“Уңыш” йәмғиәтенең алтынсы бүлеге техниканы яҙғы баҫыу эштәренә үҙ ваҡытында төҙәтеп бөтөрөү өсөн ныҡлы эшмәкәрлек алып бара. Улар ремонтты үткән йыл аҙағында уҡ башлаған. Яҙғы баҫыу эштәрен еренә еткереп башҡарып сығырға техниканың төҙөк булырға тейеш икәнлеген улар яҡшы аңлай.
- Ремонт эштәре тамамланыуға бара. Бөгөнгө көндә техниканың әҙерлеге һәм сәсеүлектәрҙең торошо айырым контролдә тотола. Яҙғы сәсеүгә лә әҙербеҙ. Яңы уңышты ҡайғыртып орлоҡ, минераль ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдары туплап ҡуйылды ла инде. Хужалыҡта шулай уҡ уңыш йыйыу эштәренә лә әҙерлек бара. Был яуаплы осорҙо уңышлы үткәреү бурыстарының береһе – комбайндарҙы сифатлы ремонтлап, әҙерлек һыҙығына ҡуйыу.
Егеттәрҙең барыһы ла тырышып эшләй. Ремонт эштәренә утыҙ кеше йәлеп ителде. Һәр төр агрегатты ремонтлау эшен яҙлы-көҙлө был агрегат менән эшләйһе механизаторҙар үҙҙәре башҡара. Оҫтаханала бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әйткәндәй, яҡты, йылы, иркен ремонт оҫтаханаһы былтыр барлыҡҡа килде. Яңы төҙөлгән бинала техниканы һыуыҡ ҡыш көнө ремонтлау күпкә еңеләйҙе. Дөйөм алғанда, тракторҙарҙы ваҡытында сәсеүгә сығарасаҡбыҙ, - ти хужалыҡ етәксеһе Радмир Миһранов.
- Техникаға алмаш частарҙы ваҡытында ҡайтарып торҙоҡ. Баҫыуға сығырға тейешле тырмалар, сәсеү агрегаттарын төҙәтеү ҙә тамамланыу алдында. Яҙғы баҫыу эштәре ватылыуҙарһыҙ, имен үтер, тип ышанып ҡалам,- тип һүҙгә ҡушылды хужалыҡ инженеры Радмир Хөсәйенов.
Бөгөн бында ремонт эштәре әүҙем бара, аҙағына яҡынлаша. Предприятие ҡеүәтле техник базаға эйә – бөтәһе 70 берәмек техника бар. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, хужалыҡта техника паркын яңыртыу менән дә даими шөғөлләнәләр.
Оҫта ҡуллы ир-егеттәр ремонт эштәрендә үҙ иңенә тапшырылған бурысты теүәл һәм сифатлы үтәй. Механизаторҙар Илнур Дәүләтбаев, Альберт Иштуғанов, Айнур Мәхмүтов, Таһир Вәхитов, Венер Йәрмөхәмәтов һәм башҡалар ең һыҙғанып үҙ техникаларын ремонтлап бөтөрөргә ҙур тырышлыҡ һала. Тиҙҙән хеҙмәтсәндәр көндө төнгә ялғап “ҡорос ат”тарҙа баҫыуҙарҙы иңләйәсәк. Ә инде Илдус Зарипов “КамАЗ” машинаһында сәсеү һәм урып йыйыу кампанияһы ваҡытында ауыл хужалығы техникаһына яғыулыҡ ташып, техниканың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итәсәк. Хужалыҡ уңғандары алдында барлығы 20 мең 430 гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Бында йыл һайын бойҙай, арпа, рапс, көнбағыш, соя культуралары сәселәсәк.
- Мин был хужалыҡта бишенсе йыл эшләйем. Быға тиклем оҙаҡ йылдар Прибельский ауылының һөт комбинатында эшләнем. Хеҙмәт стажым 46 йыл булып китте. Ғөмүмән, 80-се йылдан руль артындамын, үҙемде башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтергәнем юҡ. Ремонт эштәре уңайлы, йылы бинала үтә. Техниканы ваҡытында ҡарап, төҙәтеп торабыҙ. Эште иртәнге һигеҙҙән киске алтыға тиклем башҡарабыҙ. Йәй көндәре инде эштең ваҡыты булмай, - тип йылмая “КамАЗ” водителе Венер Йәрмөхәмәтов.
Күреүебеҙсә, хужалыҡта яңы миҙгелде ҡаршы алыу яҡшы бара, техника әҙерлек һыҙығына баҫтырылған, сифатлы орлоҡ тупланған. Механизаторҙарҙың кәйефтәре яҡшы, эштәре көйлө бара, тимәк, һөҙөмтәләр ҙә юғары булыр, тип ышанабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.