Орден үҙ хужаһын тапты
Хәрби бурысын намыҫлы үтәгән һәм махсус хәрби операцияла үҙен ҡыйыу яугир итеп танытҡан Илтуған ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Редаль Йәһүҙин Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Редаль Йәһүҙин Рәсәй Хәрби көстәр сафында алты йыл контракт буйынса хеҙмәт иткән. Үткән йылдың көҙөндә ул үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға юллана.
- Беҙҙең хәрбиҙәрҙең барыһы ла ҡаһарман һәм көслө рухтары менән өлгө булып торалар. “Хәрби бурыс” һүҙе улар өсөн беренсе урында. Батырлыҡ, фиҙаҡәрлек, яуаплылыҡ кеүек сифаттар Редаль Йәһүҙингә иң яҡшы яугирҙәрҙең береһе булырға ярҙам итте. Әле Редаль госпиталдә дауалана. Тәүге тапҡыр яраланғандан һуң ул кире хәрби сафҡа баҫҡайны. Егетебеҙ һауығып, артабан да хеҙмәтен дауам итеренә ышанам. Ошондай ҡаһарман ҡырмыҫҡалылар йәш быуынға һәм барыбыҙға ла өлгө. Егеттәребеҙгә еңел түгел икәнен аңлайбыҙ һәм беҙ бергәләп ярҙам итәбеҙ, еңеүгә ышанабыҙ, - тип яҙған үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм сикһеҙ ғорурлыҡ менән ҡотлау һүҙҙәрен еткергән.
Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм барлыҡ һалдаттарыбыҙ ҙа имен-һау, еңеү менән ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ.