Байрам сараһында муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, БР ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин һәм шулай уҡ агросәнәғәт комплексы алдынғылары ҡатнашты.
- Был байрам тыуған ерен һөйөүсе һәм уның файҙаһына хеҙмәт итеүселәрҙе берләштерә. Иҡтисади ҡыйынлыҡтарға һәм һауа шарттарының һәр ваҡытта ла ыңғай булмауына ҡарамаҫтан, һеҙҙең юғары һөнәри оҫталығығыҙ һәм һайлаған эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ юғары күрһәткестәргә ирешергә мөмкинлек бирә. Районыбыҙ 2025 йылда ауыл хужалығы хеҙмәте һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһында иң яҡшылар рәтендә, - тине Әлфир Фәрхәт улы үҙенең сығышында.
Ул шулай уҡ дүртенсе йыл инде махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ алдындағы хәрби бурыстарын үтәүсе яугирҙәр өсөн ышаныслы тыл булдырыуҙа ҡырмыҫҡалыларҙың ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте.
Иң-иңдәргә – бүләктәр
Сара сиктәрендә иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәр билдәләнде. “Уңыш” йәмғиәте водителе Илдус Зарипов, “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығының Ляхово һөтсөлөк комплексы идарасыһы Сергей Кулаков, “Уңыш” йәмғиәте механизаторы Николай Лаврентьев, “Кировец-Өфө” производство-техник үҙәге йәмғиәтенең ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡоролмаларын йүнәтеү буйынса слесарҙары Илнур Мурзин менән Артем Савельев, “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы тракторсыһы Фидаил Юнысов
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр. Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының ветеринария буйынса “Ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Илдар Латипов лайыҡ булды.
Агросәнәғәт комплексы һәм продукция эшкәртеүсе предприятиеларының, шулай уҡ хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмаларҙың 2025 йылдағы эшенә йомғаҡ яһау сиктәрендә иң яҡшы һөнәр эйәләре тип танылдылар: Михаил Стриевский (“Артемида” йәмғиәте) – “Алдынғы механизатор”, Рәфил Вәлитов (“Уңыш” йәмғиәте) – “Алдынғы водитель”, Марат Әҙиәтуллин (“Ҡырмыҫҡалысельхозэнерго”) – “Алдынғы энергетик”, Наталья Балашова һәм Эльвира Мөхәмәтйәнова (Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты) – “Алдынғы кондитер” һәм “Алдынғы икмәк бешереүсе”, Наталья Саяхова (“Артемида” йәмғиәте) – “Алдынғы машина менән һыйыр һауыу операторы”, Галина Игнатьева (“Уңыш” йәмғиәте) – “Алдынғы малсы”.
Юғары ауыл хужалығы һәм етештереү күрһәткестәренә ирешкән өсөн “Артемида” һәм “Уңыш” йәмғиәттәре коллективтарына Диплом тапшырылды.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн 119-сы Өфө ат заводынан Нәүфил Байбулатов, Хәлим Ҡотлогилдин, “Уңыш” йәмғиәтенән Динар Батталов, Андрей Киселев, Радмир Хөсәйенов; “Кировец-Өфө” йәмғиәтенән Гөлфирә Вәхитова; Боҙаяҙ ветеринария дауаханаһынан Ирек Йосопов район Советының Маҡтау грамотаһына эйә булдылар.
“Үҙәк” МТС-ынан Илфат Аҙнағолов, Әнәс Шәймөхәмәтов, Мазһар Сурағолов; “Артемида” йәмғиәтенән Айҙар Әхмәҙуллин, Фидан Бәхтийәров, Вил Бикмәтов, Андриян Григорьев, Андрей Матвеев, Владимир Орлов; шәхси эшҡыуар Илфат Бикмәтов, “Уңыш” йәмғиәтенән Михаил Васильев, Максим Матвеев, Иршат Рәжәпов, Әлфиә Саҙретдинова, Булат Хәбибетдинов; крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Тимур Зарипов; “Кировец-Өфө” йәмғиәтенән Лилиә Лихачева, Альбина Мәүлетова, Ҡамышлы участка урмансылығынан участка начальнигы Ринат Лоҡманов; 119-сы Өфө ат заводынан Юрий Филимоновҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Концерт программаһы барлыҡ ҡатнашыусыларға ыңғай хис-тойғолар бүләк итте. Сәхнәнән яңғыраған халыҡ көйҙәре һәм заманса композициялар берҙәмлек һәм шатлыҡ даирәһенә сумдырҙы.
Талантлы йырсылар Зөлфиә Усманова һәм Эльвина Бакированың сығыштарын тамашасы айырыуса йылы ҡабул итте. “Прибельские зори” рус халык йырҙары хоры ла иғтибарһыҙ ҡалманы, уларҙың моңло йырҙары залды үҙенә бер төрлө энергия һәм күңел йылыһы менән тулыландырҙы. Ә Юлиә Юнысова һәм Данил Садиҡов башҡарған дәртле бейеү ижади өлөштөң кульминацияһы булды. Улар тамашасыларға мауыҡтырғыс башҡорт бейеүен тәҡдим иттеләр. Бейеүселәрҙең һығылмалы хәрәкәттәре һәм эскерһеҙ йылмайыуҙары халык хореографияһының бөтә матурлығын һәм үҙенсәлеген тулыһынса сағылдыра алды. Тамашасылар сығыш яһаусыларҙы көслө алҡыштарға күмде.
Гөлсәсәк ӘСӘҘУЛЛИНА.