Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Волга буйын иңләй “Еңеү көнө”!

Бөгөн, 25 апрелдә, Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған киң акция башланды.

“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты башланғысы менән старт алды. Марафондың маҡсаты – төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына берләштереү. Ҡатнашыусы төбәктәр барыбыҙға ла билдәле “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшырасаҡ.

Йыр марафоны бөгөн Мордва Республикаһында старт алды. “Еңеү көнө” йырын Саранскиҙың һәм муниципаль райондарҙың иң яҡшы ижади коллективтары, республиканың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр башҡарып, улар эстафетаны күршеләренә – Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренә тапшырҙы.

“Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Мордва Республикаһындағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Ярослава Завалихина: “Беҙ барыбыҙ ҙа яратҡан “Еңеү көнө” йырын рус, мокша һәм эрзя телдәрендә башҡарып, илһөйәрлек акцияһын башлайбыҙ. Мордва ере һуғышҡа 246 мең улын һәм ҡыҙын оҙатҡан. Уларҙың һәр икенсеһе әйләнеп ҡайтмаған. Еңеү йырҙарын йырлағыҙ, Бөйөк Еңеү хаҡында һөйләгеҙ. Милли республикаларға, беҙҙең өлгөгә эйәреп, легендар йырҙың куплеттарын үҙ туған телдәрендә башҡарырға тәҡдим итәбеҙ”, - тип мөрәжәғәт итте.

Йырҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштектары аҫтында, YouTube каналында табып ҡарарға, радиостанциялар аша радио-версияларын тыңларға мөмкин.

Фото: 900igr.net

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: