Даирә
+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Агросәнәғәт комплексы
14 Ноябрь 2024, 11:30

Аграрийҙарҙың хеҙмәте юғары баһаланды

Район Мәҙәниәт һарайында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте алдынғыларын тәбрикләү сараһы уҙҙы. Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.

Аграрийҙарҙың хеҙмәте юғары баһаланды
Аграрийҙарҙың хеҙмәте юғары баһаланды

Аграрийҙарҙың хеҙмәте юғары баһаланды

Район Мәҙәниәт һарайында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте алдынғыларын тәбрикләү сараһы уҙҙы. Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.

Тантаналы сара Гөлшат Ильясова етәк­селегендәге район Мәҙәниәт һарайының “Дәрт” вокаль ансамбле башҡарыуындағы “Игенселәр” йыры менән башланып китте.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров аграрийҙарҙы сәләмләп:

-Ғорурланырлыҡ һәм өлгө булырлыҡ ауылдың ысын хеҙмәтсәндәрен сәләмләй­ем. Һеҙҙең һөнәри эшмәкәрлек – республи­кабыҙҙың аҙыҡ-түлек именлегенең нигеҙе. Ауыл хужалығы – ул йәшәү өсөн мөһим тар­маҡ. Ағымдағы йыл аграрийҙар өсөн ауыр һәм ҡатмарлы булды тип әйтеү ҙә, хатта, аҙ кеүек. Һуңғы бер нисә йыл эсендә беҙ ҡоро­лоҡ менән көрәштек, уңыш үҫтереү өсөн яңы ысулдар эҙләнек, әммә быйылғы йыл беҙгә ҡойма ямғырлы сюрприз яһаны һәм эшләр­гә ҡамасауланы. Шуның һөҙөмтәһендә ун мең гектарҙан ашыу ауыл хужалығы культу­раларын юғалттыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, район буйынса уртаса уңыш гектарынан 36 центр тәшкил иткән 119 меңдән ашыу тонна бойҙай йыйып ала алдыҡ.Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла ошон­дай ҙур хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм, -тине һәм иң ал­дынғы аграрийҙарҙы бүләклә­не. “Уңыш” (етәксеһе Илгиз Ханнанов) һәм “Артемида” (етәксеһе Евгений Пожида­ев) хужалыҡтары 2024 йылдың район ярышы һөҙөмтәләре буйынса иң юғары күрһәт­кестәргә өлгәшкәне өсөн дипломға эйә булды. “Иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы” номинацияһында Рәиф Хә­литовтың КФХ-һы еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ йәмле тан­танала бихисап яҡташтарыбыҙ район хакимиәте башлығы ҡу­лынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары алыу ҡыуанысын кисерҙе.

Байрам ҡунағы – БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов районы­быҙҙың ауыл хужалығы вете­рандарын һәм алдынғыларын БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — Башҡор­тостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахма­нов исеменән тәбрикләп, изге һүҙҙәрен еткерҙе.

- Ҡырмыҫҡалы районында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәтенең барлыҡ төрҙәре лә бар. Бында эшһөйәр халыҡ йәшәй. Йыл ауыр булды, әммә аграрийҙар һөҙөмтәле эшлә­не. Ҡырмыҫҡалы районы һәр саҡ алдынғылар рәтендә бара, - тип, районыбыҙ аграрийҙа­рына оло рәхмәтен белдер­гәс, юғары һөнәри оҫталығы, эшендәге ҡаҙаныштары өсөн “Кировец-Өфө” йәмғиәте директоры Радик Хафизовҡа Башҡортостан Республикаһы­ның Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Шулай уҡ ул бер төркөм ауыл хужалығы эшсәндәрен БР Ауыл хужалығы министр­лығының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Әлфир Фәрхәт улы менән Ирек Искәндәр улы үҙҙәре­нең сығыштарында ауыл хужа­лығы өлкәһе хеҙмәтсәндәре­нең махсус хәрби операция яугирҙәренә күрһәткән оло ярҙамдарын билдәләп китергә лә онотманы.

Районыбыҙ таланттары –Филүс Шәңгәрәевтың сак­сафондағы моңло көйҙәре, Марсель Алдаҡаев һәм Дарья Якунина етәкселегендәге “Прибельские зори” ансамбленең йырҙары сараға байрам кәйефе өҫтәне.

Алдағы йылдар барыбыҙҙы ла мул уңышы менән ҡыуан­дырһын, өҫтәлдәребеҙ ҡабарып бешкән икмәктән өҙөлмәһен тигән теләктәр менән тамам­ланды байрам сараһы.

Һөнәре буйынса иң яҡшылар:
“Иң яҡшы комбайнсы” – Илгиз МОЗАФАРОВ, “Уңыш” ху-
жалығы механизаторы;
“Иң яҡшы механизатор” – Николай ЛАВРЕНТЬЕВ,
“Уңыш” хужалығы механизаторы;
“Иң яҡшы водитель” – Виктор КУЗЬМИН, “Артемида” ху-
жалығы водителе;
“БР “Үҙәк” МТС-ының Ҡырмыҫҡалы филиалының иң яҡшы
хеҙмәткәре” – Ғәлинур КӘРИМОВ, “БР “Үҙәк” МТС-ының
“Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалы водителе;
“Иң яҡшы энергетик” – Илнур БУЛАТОВ, “Кармаскалинск-
сельхозэнерго” йәмғиәтенең электр монтажсыһы;
“Иң яҡшы кондитер” – Зәлифә ҒҮМӘРОВА, “Ҡырмыҫҡалы
икмәк комбинаты”ның кондитеры;
“Иң яҡшы икмәк бешереүсе” – Юлия ЗАЙЦЕВА, “Ҡыр-
мыҫҡалы икмәк комбинаты”ның икмәк бешереүсеһе;
“Иң яҡшы машина менән һауыу операторы” – Елена НО-
ВОЖИЛОВА, “Артемида” хужалығының машина менән һауыу
операторы.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас