Мәҡәләбеҙ геройы, тыуған еренең тоғро улы Миҙхәт Насиров бәхетен ситтән эҙләмәй, үҙ ерендә таба. Ул ауыл хужалығына намыҫлы хеҙмәте менән ҙур өлөш индереп йәшәй.
Илтуған ауылында тыуып үҫкән егет урта белем алғандан һуң шоферлыҡҡа уҡый. Шунан сик буйы ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тыуған колхозында ике йыл водитель булып эшләй. Ә күңеле икһеҙ-сиһеҙ баҫыуҙарҙы иңләргә тракторсы булырға әйҙәй. Һис кисектермәй, механизатор һөнәрен үҙләштерә. «Алтай» тракторын “ауыҙлыҡлап”, баҫыу эшенә егелә.
- Һигеҙ балалы ғаиләлә үҫтем, мин алтынсы инем. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атайым бәләкәйҙән эшкә өйрәтте. Ауыл тормошоноң ҙур хеҙмәттән тороуын бәләкәйҙән татып үҫтем. Бергәләшеп бесән саптыҡ, утын әҙерләнек, мал көттөк, ҡараныҡ. Шулай уҡ әсәйемә ярҙамлашып, йәйҙәр буйы сөгөлдөр эшләнек. Миңә ун йәш булғанда атайым вафат булды. Бөтә эш беҙгә, ғаиләләге өс малайға төштө. Кескәй саҡтан ауыл эше беҙҙең ҡанға һеңгән. Шуға ла өсөбөҙ ҙә тыуған ауылыбыҙҙа төпләндек. Бер-беребеҙгә ярҙамлашып, терәк булып йәшәйбеҙ...
Мәктәптә яҡшы уҡыным, бөтә фәндәр ҙә еңел бирелде. Тик тыуған ауылымдан сығып китеүҙе, башҡа һөнәр алыуҙы уйламаным да. Ҡала тормошо бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһындырманы. Тәбиғәткә яҡын булып, тыуған ауылымда йәшәү һәм бында хеҙмәт итеү үҙе бәхет бит! Ауыл хужалығы - минең яҙмышым. “Бүләк” колхозында хеҙмәт юлымды башлап ебәрҙем. Заман елдәре уның исемен үҙгәртте. Ул АПХ, КФХ, “Галас” компанияһы булды. Шунан “Алатау” йәмғиәтенә әйләнде. Хәҙер инде “Уңыш” йәмғиәтенә ҡарай. Исеме, эшләү алымдары үҙгәрһә лә, төп асылы – ауыл хужалығы продукцияһын етештереү булып ҡала, - ти ул.
Механизаторҙарһыҙ ауыл хужалығы эшмәкәрлеген күҙ алдына килтереп булмай. Улар башҡарған эштәр һанап бөткөһөҙ. Миҙхәт Миңләхмәт улы ла тиҫтә йылдан артыҡ ер һөрә, иген сәсә, сәселгән үҫентеләрҙе эшкәртә, мал аҙығы әҙерләп, бесән саба. Күпме көс талап иткән тынғыһыҙ, әммә бик яуаплы эш – иген үҫтерә ул. Хужалыҡ етәкселеге ирҙең тырышлығын, эште ойоштора белеүен, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүен аңлап бригадир итеп тәғәйенләй. Бына инде 30 йыл ошо вазифала хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта ул “Уңыш” йәмғиәтенең Иҫке Муса бүлексәһендә управляющийҙың ярҙамсыһы – бригадир. Эш барышын, водителдәрҙең, механизаторҙарҙың эшен контролдә тотоу бурысы булып тора. Арыу-талыу белмәҫ яуаплы хеҙмәткәр иңенә төшкән тынғыһыҙ хеҙмәтен еренә еткереп үтәй. Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе – күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары.
Ғаиләһе – уның тылы - йәшәүенә көс биреп, уны эшкә дәртләндереп тора. Ҡатыны Раушания Фәнис ҡыҙы менән өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Балалары уларҙы ейән-ейәнсәрҙәр менән шатландыра.
“Уңыш” йәмғиәте алдынғылар рәтендә. Хужалыҡтың уңыштарында, әлбиттә, Миҙхәт Насировтың да өлөшө ҙур. Бөтә ғүмерен тыуған ерендә бағышлаған ауыл эшсәненә хеҙмәтендә ҙур уңыштар, муллыҡ теләйбеҙ!
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.