыҡ ваҡыт инде иңенә төшкән бурысты на­мыҫлы үтәп, хәрби антҡа тоғро ҡала.

Иң мөһиме, донъяларға, ергә ты­ныслыҡ килһен, тыныслыҡ өсөн илебеҙ һағына баҫҡан яугирҙәр, шул иҫәптә “Гранит”тың иҫән-имен әйләнеп ҡай­тыуын теләп ҡалабыҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор:
Читайте нас: