Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
5 Май 2023, 16:10

Күпте күргән тыл уҙаманы

Еңеү байрамы алдынан Яңы Бәпес ауылында ғүмер итеүсе һуғыш осоро балаһы, тыл ветераны Хәмзә Мөхәмәтҡоловҡа барҙым. Бына ҡаршымда шул осорҙоң бөтә михнәттәрен үҙе һәм йөрәге аша үткәргән уҙаман ултыра. Туғыҙ тиҫтәне ваҡлаған хөрмәтле Хәмзә Дәүләтгәрәй улы яйлап хәтер дәфтәрен аҡтарҙы. Уның зиһене асыҡ, үткәндәрҙе бөгөнгөләй хәтерләп һөйләп ултырыуына һоҡландым.

Күпте күргән тыл уҙаманы
Күпте күргән тыл уҙаманы

- Был йылдар иҫтән сыҡмай. Уларҙы һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә ни бары 11 йәш ине. Ғаиләлә биш бала үҫтек, мин - иң кесеһе. Һуғыш бер ғаиләгә лә ҡағылмай ҡалмағандыр, бер туған Закир ағайым унда хәбәрһеҙ юғала.
Ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр иңенә төштө. Улар көслө заттарҙы алыштырып, тырышып эшләне. Мин дә башҡа үҫмер балалар менән шул рәттә булдым. Бөтә эш ҡул көсө менән эшләнә ине. Ни ҡушһалар, шуны башҡарҙыҡ. Ас килеш колхоз эшенә йөрөнөк. Лобогрейка менән ураҡ урҙыҡ, бесәнгә йөрөнөк, бер аҙ ҙурайғас, Белорет урманына ағас киҫергә ебәрә торғайнылар. Ашарға ризыҡ етмәүе үҙәктәргә үтте, шуға яҙҙан алып ашарға яраҡлы үлән ашаныҡ, рус ауылдарының баҡсаларынан серек бәрәңге йыйып алып ҡайттыҡ... Еңеү көнөн дә яҡшы хәтерләйем. Урамда, ур-рааа, һуғыш бөткән, тип ҡысҡыралар, бар кешеләр шатлана, илайҙар. Шунан клуб янында митинг үтте, унда колхоз, әллә ауыл советы рәйесе митинг уҙғарҙы. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Тик Закир ағайым һуғыштан әйләнеп ҡайтманы, хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙ килде - тип хәтирәләргә бирелде уҙаман.
Хәмзә Дәүләтгәрәй улына мәктәптә оҙаҡ уҡырға тура килмәй, сөнки атаһы ла ауырыу, тормош та ауыр була. Ғөмүмән, был быуын кешеләренә эшсе ҡулдар етешмәй. Ул да колхоз эшенә сыға, төрлө эштәрҙә йөрөй. 18 йәше тулғас, ил алдындағы бурысын да үтәп ҡайта. Тик ҡайтыуына атаһы ауыр сирҙән үлгән була (әсәһе алдараҡ), ул буш йортҡа ҡайта. Бер аҙҙан Ҡарлыманбаш ҡыҙы Мөнирә Рәхмәтулла ҡыҙына өйләнә. Ә дүрт балалары тыуғас, тырыш ирҙе 1964 йылда Шафрандағы ветеринария училищеһына уҡырға ебәрәләр. Артабанғы эшләү йылдарында колхозда ветфельдшер булып хеҙмәт итә. Тағы ла өс балалары донъяға килә. Ишле ғаилә етеш йәшәһен өсөн алһыҙ-ялһыҙ тырышып хеҙмәт итәләр. Ҡатыны менән дә матур тормош юлы үтәләр, тәүфиҡлы, тырыш балалар тәрбәләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа, өс йыл элек әбейе баҡыйлыҡҡа күсә. Бала ҡайғылары ла урап уҙмай – бер йыл элек өлкән улы Әғзәм ауыр сирҙән вафат булһа, быйыл ейәне Рөстәм махсус хәрби операцияла һәләк була. Шулай ҙа тормош дауам итә. Әлеге көндә үҙ йортонда балалары ҡарамағында Хоҙайҙан илгә тыныслыҡ, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә сәләмәтлек, иҫәнлек һорап ғүмер кисерә. Улар бер-бер артлы ҡайтып, алмашлап эргәһендәләр. Хәмзә бабай балалары өсөн бик тә ҡәҙерле кеше, шулай уҡ ауылдаштары өсөн дә хөрмәтле ул. Күпте күргән, күпте кисергән уҙамандың яңыраҡ төпсөк улы Шакир ҙа илебеҙ тыныслығын һаҡлар өсөн махсус хәрби операцияға юллана.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үҫмер булған тыл уҙаманы Бөйөк Еңеү көнө алдынаныраҡ 93 йәшен тултырҙы. Күпме йылдар уҙған, күпме һыуҙар аҡҡан, әммә шул саҡтағы ауырлыҡтар һаман уның хәтерендә.
Хәмзә олатайға тыныс ҡартлыҡ, балаларының тик шатлыҡтарын һәм изгелектәрен күреп йәшәүен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: