

- Ямғырҙар яуып тороуы сәбәпле үлән һәйбәт үҫте. Әле лә ямғырҙар йыш яуып торһа ла, һауа торошо булышлыҡ итеп, көндәр аяҙ торғанда бесән әҙерләйбеҙ. Бөгөнгө көнгә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, бесәнлектең 60 процент ерен тамамланыҡ. Артабан да көндәр аяҙ булғанда эште теүәлләп ҡуйырбыҙ. Ә икенсегә бесәнгә август айында төшәсәкбеҙ. Барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, күберәк аҙыҡ туплау бурысыбыҙ булып тора, - ти Айҙар Мөҙәрис улы.
Ҡасан фермерлыҡ менән шөғөлләнә башлауҙары, нисек эшләүҙәре хаҡында һорашам.
- Колхозда шофер инем. Колхоз тарҡалғансы, хужалыҡты 1991 йылдарҙа нулдән башланым. Тәүҙә шәхси хужалыҡта сусҡалар аҫраныҡ. Ҡатнаш аҙыҡ ҡиммәтләнгәс, мөгөҙлө эре малға күстем. Ер алып, яйлап техника, мал ала башланым. Әле барлығы дөйөм 300 гектар еребеҙ бар. Уның 100 гектар тирәһе бесәнлек булһа, ҡалғаны иген баҫыуы. Шунан ферма һатып алып, үгеҙҙәрҙе һимертергә ҡуйҙыҡ. 100-ләп үгеҙ малы һәм быҙауҙары менән һыйырҙар 200 баш. Улар ангус, герефорд ит тоҡомлолар. Быҙауҙар имеп йөрөй, 5-6 айлыҡ үгеҙ быҙауҙарҙы артабан үҫтереү һәм һимертеү өсөн айырабыҙ. Орғасылары артабан нәҫелде дауам итеү өсөн тороп ҡала. Ә малға аҙыҡ үҙебеҙҙеке. Игенде башлыса улар өсөн үҫтерәбеҙ. Бының өсөн бөтә кәрәкле техникабыҙ бар. Арпа һәм бойҙай сәсәбеҙ, - тип һөйләне Мөҙәрис Әйүп улы.
2013 йылда улы Айҙар ҙа үҙ аллы фермер хужалығын башлап ебәрә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул тырышып, уңышлы эшләп килә. Бәләкәй сағынан, ҡул араһына инеү менән атаһы янында йөрөгән егет өсөн был яңылыҡ булмай. Тырышып, атаһы менән бергәләп ауыр йөктө тарталар. Әйткәндәй, Айҙар төҙөүсе һөнәрен алып, ике йыл ҡалалала төҙөлөштә эшләй. Шунан ауылда ла тырышһаң, аҡса эшләп була бит, тип ҡайтырға ҡарар итә.
Ауыл хеҙмәтенең еңел булмауын һәр кем белә. “Ялды уйламайбыҙ ҙа. Сөнки мал тотһаң, уны ҡалдырырға тура килә. Иртәнге таңдан башлап, кискә тиклем эштәбеҙ”, - ти фермерҙар.
Эйе, тәбиғәттең йәмле сағында ауыл эшсәндәренең матурлыҡҡа һоҡланып, ял итеп йөрөргә ваҡыттары юҡ: уларға етерлек бесән әҙерләргә, малдарҙы ҡарарға кәрәк. Улар йәйге көндәрҙең һәр сәғәтен, минутын һөҙөмтәле итеп файҙаланырға тырыша. Күп көс сарыф ителгән эште күңелдәрен һалып, киләсәктә ҙур уңыштар алыуға ышаныс менән алып баралар.
Үҙҙәренең мал һуя торған законлы урындары бар. Итте һатыуға килгәндә, проблема юҡ. Клиенттар үҙҙәре малды һуйып, тулайым алып китәләр икән. Хужаларҙың һүҙҙәре буйынса, продукцияның сифаты, малдарҙың сәләмәт булыуы, аҙыҡтың сифатына, дөрөҫ рационға бәйле. Шуның өсөн өлгөргән үләнде ваҡытында сабып йыйырға, төргәкләргә кәрәк.
- Малдарҙы тәрбиәләү еңел эш түгел, әммә уларҙы яҡшы тәрбиәләһәң, килем дә мулыраҡ була. Шулай ҙа ҙур аҡса артынан ҡыумайбыҙ. Был беҙҙең эшебеҙ һәм күңелгә ятышлы шөғөлөбөҙ. Хөкүмәттең ярҙамын тойҙоҡ. 2019 йылда “Агростартап” программаһы буйынса Грантҡа эйә булып, «Белорус» тракторы һәм яҡшы тоҡомло 25 һыйыр алдыҡ, - ти Айҙар Мөҙәрис улы.
Фермер булыу – еңел булмаған тынғыһыҙ хеҙмәт. Алдаҡаевтарҙың тырышлығын баһалап бөтөргөһөҙ. Үҙ ерҙәренә, ауыл хужалығына йәндәре һәм тәндәре менән береккән фермерҙар күп төрлө ауырлыҡтарҙы хәл итеп, ҡаршылыҡтарҙы үтеп, тырышып маҡсаттарына ирешәләр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.