Даирә
+21 °С
Болотло

Игенселәр баҫыуға сыҡты

Яҙғы баҫыу эштәре башланыу менән “Уңыш” йәмғиәтенең баҫыу-ҡырҙарында көн-төн агрегаттар гөрләй. Ҡеүәтле тракторҙар киң далаларҙы иңләй.

Игенселәр баҫыуға сыҡтыИгенселәр баҫыуға сыҡты
Игенселәр баҫыуға сыҡты

Ошо көндәрҙә район игенселәре сәсеү алдынан тупраҡты әҙерләй башланы. Ер өлгөрөү менән ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыуға һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға төштө.
“Уңыш” йәмғиәтенең алтынсы бүлек­сәһенең Илтуған ауылы янындағы баҫыу эштәре дәррәү бара. Яҙғы бер көн йылды туйҙыра, тигәндәй, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре тупраҡта дым булғанда, баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларға йыйыналар.
- 15 апрелдә тракторҙарҙы баҫыуға сығарҙыҡ. Сәсеүгә тиклем ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу уңышлы алып барылды. Ужым культураларын аммиак селитраһы һәм карбамид-аммиак ҡатнашмаһы (КАС) ярҙамында туҡландырыу – игендең уңдырышлылығына һәм сифатына йоғонто яһаусы агротехнологияның мөһим этабы. Бынан тыш, дым ҡаплатыу ҙа уңышлы алып барыла. Баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу 50 процентҡа эшләнде. Ужым бойҙайын ашлама менән туҡландырыу 75 процентҡа үтәлде. Йәмғиәт уңғандары күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуҙы ла тамамланы. Бөгөн-иртәгә эштәрҙе бөтөрөп, сәсеүгә төшәсәкбеҙ.
Миҙгелле яуаплы эште механизаторҙарыбыҙ уңышлы итеп башҡарып сығарыр­ҙар, тип ышанабыҙ - ти “Уңыш” йәмғиәте идарасыһы Радмир Миһранов.
Радмир Ришат улы әйтеүенсә, яҙғы сәсеү эштәре 20 мең 430 гектар майҙанда башҡарыласаҡ. Шулар араһынан быйыл хужалыҡта 3132 гектарҙа көнбағыш, арпа - 2500, яҙғы бойҙай - 5800, рапс - 2800 гектарҙа һәм 600 гектарҙа силос һәм 500 гектар ерҙә иген өсөн кукуруз һәм башҡа культуралар сәселәсәк.
- Ужым культураларының яҡшы уңышы яҙғы туҡландырыуһыҙ мөмкин түгел. Культураларҙы өҫтәмә туҡландырыуға механизаторҙар ең һыҙғанып тотондо, һәр ҡайһыһы үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡара. Шуға күрә уларҙың тырышлығы менән еүеш баҫыуҙа дым ҡаплатыу тамамланыу өҫтөндә, алдан минерал ашлама һиптерелеп, эш еренә еткерелеп башҡарылды. Шөкөр, әлегә бер ниндәй тотҡарлыҡтар юҡ, иң мөһиме – барлыҡ тракторҙар ҙа сафта. Тәбиғәт тә матур көндәре менән һөйөндөрә, - тип һүҙгә ҡушыла йәмғиәт бригадиры Миҙхәт Насиров.
Тырыш механизаторҙар ике сменала – иртәнге һигеҙҙән, киске һигеҙгә тиклем һәм киске һигеҙҙән таңғы һигеҙгә тиклем баҫыуҙарҙа тир түгәләр. Быға тиклем ике трактор ғына йөрөһә, быйыл дүрт трактор баҫыуҙы иңләй. Тәжрибәле игенселәр Булат Хөснөтдинов менән Илнур Иҫәнғолов “Бюлер” тракторҙарында, Айнур Мәхмүтов менән Марат Ғәлиуллин “К-700” тракторында баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу менән мәшғүл. Эштәренән барыһы ла ҡәнәғәт. Әйткәндәй, йәмғиәт машина-трактор паркын йыл һайын яңыртып тора. Бы­йыл “Бюлер” тракторҙарына яңы ике тырма һатып алынған. Заманса техника менән тәьмин ителеү ҙә аграрийҙар өсөн файҙаға. Ҡеүәтле, заманса техника менән эш тиҙ ырай.
Яҙғы сәсеү кампанияһына хужалыҡ ентекле әҙерләнгән: яғыулыҡ-майлау материалдары тупланған, етерлек күләмдә орлоҡ алынған, техника әҙер. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре бөгөндән сәсеүгә төшөргә ниәтләйҙәр. Иң тәүгеләрҙән булып ергә арпа һәм көнбағыш орлоҡтары һалынасаҡ.
Ауыл эшсәндәре өсөн үтә лә ҡыҙыу, тынғыһыҙ һәм һәр көндөң һәр минуты ҡәҙерле мәле бара. Иртәнән кискә тиклем тырышып эшләгән ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә уңыштар юлдаш булһын, сәскән игендәрегеҙ гөрләп үҫһен, ваҡытында ямғырҙар булып торһон, тип теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас