Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кәрәк икән тракторист, кәрәк икән танкист...

Районда баҙнат итеп эшҡыуарлыҡ эшенә тотонған фермерҙар байтаҡ. Улар араһынан Яңы Ҡыйышҡы ауылындағы “Радик Йөҙлөкбаев” крәҫтиән-фермер хужалығы ла яуаплы һәм ауыр эштә йылдың-йылы һынатмай. Әйткәндәй, илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, патриотик рухлы Радик Рәфил улы мобилизация менән иң тәүгеләр рәтендә хәрби зонаға юллана. Уның эшен ғүмере буйы ер хеҙмәтенән айырылмаған атаһы Рәфил Рәшит улы Йөҙлөкбаев һәм балалыҡ дуҫы, класташы Филүс Фәрит улы Ғәйнуллин дауам итәләр.

Кәрәк икән тракторист, кәрәк икән танкист...
Кәрәк икән тракторист, кәрәк икән танкист...

Кәрәк икән тракторист, кәрәк икән танкист...

Районда баҙнат итеп эшҡыуарлыҡ эшенә тотонған фермерҙар байтаҡ. Улар араһынан Яңы Ҡыйышҡы ауылындағы “Радик Йөҙлөкбаев” крәҫтиән-фермер хужалығы ла яуаплы һәм ауыр эштә йылдың-йылы һынатмай. Әйткәндәй, илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, патриотик рухлы Радик Рәфил улы мобилизация менән иң тәүгеләр рәтендә хәрби зонаға юллана. Уның эшен ғүмере буйы ер хеҙмәтенән айырылмаған атаһы Рәфил Рәшит улы Йөҙлөкбаев һәм балалыҡ дуҫы, класташы Филүс Фәрит улы Ғәйнуллин дауам итәләр.

Ғөмүмән, фермер хужалығын Йөҙлөкбаевтар ғаилә менән алып бара. Рәфил Рәшит улының бөтә ғүмере ауыл хужалығына бәйле. Тәүҙә ул туған “Урал” кол­хозында механизатор булып эшләй, колхоз тарҡалғас, 2008 йылда дүрт ауылдаш берләшеп, пай ерҙәрен алып эшләй башлайҙар. Бер аҙҙан һәр береһе айырылып сығып, эштәрен ғаиләләре менән дауам итәләр.

Рәфил Йөҙлөкбаевтың өлкән улы Радик мәктәпте тамамлағас, Өфөлә финанс техникумын тамамлап, ар­мияға китә - уға Чечняла хеҙмәт итергә тура килә. Ҡай­тҡас, “Башнефть” йәмғиәтенә эшкә урынлаша һәм бе­лемен камиллаштырыу өсөн ситтән тороп Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай. Баш ҡалала бер нисә йыл эшләгәндән һуң шулай ҙа атаһы юлынан китергә ҡарар итә һәм 250 гектар ерҙе ҡуртымға алып, үҙ крәҫтиән-фермер хужалығын булдыра. Бер аҙҙан күрше Үтәгән ауылы эргәһендәге 900 гектар ерҙе лә өҫтәп ҡуртымға ала. Бына хәҙер уның крәҫтиән-фер­мер хужалығын ойоштороуға туғыҙ йыл да булып кит­кән.

Шулай итеп, ошо йылдар эсендә Йөҙлөкбаевтарҙың ер майҙандары артҡан һәм улар бергәләшеп уңышлы эш алып баралар.

Радиктың ҡустыһы Рәм­зил Себер тарафтарында хеҙмәт итһә лә, ялға ҡайтҡан ваҡыттарында атай-ағай менән ер эшенә үҙ өлөшөн ин­дерә.

- Әлеге көндә 1000 гектар тирәһе баҫыусылыҡ һәм 250 гектар бесәнлек ер бар. Бой­ҙай, арыш, арпа, һоло, ҡа­рабойҙай сәсәбеҙ, элегерәк сөгөлдөр ҙә үҫтерә инек. Быйыл 150 гектар ерҙә бой­ҙай, 200 гектар тирәһе ерҙә арыш, 130 гектар арпа, 100 гектар һоло, 80 гектар ерҙә ҡарабойҙай үҫтерҙек. Ҡыҙға­нысҡа, арыштың 50-ләп гектарын көслө ел ауҙарҙы. Арыш баҫыуында эшләй башлағайныҡ, туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ҡамасаулай. Шулай ҙа тик ултырмайбыҙ, 60 тонналап йыйып алынған был культураны келәттә ел­ләтәбеҙ, орлоҡ таҙартыла. Әлеге мәлдә Мәхмүт Сәй­фетдинов, Рәмзиә Ғәйнул­лина һәм Филүс Ғәйнуллин үҙе ырҙын табағында иген елгәреү менән мәшғүлдәр, - тип һөйләне Рәфил Рәшит улы.

