Бөтә яңылыҡтар
Алло, “Даирә” тыңлай!
22 Ғинуар 2021, 16:19

Көрт эсендә – һаңғырау бала...

Өлкәндәр, кескәйҙәргә иғтибарлыраҡ булайыҡ әле!

Был ғәҙәти булмаған ваҡиға ике көн элек була. Өфө районы суд приставтары үҙ биналары янында көрттә ятҡан баланы күреп ҡала. Улар шунда уҡ уға ярҙамға ташлана, тик үҙе менән һөйләшә алмайҙар. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, малай насар ишетә һәм бөтөнләй һөйләшмәй булып сыға.
Баланы шунда уҡ күтәреп алалар һәм бинаға индерәләр. Начальниктары ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата һәм бала табылыуы тураһында хәбәр итә. Шулай уҡ уның туғандарын тиҙерәк табыу өсөн социаль селтәрҙәрҙә Өфө һәм Дим районының популяр пабликтарына мәғлүмәт ебәрәләр.
Малай эҫе сәй эсеп йылынған арала приставтар яҡындағы уҡыу йортона мөрәжәғәт итә. Тап шул тирәлә һаңғырау балалар өсөн коррекция мәктәп-интернаты урынлашҡан була. Баланы шунан ҡасҡан икән тип уйлайҙар, тик улай булмай сыға. Педагогтар ул малайҙы белмәй, тик ярҙам итергә ризалаша. Уҡыу йортоноң педагог-психологы приставтар бүлексәһенә килә һәм бала менән ымлап та, һүрәт төшөрөп тә аралашҡас, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе ала.
Баҡһаң, малай өләсәһе менән яҡындағы паркка йөрөргә сыҡҡан булған. Әммә бер мәлдә ейәне оло кешенең күҙ уңынан ысҡына һәм бөтөнләй юғала. Әлдә сабыйҙың юлында суд приставтары осрай, юғиһә хәлдең насар тамамланыуы ла ихтимал ине бит. Малайҙы тиҙ арала туғандарына тапшырылар.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в