Даирә
+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Агросәнәғәт комплексы
27 Сентябрь 2024, 16:27

Алма ашаһаң...

Көнөнә ике генә алма ашау ҙа...

Алма ашаһаң...
Алма ашаһаң...

🍎Көнөнә ике генә алма ашау ҙа ҡан системаһын 10 – 25 процентҡа холестерин күҙәнәктәренән таҙартырға ярҙам итә.
🍏Италия ғалимдары алманың организмдың ҡан системаһына йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә даими рәүештә алма ашау ҡан тамыр­ҙарын рак күҙәнәктәре үтеп инеүҙән һаҡларға булышлыҡ итеүе асыҡланған.
🍎Яңы һығылған алма һуты нервыларҙы тынысландыра, шуға күрә стрестан һуң эсергә кәңәш ителә.
🍏Алмала күҙәнәклек менән пектин бар, уны көн һайын ашағанда ашҡаҙан-эсәк тракты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы менән бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ.
🍎Алма майҙы кәметә, тимәк, кемдәр кәүҙә ауырлығын кәметергә теләй, уларға мотлаҡ алма ашарға кәрәк. Өҫтәүенә, май ҡатламының кәмеүе ҡан тамырҙарының торошона һәм сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.
🍏Алма һыуһынды ҡандыра һәм аппетитты күтәрә.
🍎Диетологтар: “Ашағың килһә – алма аша, уны ашағың килмәһә – ашағың килмәй”,–тиҙәр.
🍏Алма ярҙамында тештәге үңәҙҙән (налет) һәм ауыҙҙағы насар еҫтән ҡотолорға мөмкин. Сөнки унда, ауыҙҙағы микроорганизмдар менән реакцияға инеп, уларҙы юҡҡа сығарыусы һәм бактерияларҙың таралыуына юл ҡуймаусы кислоталар бар.

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_17334 

Автор:
Читайте нас