Йөҙлөкбаевтар баҫыусылыҡтан тыш малсылыҡ менән дә ең һыҙғанып шөғөл­ләнәләр. Шулай, Радик Рәфил улы Үтәгән ауылы­ның ташландыҡ иҫке фер­ма бинаһын һатып алып, мал үрсетә. Унда тәүҙә ун туғыҙ баш мөгөҙлө эре мал булһа, хәҙер иллеләп һыйыр, йөҙләгән һарыҡ аҫрала. Шу­лай уҡ башҡорт тоҡомло ет­мешләп йылҡы малы ла бар. Малдарҙың барыһы ла әлегә ит өсөн үрсетелә икән.

Әйткәндәй, әлеге мәл­дә хужалыҡ етәксеһе Радик Рәфил улының еңеү менән иҫән-имен әйләнеп ҡайты­уын көтөп, эште һүндермәй­енсә хужалыҡтың управляю­щийы Филүс Ғәйнуллин көс түгә.

- Яғыулыҡ-майлау мате­риалдары, алмаш частар, ми­нераль ашламалар етерлек күләмдә хәстәрләнде, ҡеүәт­ле техникалар ҙа уңыш йый­ыуға әҙер тора. Хужалыҡта ике “ДТ-75”, ике “МТЗ-82”, “Т-150” тракторҙары, “Ка­мАЗ”, “ЗИЛ” машиналары, “Нива” комбайны күптән алынһа, ике йыл элек “К- 700” тракторы, быйыл куль­тиватор, “Агрос” комбайны, дискатор алынды. Тағыл­малы агрегаттар ҙа етерлек. Техника етә, булмағандары яйлап алына бара. Киләсәк­тә, бәлки, дәүләт ярҙамы ла алырбыҙ, тип өмөт итәбеҙ, - тине Филүс Фәрит улы.

- Механизаторҙар ҙа, малсылар ҙа ҙур тырышлыҡ һала. Механизаторҙар Мәх­мүт Сәйфетдинов, Илфат Иҙрисов, Зәбир Ғәйнул­лин, иретеп йәбештереүсе Мәхмүт Байгилдин, шулай уҡ вахтанан ялға ҡайтҡан ваҡыттарында улым Рәм­зил Йөҙлөкбаев эшләй. Хеҙмәтсәндәрҙең барыһы ла универсаль: кәрәк икән – тракторсы, комбайнсы, кәрәк икән водитель бу­лалар. Көндәр аяҙайтһа, уңышты йыйып алыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ. Ә малдарҙы Фәрит Хәсәнов, Илдар Бай­гилдин һәм Рәис Насиров тәрбиәләй, - тип һүҙҙе та­мамланы Рәфил Йөҙлөкба­ев.

Һауа торошо ғына бу­лышлыҡ итһен, ауыл уңған­дары быйыл да һынатмай­ынса эштәрен башҡарып сығырҙар, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Вәсим КӘРИМОВ, “Кәримов” КФХ етәксеһе, йәмәғәтселек фекере лидеры:

- Ауыл хужалығына, төбәп әйткәндә, фермерҙарға дәүләттең ярҙамы бик тә кәрәк. Ауыл хужалығын үҫте­реү өсөн иғтибар арҡаһында ауыл ерендә эшләргә теләге булған тырыш кешеләргә гранттар, субсидиялар күтәре­леп китеү өсөн һөҙөмтә бирә. Республикалағы таныштар араһында йылҡы, төрлө мал алыусылар булыуы яҡшы күренеш. Ҡара тир көсө менән үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте халыҡ теләп ала. Улар тәме, сифаты һәм файҙалы булыуы менән айырылып тора.

 

Республика башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтиса­дының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам ҡоралдары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә райондарҙа индерелгән льготалар бар. Төбәк һөҙөмтәлелеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн үҙенең агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.

Был хаҡта 12 августа республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахма­нов хәбәр итте. Финанс ярҙам, шул иҫәптән уны феде­раль һәм төбәк ярҙам саралары сиктәрендә алыу, ауылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә мөһим фактор булып тора. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда аграрий­ҙар 12 мең баштан ашыу мал, алты мең баш ҡош-ҡорт, ике мең бал ҡорто ғаиләһе, өс меңдән ашыу төрлө ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алған.

Автор:
Читайте нас: